Елена Черногорская

Елена Черногорская
Тыуған көнө

8 ғинуар 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3][…]

Вафат булған көнө

28 ноябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][2][3][…] (79 йәш)

Ил

 Черногория кенәзлеге

Тормош иптәше

Виктор Эммануил III[d]

Автограф

 Елена Черногорская Викимилектә

Елена Черногорская ((черног. Јелена Петровић Његош8 ғинуар 1873 йыл28 ноябрь 1952 йыл) — Черногория принцессаһы, Виктор Эммануил III менән никахта, Италия һәм Албания королеваһы, Эфиопия императрицаһы.

Король Никола I Черногорскийҙың һәм уның ҡатыны Милена Вукотичтың ҡыҙы.

1896 йылда ул буласаҡ Италия короле Виктор Эммануил Өсөнсөгә кейәүгә сыға. Никахҡа инеү өсөн Елена православие диненән католицизмға күсә. Еленаның әсәһе, княгиня Милена, протест йөҙөнән, Римдә никахлашыуҙа ҡатнашыуҙан баш тарта.

Ирле-ҡатынлыларҙың биш балаһы була:

  • Иоланда Маргарита (1901—1986), Берголо графы Джорджо Карло Кальвиҙа кейәүҙә;
  • Мафальда (1902—1944), Филипп Гессенскийҙа кейәүҙә, Бухенвальд концлагерында вафат була;
  • Умберто II (1904—1983), Мари-Жозе Бельгийскаяға өйләнгән;
  • Джованна (1907 2000), Болгария батшаһы Борис Өсөнсөлә кейәүҙә;
  • Мария Франческа (1914), Луиджи Бурбон-Пармскийҙа кейәүҙә.

1908 йылдың 28 декабрендә Сицилияла ер тетрәү була, ул Мессина ҡалаһын тулыһынса тиерлек емерә. һәм Черногорияла ҡатын-ҡыҙҙар зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша. Шулар араһында принцесса Елена Черногорская ла була.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында королева госпиталдә санитарка булып эшләй. Елена зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү өсөн хәйриә аукциондарында үҙенең автографы менән фотоһүрәтен һатырға уйлай. Һуғыш аҙағында ул Италияның хәрби бурыстарын ҡаплау өсөн итальян тажы хазинаһын һатырға тәҡдим итә.

Уның тәртибе күп быуындарға королдәр һәм хаким ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ыңғай өлгө була. Рим папаһы Пий XI 1937 йылда уға Христианлыҡтың Алтын Розаһын, католик сиркәүенең ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән иң юғары наградаһын тапшыра. Уның вариҫы Пий XII Еленаның вафатынан һуң уны хәйриә мәрхәмәтенә әйләндерә. [сығанаҡ 4562 көн күрһәтелмәгән]. 2001 йылда королева Еленаны беатификациялау процесы башлана; Рим папһы уны Хоҙай хеҙмәтсеһе тип иғлан итә (ғәмәлдә был беатификация алдынан канонлаштырыуҙың беренсе баҫҡысын аңлата)[1][2].

Славян һылыуҡайы Елена ярайһы уҡ оҙон буйлы (180 см) һәм күркәм кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ була. Уның ире, Виктор Эммануил III (атаһы кеүек үк), киреһенсә, бик бәләкәй буйлы була (яҡынса 153 см), шуға күрә ҡатыны янында комик һымағыраҡ күренә. Король ҡалын табанлы аяҡ кейемен кейергә тырышһа ла ул ҡатынан тәпәшерәк булыуын әллә ни йәшерә алмай.

Принцесса исеме менән Ҡара диңгеҙ буйлап йөрөгән круиз теплоходы аталған.[4] Джакомо Пуччини Мадам Баттерфляй операһын Елена Черногорияға арнай.

  1. 1,0 1,1 Lundy D. R. Jelena Petrovic-Njegoš, Princess of Montenegro // The Peerage (ингл.)
  2. 2,0 2,1 https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=13078 (нем.)
  3. 3,0 3,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  4. Теплоход «Принцесса Елена». Дата обращения: 4 август 2010. Архивировано из оригинала 18 май 2021 года. 2021 йыл 18 май архивланған.