Елизавета Петровна

Елизавета Петровна
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Урыҫ дәүләте
Титул Бөтә Рәсәй императоры, великая герцогиня[d] һәм царевна[d]
Тыуған көнө 18 (29) декабрь 1709[4][5]
Тыуған урыны Коломенское[d], Мәскәү өйәҙе[d], Мәскәү губернаһы[d], Урыҫ дәүләте
Вафат булған көнө 25 декабрь 1761 (5 ғинуар 1762)[6][7][8][…] (52 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[9][10]
Ерләнгән урыны Петропавловск соборы
Атаһы Пётр I[1][10]
Әсәһе Екатерина I[d][1][10]
Бер туғандары Анна Петровна[d], Наталья Петровна (1718-1725)[d], Пётр Петрович[d] һәм Алексей Петрович[d]
Хәләл ефете Алексей Григорьевич Разумовский[d] һәм Карл Август Гольштейн-Готторпский[d]
Внебрачный партнёр Иван Иванович Шувалов[d]
Нәҫеле Романовтар[d]
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө монарх, сәйәсмән, аристократ
Биләгән вазифаһы Бөтә Рәсәй императоры һәм Глава Дома Романовых[d]
Йәшәү рәүеше мистицизм[d]
Социаль синыф член королевской семьи[d]
Монограмма
Ҡатнашыусы Дворцовый переворот 1741 года[d]
Милке Аничков дворец[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Чёрного орла орден Белого орла орден Святого Александра Невского орден Святого апостола Андрея Первозванного кавалер ордена Святого Александра Невского
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе архитектура, танец[d], верховая езда[d], Һунар, катание на санях[d], Конькиҙа шыуыу һәм садоводство[d]
 Елизавета Петровна Викимилектә

Елизавета Петровна (тыу. 18 (29) декабрь, 1709 й., Коломна —25 декабрь 1761 й. (5 ғинуар 1762), Санкт-Петербург) — 1741 йылдың 25 ноябренән (6 декабрь) 1761 йылдың 25 декабренә (1762 йылдың 5 ғинуары) тиклем Романовтар династияһынан Рәсәй императоры, Петр Беренсе менән Екатерина Беренсенең кинйә ҡыҙы, ул атаһы менән әсәһе никахҡа ингәнгә тиклем ике йыл алда тыуа. Елизавета Петровна Европалағы ике ҙур низағ мәлдәрендә илгә етәкселек итә: Австрия мираҫы өсөн һуғыштар һәм ете йыллыҡ һуғыш. Ул хакимлыҡ иткән дәүерҙә Себер ерҙәре тикшерелә, һәм кешеләр унда күсенеп төпләнә башлай.

Елизавета Петровна хакимлыҡ иткән осорҙа Петр заманындағы йолалар һәм идеалдар тергеҙелә, Хакимлыҡ иткән Сенат ҡайтанан тергеҙелә, Мәскәү университеты асыла[11], мөһабәт һарайҙар төҙөлә һәм матурлыҡ юғары баһалана башлай.

Бала сағы, белеме һәм тәрбиәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Луи Каравак. Батша ҡыҙы Елизавета Петровнаның бала сағындағы портреты, 1717 йыл.

Батшабикә Елизавета Петровна 1709 йылдың 18 (29) декабрендә Коломна һарайында тыуа. Был бик тантаналы көн була: Петр I баш ҡалала Карл Ун икенсене еңеүен билдәләү өсөн Мәскәүгә килгән була. Батша ошонда уҡ Полтавала еңеүҙе лә байрам итергә теләй, әммә ул баш ҡалаға аяҡ баҫыу менән уның кинйә ҡыҙы тыуыуы тураһында хәбәр итәләр. «Еңеү байрамын бер аҙға кисектереп торайыҡ һәм был донъяға ҡыҙымдың килеүен ҡотларға ашығайыҡ!», — ти ул.

Никахҡа тиклем тыуған ҡыҙына Елизавета исеме ҡушыла, быға тиклем Романовтар династияһы бындай исемде ҡулланмаған була. Елизавета исемен, иркәләп өндәшкәндә «Лизетт», Петр Беренсе бик ярата. Петр менән караптар төҙөү оҫтаһы Ф. М. Скляев проекты буйынса 1706 йылда төҙөлә башлаған ун алты пушкалы шнява (ҙур булмаған елкәнле хәрби судно) шулай аталған була, һәм ул 1708 йылдың 14 (25) июнендә һыуға төшөрөлә. Был карап урыҫ флотының Петербург верфендә төҙөлгән тәүге караптарының береһе. Петр Беренсенең яратҡан этенең һәм 1705 йылда һатып алған фарсы тоҡомло атының да исемдәре Лизетт[12]. Ҡыҙҙың тыуған көнө 5 сентябрҙә билдәләнә.

Йәш Елизаветаның портреты. Иван Никитин, 1720 йыл.

Елизавета тыуып ике йыл үткәс, ата-әсәһе законлы никахҡа инә. Был ваҡиға айҡанлы батша 1711 йылдың 6 (17) мартында ҡыҙҙары Анна һәм Елизаветаға батша ҡыҙҙары титулын бирә. Император Петр Беренсе Император титулын ҡабул иткәндән һуң уның ҡыҙҙары Анна, Елизавета һәм Наталья 1721 йылдың 23 декабрендә (1722 йылдың 3 ғинуары) цесаревналар титулын ала, батшаның ейәнсәре Наталья Алексеевна бөйөк княжна булып ҡала, ә вафат булған батша Иван Алексеевичтың ҡыҙҙары (Екатерина, Анна һәм Прасковья) — батша ҡыҙҙары титулына лайыҡ була[13].

Һигеҙ йәшендә үк батша ҡыҙы Елизавета матурлығы менән кеше иғтибарын үҙенә йәлеп итә башлай. 1722 йылда ике ҡыҙы ла сит илдән ҡайтып килгән императорҙы, испанса кейенеп, ҡаршы алырға сыға. Шул саҡта француз илсеһе батшаның кинйә ҡыҙының ғәжәп һоҡланғыс булыуын билдәләй. 1723 йылда Петр Беренсе һарайында балдар үткәреү йолаһы индерелә, балға цесаревналарҙың икеһе лә алтын һәм көмөш ептәр менән сигеү һалынған күлдәктәрҙә, бриллианттар ҡуйылған баш кейемдәрендә килә. Елизаветаның оҫта бейеүенә барыһы ла һоҡлана. Француз илсеһе Леви, әгәр кәкес танаулы һәм ерәнерәк сәсле булмаһа, Елизавета үтә камил һылыуҡай тип таныла алыр ине, тип билдәләй.

Елизавета системалы белем алмай һәм, XVIII быуаттың икенсе яртыһы публицисы кенәз М. М. Щербатов һүҙҙәре буйынса, һылыуҡай хатта еткән ҡыҙ булғас та «Бөйөк Британияның утрау булыуы тураһында белмәй»[14]. Уҡымышлы йәһүд Веселовский етәкселегендә ул тик француз телен генә бар нескәлегендә үҙләштерә һәм бик матур итеп яҙырға өйрәнә. Нәҡ Елизаветанан һуң урыҫтарҙың һәр нәмәлә французсаны өҫтөн күреүе башлана. Ата-әсәһе Елизаветаны уның тиңдәше Людовик Ун бишенсегә, йәки йәшерәк герцог Орлеанскийға кейәүгә бирергә теләүе сәбәпле, Елизаветаны уҡытыу француз телендә алып барыла. Елизавета Петровна 16 йәшендә французса туған телендә һөйләшкән кеүек һөйләшә. Әммә Петрҙың туғанлашыу тураһындағы тәҡдимдәрен француз Бурбондары итәғәтле, әммә ҡәтғи рәүештә кире ҡаға.

Батша ҡыҙҙары Анна Петровна һәм Елизавета Петровна. Луи Каравак, 1717 йыл.

Елизаветаны башҡа фәндәргә уҡытыу әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай. Бөтөнләй грамотаһы булмаған әсәһе лә ҡыҙының уҡыуы менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай. Үҫмер ҡыҙ бер ҡасан да китап тотоп уҡып ултырмай, ә һыбай йөрөүҙе, кәмәлә йөҙөүҙе, матурлығы тураһында хәстәрләүҙе өҫтән күрә. Биографы Казимир Валишевский шундайыраҡ итеп ҡылыҡһырлай[15]:

Тәхеткә ултырғанына тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатерина Беренсенең 1727 йылдағы васыяты буйынса, Елизавета һәм уның вариҫтары тәхеткә Петр II һәм Анна Петровналарҙан һуң ғына дәғүә итә ала. Екатерина Беренсе хакимлыҡ итеүенең һуңғы йылында һәм Петр II тәхеткә ултырыуының тәүге йылдарында батша һарайында Елизаветаның үҙ апаһының улына кейәүгә сығыу ихтималлығы тураһында һүҙ тарала, әммә уларҙы тик дуҫлыҡ ҡына бәйләгән була. Улар бергәләп һыбай йөрөй, һунарға сыға.

Остермандың туғандар араһында никах проектына императорға үҙенең ҡыҙын бирергә теләгән Меншиков ҡаршы төшә. Шунан һуң Елизаветаның портреттары Мориц Саксонскийға һәм Карл-Август Голштинскийға ебәрелә[16]. Голштинский был тәҡдим менән ҡыҙыҡһына һәм Петербургҡа килә, ләкин алтарға барып етә алмайынса мәрхүм булып ҡуя. Бындай ҡайғынан һуң Елизавета кейәүгә сығыу тураһындағы уйынан бөтөнләй баш тарта һәм беренсе «галанты» — һылыу денщик Бутурлин менән осраша башлай.

Петр II үлгәндән һуң 1730 йылды ғинуарында Екатеринаның васыяты бөтөнләй онотола: Елизавета урынына уның ике туған һеңлеһе Анна Иоанновнаға тәхеткә тәҡдим ителә. Ул хакимлыҡ иткәндә (1730—1740) цесаревна Елизавета бик үк йәберләнмәһә лә, фавориттар араһында булмай, бурысҡа батмаҫ өсөн «аҡ тафтанан тегелгән ябай күлдәктә йөрөй». Үҙ аҡсаһын түләп, Скавронскийҙар нәҫеленә ҡараған ике туған һеңлеләрен тәрбиәләүгә үҙ аҡсаларын тотона һәм уларға лайыҡлы кейәүҙәр табырға тырыша[17]. Ике туған һеңлеләренән тыш Елизавета үҙ янына киләсәктә генерал-поручик буласаҡ Алексей Яковлевич Шубин (уға Елизавета мөхәббәт поэмалары яҙа), лейб-медик Лесток, камер-юнкерҙар Михаил Воронцов һәм Петр Шувалов һәм уның буласаҡ ҡатыны Мавра Шепелеваларҙы туплай.

Һарай түңкәрелеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Император Петр Икенсенең һәм цесаревна Елизавета Петровнаның һунарға сығыуы», картина В.Серов картинаһы

Анна Иоанновна һәм Бирондан ҡәнәғәт булмағандар Бөйөк Петрҙың ҡыҙына оло өмөттәр бағлай. Шуға ҡарамаҫтан, күҙәтеүселәр фекеренсә, заговор башында тороу өсөн ул етерлек дәрәжәлә эшлекле булмай. Англия илсеһе ФинчШекспир пьесаһында яңғыраған Цезарь һүҙҙәрен бер аҙ үҙгәртеп туған иленә түбәндәге яҙыуҙы ебәрә: «Заговор башында булыу өсөн Елизавета артыҡ тулы кәүҙәле»[18].

Анны Леопольдовна регент булған осорҙа властың абруйы һәм йоғонтоһо бөтөүенән файҙаланып, 1741 йылдың 25 ноябрендә (6 декабрь) төнөн заговор инициаторҙары Лесток Иоганн Германн һәм үҙенең музыка уҡытыусыһы Шварц оҙатыуында 31 йәшлек Елизавета, Преображенского полкының гренадер ротаһын үҙ артынан эйәртеп, батша һарайына йүнәлә.

…ул Преображен казармаларына һәм гренадер ротаһына үтә. Гренадерҙар уны көтөп торған була.

— Минең кем булыуымды беләһегеҙме? — тип һорай ул һалдаттарҙан, — Минең арттан барырға теләйһегеҙме?

— Нисек инде һине белмәҫкә, әсәкәйебеҙ цесаревна? Һинең арттан утҡа, һыуға инергә лә ризабыҙ, — тип күмәкләп бер тауыштан яуап бирә һалдаттар.

Цесаревна тәрене алып, тубыҡланып, тулҡынланыуын баҫа биреберәк, ҡысҡырып өндәшә:

— Ошо тәре менән ант итәм — һеҙҙең өсөн үлергә лә ризамын! Атайыма хеҙмәт иткән кеүек, миңә лә хеҙмәт итәсәгегеҙгә ант итәһегеҙме?

— Ант итәбеҙ, ант итәбеҙ! — тип яуап ҡайтарҙы бер тауыштан һалдаттар…
— Н. Э. Гейнценың «Романовтар. Елизавета Петровна» романынан («Романдарҙа династиялар» циклынан)

Бөтәһе лә казармаларҙан сығып Ҡышҡы һарайға йүнәлә. Ҡаршылыҡ осратмайынса, үҙенә тоғро 308 гвардиясы ярҙамында Елизавета Петровна үҙен яңы император тип иғлан итә, бәләкәй Иван Алтынсыны ҡәлғәғә ябып ҡуйырға һәм Брауншвейг фамилияһын йөрөткәндәрҙең бөтәһен дә (Анна Иоанновнаның туғандары, шул иҫәптән Иван Алтынсының регенты — Анна Леопольдовнаны ла) һәм уның яҡлыларҙы ҡулға алырға ҡуша. Элекке императрицаның фавориттары Миних, Левенвольде һәм Остерман үлем язаһына хөкөм ителә, әммә Европаға яңы императорҙың дошмандарына ҡарата түҙемле булыуын күрһәтеү өсөн үлем язаһы Себергә һөргөн менән алмаштырыла.

Тәхеткә ултыртыу тантаналары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Елизавета Петровнаның Таж кейҙереү йолаһында кейгән күлдәге

Тәхеткә ултыртыу тантанаһы 1742 йылдың апрелендә үткәрелә һәм, бер ҡасан да булмағанса, үҙенең үтә тантаналы шарттарҙа үтеүе менән айырылып тора. Был тантананы иҫкә төшөрөп тороу өсөн Мәскәүҙә тәхеткә ултыртыу кортежы үткән Ҡыҙыл ҡапҡа[19] 1927 йылға тиклем һаҡлана. Шул мәлдә үк батшабикәнең сағыу тамашаларҙы яратауы һәм улар ярҙамында халыҡ күңелендә һаҡланып ҡалырға тырышыуы күренә. Күмәк амнистия иғлан ителә, ә кисен Кремль диуарҙарын салют залптары дер һелкетә, әйләнә тирәләге йорттар фасадтары барса туҡымаһы менән ҡаплана. Тантаналар тураһында иҫтәлек итеп «Елизавета Петровнаның тәхеткә ултырыу альбомы» нәшер ителә.

Икенсе донъя һуғышы йомғаҡтары буйынса Рәсәйгә Көнсығыш Пруссияның бер өлөшө ҡушылғандан һуң тарихтың урыҫ армияһының был ерҙәрҙе баҫып алыуына бәйле биттәренә, Елизавета Петровна батшалыҡ иткән осорҙағы ваҡиғаларға ҡыҙыҡһыныу арта башлай.

Императрица Елизавета Петровна күп тапҡырҙар Бөйөк Петр сәйәсәтен дауам итеүе тураһында иғлан итә. Ысынлап та, шулай була. Сенаттың роле, Берг- һәм Мануфактур-коллегия, Төп магистрат ҡайтанан тергеҙелә. Министрҙар кабинеты бөтөрөлә. Сенат закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғына эйә була. Ете йыллыҡ һуғыш дәүерендә Сенат өҫтөнән торған даими эшләүсе кәңәшмә — батша хәҙрәттәре һарайы эргәһендәге конференция барлыҡҡа килә. Конференция эшендә хәрби һәм дипломатик ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ императрица махсус рәүештә саҡырған кешеләр ҡатнаша. Йәшерен канцелярияның эшмәкәрлеге бөтөнләй һиҙелмәй башлай.

1744 йылда ҡала буйлап тиҙ йөрөүҙе тыйған указ сыға, ә кеше алдында һүгенгән өсөн штраф һала башлайҙар[20].

1744—1747 йылдарҙа һалым түләүселәрҙең һанын белеү өсөн 2-се халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә.

1740-сы йылдар аҙағы — 1750-се йылдарҙың беренсе яртыһында Петр Шувалов инициативаһы буйынса бик етди үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрелә. 1753 йылдың 31 декабрендә Елизавета Петровна эске таможня йыйыуҙарын бөтөрөү тураһындағы указға ҡул ҡуя. 1754 йылда Сенат Шувалов тарафынан әҙерләнгән Эске таможня пошлиналарын һәм ваҡ-төйәк йыйымдарҙы бөтөрөү тураһындағы ҡарарҙы ҡабул итә. Был төбәктәр араһындағы сауҙа бәйләнештәрен байтаҡҡа йәнләндереүгә килтерә. Дворяндар (заём), Сауҙагәрҙәр һәм Баҡыр (Дәүләт) банкылары кеүек тәүге урыҫ банкыларына нигеҙ һалына .

Илдең финанс хәлен яҡшыртыу мөмкинлеген биргән һалым реформаһы тормошҡа ашырыла: тышҡы сауҙа килешеүҙәрен төҙөү йыйымы (һәр 1 һумдан 13 тингә тиклем, элекке 5 тин урынына) арттырыла. Тоҙ менән шарапҡа һалым күрәтелә.

1754 йылда Закондар йыйылмаһын төҙөү өсөн яңы комиссия булдырыла, Елизавета батшалыҡ иткән осор аҙағына был комиссия бөтөрөлә, әммә үҙгәртеп ҡороуҙар процесы ете йыллыҡ һуғыш (1756—1763) тарафынан туҡтап ҡала.

Елизавета Петровнаның идеалләштерелеп яҙылған парад портреты. РәссамШарль ван Лоо

Социаль сәйәсәттә дворяндарҙың хоҡуҡтарын киңәйтеү эше дауам итә. 1746 йылда дворяндарға үҙ милекенә ер һәм крәҫтиәндәрҙе алыу хоҡуғы бирелә. 1760 йылда алпауытарға крәҫтиәндәрен, рекрут иҫәбенән, Себергә һөргөнгә ебәреү хоҡуғы бирелә. Алпауыттарҙың административ власы көсәйеүгә ҡарамаҫтан, был указ күсенеүселәр һанын арттыра, Көнбайыш Себер тракты һыҙатында яңы тораҡ пункттарының хасил булыуына килтерә. Алпауыт рөхсәтенән тыш крәҫтиәндәргә аҡса эшен алып барыу тыйыла. 1755 йылда заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр Урал заводтарында даими эшләүселәр булып теркәлә.

Елизавета дәүерендә йөҙ йыл эсендә беренсе тапҡыр үлем язаһын ҡулланыу осрағы булмай. 1743 йылда суд Анна Иоанновна батшалыҡ иткән осорҙа һарай кешеләре алдында Елизаветаны кәмһеткәне өсөн Наталья Лопухинаны тәгәрмәскә бәйләп язаларға тигән ҡарар ҡабул итә, әммә императрица, мәрхәмәтлек күрһәтеп, үлем язаһын икенсе төрлө яза менән алмаштыра ("ҡамсы менән туҡмау, Сәбәргә ебәреү, бөтә мөлкәтен тартып алыу).

Шуға ҡарамаҫтан, Елизавета батшалыҡ иткән осорҙа армияла ла, шулай уҡ крепостной крәҫтиәндәргә ҡарата ла ҡаты тән язаһы киң ҡулланыла. Закон буйынса үҙ крәҫтиәндәрен язаларға хоҡуғы булмаһа ла, алпауыттар йыш ҡына крәҫтиәндәрен үлтергәнсе ҡамсы менән ярыр була.

Хөкүмәт дворяндарҙың асыҡтан-асыҡ енәйәтенә күҙ йомоп ҡарай, сөнки ғәмәлдә алпауыттар урындарҙа берҙән-бер һөҙөмтәле эшләүсе идарасылар булып тора. Улар урындағы тәртипте күҙәтә, рекруттар йыя һәм һалымдарҙы йыйып тапшыра.

Файл:Рубль дворцового обихода Елизаветы 1756 золото 1,59 гр.jpg
Императрицаның танауы кәкес була, шуға ул рәссамдарҙың уны тик анфаста ғына яҙыуын талап итә. Елизаветаның профилдә төшөрөлгән портреты юҡ тиерлек, әммә иҫән сағында 200-гә яҡын медальонда һәм тәңкәлә батшабикә профиленең гравировкалы варианттары эшләнә.

Кадрҙарҙың етешмәүе һәм эске идаралыҡты тотоу өсөн ҡаҙнала аҡса булмау сәбәпле, урындарҙа власть насар эшләй. Полиция хеҙмәткәрҙәре тик Санкт-Петербург һәм Мәскәүҙә генә була, уларының да эше бик насар ҡуйылған була; жандармериялар бөтөнләй юҡ, йәмәғәт тәртибенә ҡаршы эшләнгән енәйәттәр буйынса гарнизондар һалдаттары бер ни эшләй алмай; йыш ҡына боланы һалдаттар үҙҙәре үк башлап ебәрер була. Йыш ҡына урындағы властар енәйәтселәр менән бер яҡлы булып сығыш яһай. Шулай, 1749—1753 йылдарҙа Мәскәүҙә янғындарҙың йыш булыуын тикшергән махсус йәшерен комиссия Мәскәү полицияһының енәйәтсе Ванька Каин менән берлектә эшләүен асыҡлай. Был енәйәтсе криминал даирәлә конкуренттарын бөтөрөү өсөн полицияла хеҙмәт итеүен файҙалана. 1747—1750 йылдарҙа ошондай янғындар Можайск, Ярославль, Бахмут, Орел, Кострома ҡалаларында ла була.

Һөҙөмтәлә Елизавета хакимлыҡ иткән һуңғы йылдарҙа 60-тан ашыу монастырь крәҫтиәндәре сыуалыштары теркәлә; Елизаветаның тәхеткә ултырыуы ла башҡорттарҙың сираттағы ихтилалы башланыу менән тап килә. 1754—1764 йылдарҙа Уралдағы 54 заводта 200 меңгә яҡын крәҫтиән болаларҙа ҡатнаша. 1743—1745 йылдарҙа эрзяларҙың христианлаштырыуға ҡаршы ихтилалы була[21].

Хакимлыҡ итеү һыҙаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат монархтарына, шул иҫәптән Петр Беренсенең вариҫтарына ла фавориттар менән эшләү хас. Мәҫәлән, ағалы-ҡустылы Шуваловтар, Воронцов һәм башҡалар, императрицаның уларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыуынан файҙаланып, дәүләт ҡаҙнаһы аҡсаларын үҙ мәнфәғәттәре һәм ихтыяжы өсөн тотона. Лейб-медик Лесток, Елизаветаның хакимлыҡ итеүенең тәүге йылдарында бер тапҡыр ҡан ебәреү менән дауалау процедураһы өсөн 500 һумдан 2000 һумға тиклем аҡса алыр була. Батшалыҡ итеүенең һуңғы йылдарында Елизавета дәүләткә идара итеүҙе Шувалов һәм Воронцовҡаышанып тапшыра.

Елизавета Петровнаның эске сәйәсәтенә тотороҡлолоҡ хас. Күп кенә билдәләре буйынса Елизавета Петровна алған курсты мәғрифәтселек абсолютизмы сәйәсәте тип атарға мөмкин, аҙаҡ быны Екатерина II дауам итә.

Мәҙәни ҡаҙаныштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Елизавета Петровнаның Шувалов һарайы янынан үтеп китеүе

Елизавета Петровнаның хакимлыҡ итеүенә Рәсәйгә мәғрифәтселек дәүеренең килеүе һәм хәрби-уҡыу йорттарының үҙгәртеп ҡоролоуы хас. 1744 йылда башланғыс мәктәптәр селтәрен киңәйтеү тураһында указ сыға. Тәүге гимназиялар асыла: Мәскәү (1755) һәм Ҡаҙанда (1758). Фаворит И. И. Шувалов инициативаһы буйынса 1755 йылда Мәскәү университетына нигеҙ һалына, ә 1757 йылда Сәнғәт академияһы асыла. М. В. Ломоносовҡа һәм башҡа урыҫ фәне һәм мәҙәниәте вәкилдәренә ярҙам күрһәтелә. Д. И. Виноградовтың тикшеренеүҙәре нигеҙендә 1744 йылда Санкт-Петербургта Порцелин мануфактураһы (Император фарфор заводы) асыла.

Батша резиденцияһын төҙөкләндереүгә ҡаҙнанан ғәйәт күп аҡса бүленә. Батша һарайы архитекторы Растрелли Ҡышҡы һарайҙы төҙөтә, шунан алып Ҡышҡы һарай Рәсәй монархтарының төп резиденцияһына әйләнә, Царское Селолағы (Пушкин ҡалаһы) Екатерина һарайы ла шундай уҡ статуста була. Фин ҡултығындағы Бөйөк Петр резиденциялары Стрельна һәм Петергоф та яңынан үҙгәртеп ҡорола. Киң ҡолас менән алып барылған төҙөлөштәр сит ил оҫталарын йәлеп итеп кенә ҡалмай, ә урында художество кадрҙарының барлыҡҡа килеүенә этәргес була. Архитектор Растреллиҙың ҡупшы, төрлө биҙәктәр ҡулланып эшләнгән һарайҙары архитектура тарихында Елизавета бароккоһы тип атала.

Хатта императрица Ярославлдән Федор Волков труппаһын баш ҡалаға күсерергә ҡуша һәм 1756 йылдың 30 авгусында (10 сентябрь) император театрын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуя.

Елизавета Петровна портреты. Рәссам Иван Вишняков (1743).

Елизавета Петровна дәүләт власына килгәндән һуң дәүләткә идара итеүҙә Франциянан ебәрелгән маркиз де Ла Шетарди ҙур роль уйнай, әммә үҙенең сановниктары һәм, иң тәүге сиратта, вице-канцлеры, ә һуңынан канцлеры П. А. Бестужев-Рюмин йоғонтоһо аҫтында императрица 1742 йылда, Версалдең теләгенә ҡаршы барып, Франция менән союзға инеү идеяһынан баш тарта, уның ҡарауы 1743 йылда Швеция менән урыҫ-швед һуғышын туҡтатҡан солох төҙөй, ә 1743—1746 йылдарҙа Австрия һәм Англия менән элекке союзға кире ҡайта.

Императрица ихтыяры менән 1758 йылға тиклем илдең тышҡы сәйәсәтенә идара иткән Бестужев-Рюмин халыҡ-ара мөнәсәбәттәр системаһында Рәсәйҙе Европа яҙмышына өҫтөнлөклө йоғонто яһай алған бөйөк державаларының береһе сифатында нығытыуҙы төп бурысы тип иҫәпләй.

1744 йылдан Рәсәй өсөн үтә йәһәт көсәйә барған Пруссия һәм уның короле Фридрих II уның төп тышҡы сәйәси дошманына әйләнә. Шул уҡ йылда Пруссиның Саксонияны баҫып алыуы Елизавета Петровнаның асыҡтан-асыҡ Пруссияға бәрелешкә барыуына килтерә. Ләкин Фридрих II Рәсәйҙең һуғышҡа әҙер булыуын аңлап, 1745 йылда Саксония менән солох килешеүе төҙөй һәм ғәскәрен унан сығара. Шуға ҡарамаҫтан, Пруссия короле Рәсәй йоғонтоһонда булған Польша менән Курляндияны ҡулына төшөрөү идеяһынан баш тартмай. Үҙе өсөн хәүеф янаған Рәсәйҙе көсһөҙләндерергә тырышып, Фридрих II Швеция, Төркиә һәм Ҡырым менән бәйләнешен нығыта. 1745 йылдан көслө урыҫ корпусы Курляндияла Фридрих II менән һуғышҡа даими әҙерлектә тотла. 1746 йылда Пруссия агрессияһына ҡаршы бергәләп көрәшеүҙе күҙҙә тотҡан Рәсәй-Австрия союз килешеүе төҙөлә.

1756 йылда Дипломатик революция ғәмәлгә аша: Франция, Австрия һәм Рәсәй Пруссия короле Фридрих Икенсегә ҡаршы һуғышыу өсөн көстәрен берләштерә. Шул уҡ йылда Ете йыллыҡ һуғыш башлана, урыҫ армияһын бик аҙ ғына ҡулланып, Австрия һәм Франция хәрби көсө ярҙамында Пруссия державаһын бөтөрөрөү теләге менән был һуғышта Рәсәй ҙә ҡатнаша[22].

Тышҡы сәйәсәттә көнбайышта ерҙәр яулау теләге өҫтөн булһа ла Елизавета империяһы көнсығышҡа табан биләмәләрен киңәйтеүен дауам итә. 1740—1743 йылдарҙа Урта жуз үҙ ирке менән Рәсәй составына инә. Көньяҡ Уралда ерҙәрҙе үҙләштереүгә Иван Неплюев етәкселек итә, ул 1743 йылда Ырымбурға нигеҙ һала. С. П. Крашенинников Камчатканытикшеренеү менән шөғөлләнә, ә Берингтың икенсе экспедицияһы Аляска ярҙарын тикшереп сыға.

Урыҫ-швед һуғышы (1741—1743)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1740 йылда прус короле Фридрих II, Австрия императоры Карл Алтынсының үлеменән файҙаланып, Cилезияны баҫып алырға ҡарар итә. Шулай итеп, Австрия мираҫы өсөн һуғыш башлана. Австрияға ҡаршы алып барған һуғышында Пруссия менән Франция был хәрби бәрелештә Рәсәйҙе үҙҙәренең яғында һуғышырға күндерергә тырыша, улар хатта Рәсәйҙең был һуғышҡа ҡыҫылмауына ла риза була. Шул маҡсаттан сығып, француз дипломатияһы Швеция менән Рәсәй араһында низағ тыуҙырырға тырыша. Швеция Рәсәйгә һуғыш иғлан итә.

Урыҫ ғәскәрҙәре генерал Ласси командалығында Финляндияла швед ғәскәрҙәрен тар-мар итә һәм уның террриторияһын биләп ала. Абос солох трактаты (Абос солохо) 1743 йылда һуғышты йомғаҡлап ҡуя. Трактат 1743 йылдың 7 (18) авгусында Або ҡалаһында (хәҙерге Турку, Финляндия) Рәсәй яғынан А. И. Румянцев һәм И. Люберас, Швеция яғынан — Й. Седеркрейц һәм Э. М. Нолькен тарафынан ҡул ҡуйыла. Һөйләшеүҙәр барышында швед тәхетенә вариҫ итеп Петр Өсөнсө Федоровичтың ике туған ағаһы, Гольштейн принцы Адольф Фредрикты һайлау шарты менән, Рәсәй үҙенең территориаль дәғүәләрен сикләргә ризалашыуы тураһында белдерә. 1743 йылдың 23 июнендә Адольф швед тәхет вариҫы итеп һайлана, был ваҡиға үҙ-ара килешеүгә табан юлды аса.

Солох трактатының 21-се статьяһы илдәр араһында мәңгелек солох урынлаштырыу һәм дошманлашҡан союздарға инмәү бурысын йөкмәтә. 1721 йылғы Ништадт тыныс килешеүе раҫлана. Фридрихсгам һәм Вильманстранд ҡалалары менән бергә Кюменегор провинцияһы, Нейшлот ҡалаһы менән Саволак провинцияһының бер өлөшө Рәсәйҙең ҡул аҫтына күсә. Илдәр араһындағы сик Кюммене йылға буйлап үтә.

Ете йыллыҡ һуғыш (1756—1763)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пруссия короле Фридрих II Елизаветаға бүләк иткән карета

1756—1763 йылдарҙа Европала һәм Төньяҡ Американың Европа колонияларында, Азия һәм Африка илдәрендә Ете йыллыҡ һуғыш бара. Һуғышта ике коалиция ҡатнаша: Пруссия, Англия һәм Португалия — бер яҡта; Франция, Австрия, Рәсәй, Швеция, Саксония һәм Испания — икенсе яҡта, Герман милләтенең Изге Рим империяһы ғәскәрҙәре икенсе яҡта ҡатнаша.

1756 йылдың йәйендә Фридрих II һуғыш иғлан итмәйенсә Саксонияға баҫып инә һәм, саксондарға ярҙамға ашыҡҡан Австрия ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, уның капитуляциялауына өлгәшә. 1756 йылдың 1 (12) сентябрендә Австрияның союздашы Рәсәй үҙ бурыстарын үтәүе һәм Пруссияға ҡаршы сығыш яһауы тураһында белдерә. 1757 йылдың йәйендә урыҫ армияһы Апраксин командалығында Көнсығыш Пруссияға инә. 19 августа Гроссман-Егерсдорф ауылы янында фельдмаршал Левальд командалыҡ иткән прусс корпусы урыҫ армияһына һөжүм итә. Апраксин көтөлмәгән һөжүмде кире ҡағырға әҙер булмай, әммә П. А. Румянцевтың урман аша килгән резерв бригадаһы ғына дошмандың һөжүмен кире ҡағыуҙы тәьмин итә. Дошман, 8 мең яугирен юғалтып, сигенергә мәжбүр була. Әммә Апраксин дошман артынан эҙәрлекләү ойоштормай һәм үҙе Курляндияға сигенә. Үтә ҡаты ауырып ятҡан Елизавета һауыҡҡандан һуң Апраксинды вазифаһынан ситләтә һәм тикшереү органдарына тапшыра. 1758 йылдың яҙында тышҡы сәйәси интригаларҙа сынығыу үткән канцлер Бестужев-Рюмин йәбергә дусар була.

В. В. Фермор яңы командующий итеп тәғәйенләнә. 1758 йылдың башында Рәсәй ғәскәрҙәре бер ниндәй һуғышһыҙ (Левальд корпусы Пруссия еренә шведтарҙың баҫып инеүенә ҡаршы һуғышыу өсөн Померанияға күскән була) Кенигсбергты, һуңынан бөтә Көнсығыш Пруссияны яулай, уның бөтә халҡы императрицаға тоғро буласағын белдереп ант итә. Шул мәлдән башлап һәм һуғыш аҙағына тиклем Көнсығыш Пруссия Рәсәй ҡул аҫтында була.

1758 йыл кампанияһына Рәсәй армияһы Польша аша Берлинға юл тота. Шул уҡ йылдың август айында Цорндорф ауылы янында урыҫ ғәскәрҙәре һәм Фридрих II үҙе командалыҡ иткән прусстар араһында ҡанлы бәрелеш була, әммә ул бер яҡҡа ла еңеү килтермәй. Ошо алыштан һуң Фермор, ҙур юғалтыуҙар кисереп, сигенергә һәм командыҡ итеүҙән китергә мәжбүр була. бынан һуң була-оло юғалтыу өсөн тапшырыу һәм командованиеһы сигенергә мәжбүр була.

Армияға етәкселек генерал-аншеф П. С. Салтыковҡа тапшырыла. Киләһе йылда урыҫ армияһы тағы ла Польшанан Бранденбург ҡалаһына юллана, ҡала ситендә Салтыков прусс генералы Веделдең корпусын ҡыйрата.

1759 йылдың1 (12) авгусында 60 меңлек урыҫ армияһы Кунерсдорф ауылы янында 48 меңлек прусс армияһы менән ҡаты бәрелешә. Фридриха II армияһы тулыһынса тар-мар ителә: ҡанлы бәрелештән һуң прусстар яғында король үҙе һәм 3 мең һалдаты ғына ҡала. Ошо еңеүе өсөн фельдмаршал чины бирелгән Салтыков Кунерсдорф һуғышынан һуң бер ниндәй яҡлауһыҙ ҡалған Берлинға табан хәрәкәтен дауам итмәй, быны өсөн уны ныҡ тәнҡитләйҙәр, һәм ул ауырыуы буйынса армияға командалыҡ итеүҙән баш тарта. Уның урынына фельдмаршал А. Б. Бутурлин тәғәйенләнә, уның менән дә урыҫ армияһы ҡораллы бәрелештәрҙән ҡасырға тырыша.

1760 йылдың 28 сентябрендә (9 октябрь) Берлин яулап алына; уны бик аҙ ғына ваҡытҡа Рәсәй генералы Тотлебен яулап ала һәм хәрби складтарҙы тулыһынса емертә. Әммә Фридрих корпусы яҡынлашыу менән сигенә.

5 (16) декабрь 1761 1761 йылдың 5 (16) декабрендә генерал П. А. Румянцевтың урыҫ корпусы ныҡышмалы ҡамап алыуҙан һуң Помераниела Кольберг ҡәлғә-портыняулап ала, шулай итеп, урыҫ ғәскәре Бранденбург эргәһендә генә тыл базаһына хужа була һәм киләһе йылына иртә яҙҙан Берлинға һөжүм итеү мөмкинлеген ала. Армия командующийы итеп ҡайтанан фельдмаршал П. С. Салтыков тәғәйенләнә.

25 декабря 1761 [5 января 1762] 1761 йылдың 25 декабрендә (1762 йылдың 5 ҡинуары) Елизавета, тамағынан ҡан килеү сәбәпле, ул саҡтағы медицина асыҡлай алмаған хроник сирҙән вафат була.

Тәхеткә Петр III ултыра. Яңы император Фридрихҡа бөтә яулап алынған ерҙәрҙе кире ҡайтара һәм уның менән союз төҙөй. Пруссия короле Елизаветаның үлемен Бранденбург йорто мөғжизәһе булараҡ ҡабул итә. Тик яңы һарай түңкәрелеше һәм тәхеткә Екатерина Икенсенең ултырыуы ғына Рәсәй ғәскәрҙәренең элекке союздаштары-австриялыларға ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башлауын һәм Рәсәйҙең Данияға ҡаршы һуғыш асыуын булдырмай[23].

Шәхси тормошо һәм характерҙарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Алексей Разумовский портреты

Сит ил кешеләре һөйләүенсә, Елизавета йәш сағынан уҡ шәхси тормошонда ирекле ғәҙәттәрҙе өҫтөн күрә. Кенәз Александр Григорьевич Долгоруков раҫлауынса, Елизаветаның Алексей Яковлевич Шубиндан тыуған ике балаһы: малайы һәм ҡыҙы була. Замандаштары араһында уның Алексей Разумовский менән йәшерен сиркәү никахында (морганатик) тороуы тураһында имеш-мимештәр йөрөй[24]. Был йәһәттән бер ниндәй ҙә документ һаҡланмаған. XVIII быуат аҙағында Петербург йәмғиәтендә Елизаветаның Алексей Разумовскийҙан улы һәм Иван Шуваловтан ҡыҙы булыуы тураһында хәбәр тарала[25]. Елизавета Петровна үлгәндән һуң үҙҙәрен батшабикәнең Разумовский менән никахынан тыуған балалары тип йөрөтөүселәр байтаҡ була; улар араһында иң билдәлеһе — кенәз ҡыҙы Тараканова.

Елизавета батшалыҡ итеүенең башын кәрәгенән артыҡ байлыҡ һәм муллыҡ осоро тип атарға була. «Елисавет бик күңелле батшабикә була: йырлай һәм күңел аса, тик тәртип кенә юҡ», — тип шаярта А. К. Толстой. Һарайҙа даими рәүештә бал-маскарадтар үткәрелә, батшалыҡ итеүенең тәүге ун йылында бал-маскарадтарҙа ҡатындар ирҙәр, ә ирҙәр ҡатын-ҡыҙ кейемендә йөрөргә тейеш була. Был йәһәттән Елизавета Петровна үҙе үрнәк күрһәтә[26]. Вафатынан һуң императрицаның кейем шкафында 15 мең күлдәк булыуы асыҡлана. Ғүмеренең аҙағында, ауырыу сәбәпле һәм үтә йыуан булыуы сәбәпле, Елизавета һарай кисәләренән ситләшә..

Елизавета атаһы һәм әсәһе яғынан бар туғандарын хәтерләй һәм белә, хатта ярайһы алыҫ йәшәгәндәрен дә: мәҫәлән, Леонтьевтар, Стрешневтар, Матюшкиндар, Дашковтар. Ул һәр саҡ туғандарының хәлен белешеп тора, кәрәк булғанда ярҙам итә, хатта уларҙың ҡыҙҙарына лайыҡлы кейәү табыу мәсьәләһен дә күҙҙән ысҡындырмай. Уның әсәһенә тәрбиә биргән пастор Глюктың ғаиләһен дә онотмай.

Динилеге һәм сәйәхәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Троица-Сергиев лавраһына төрлө өйәҙҙәрҙәге ерҙәргә аҫабалыҡ хоҡуғы биргән Жалованный грамота

Вафатынан һуң Елизаветаның еңел-елпе характерҙа булыуы танылһа ла, ул бик ныҡ дини булыуы менән дә айырылып тора. Мәҫәлән, даими рәүештә йәйәүләп Петербургтан Мәскәүгә һәм уның тирәһендә урынлашҡан Саввино-Сторожевский, Яңы Иерусалим һәм бигерәк тә Троица-Сергиев монастырҙары кеүек изге урындарға ғибәҙәт ҡыла. Троицк юлы буйлап барғанда уны бөтә һарай кешеләре һәм фаворриттары оҙатып йөрөй.

Елизаветаның Яңы Иерусалимға барып ғибәҙәт ҡылыуы

Тәхет вариҫы булыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Елизаветаның әсәһе яғынан туғандары

Елизавета Петровна вафатынан һәм Петр Өсөнсөнөң тәхеткә ултырыуынан һуң Екатеринбургтағы аҡса һуғыу йортонда күпмелер ваҡыт императрица Елизаветаның һүрәте төшөрөлгән аҡса һуғыу дауам ителә, сөнки Елизавета Петровнаның үлеме тураһындағы хәбәр Екатеринбургҡа бик һуңлап барып етә. 1762 йылда Елизавета Петровна һүрәте төшөрөлгән аҡсалар ҡайтанан һуғыла, әммә күпмеһелер барыбер һаҡланып ҡала.

  • Изге апостол Андрей Первозванный ордены
  • Изге Екатерина Ордены
  • Аҡ бөркөт ордены (Польша)
  • Ҡара бөркөт ордены

Ете йыллыҡ һуғышта ҡанлы ваҡиғалар булыуға ҡарамаҫтан, улар Рәсәйгә бер ниндәй сәйәси дивидендтар килтермәһә лә Елизавета үҙе тураһында бик яҡшы хәтер ҡалдыра. « Батша ҡыҙы Софьяның идаралығынан һуң тәүге тапҡыр Рустә йәшәүе еңелләшә, бер генә батшалыҡ та үҙе тураһында ошондай һәйбәт хәтирәләр ҡалдыра алманы», — ти В. О. Ключевский[27].

Файл:Памятник Елизавете Петровне.jpg
Императрица Елизавета Петровнаның Балтийскиҙағы һәйкәле.
  • Изге Елисавета ҡәлғәһе нигеҙендә Елизаветград (хәҙерге исеме — Кропивницкий) ҡалаһы ҡалҡып сыға.
  • Елизавета ауылы (элек Елизаветино) — хәҙер Екатеринбург ҡалаһы эсендә ҡалған.
  • Дон йылғаһы тамағында Елизаветинский станицаһы, Ростов-на-Донуға һәм Азовҡа яҡын.

Ҡалып:Императоры России Ҡалып:Елизавета Петровна Ҡалып:Кузены и кузины Елизаветы Петровны Ҡалып:Великие княжны Ҡалып:Дети Петра I

  1. 1,0 1,1 1,2 Lundy D. R. Elizabeta Petrovna Romanov, Tsarina of Russia // The Peerage (ингл.)
  2. https://biografiasampo.fi/henkilo/p276
  3. Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. KlingeSuomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
  4. Elizabeth // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Elisabet (швед.)SLS.
  6. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. Elisabeth Petrowna // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  8. Elisabet I de Rússia // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.)Grup Enciclopèdia, 1968.
  9. Елизавета Петровна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  10. 10,0 10,1 10,2 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  11. Белявский М. Т. Ломоносов и основание Московского университета / Под ред. М. Н. Тихомирова. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1955. — С. 143. — 311 с.
  12. Пчелов Е. В. Царевна Елизавета Петровна и Полтавский триумф. // kreml.ru
  13. Родословная книга Всероссійскаго дворянства. / Составилъ В. Дурасов. — Ч. I. — Градъ Св. Петра, 1906.
  14. М. М. Щербатов. О повреждении нравов в России. Глава VII. // vostlit.info
  15. Казимир Валишевский. Книга «Дочь Петра Великого (Елизавета Петровна)» из серии «Великие женщины — символы эпох». // books.google.ru
  16. Двоюродный брат герцога Голштинского, за которого вышла замуж её старшая сестра.
  17. Впоследствии одна из них была выдана за М. И. Воронцова, другая — за Н. А. Корфа.
  18. Валишевский К. Царство женщин. — Сфинкс, 1911. — С. 402.
  19. Клименко С. В. Архитектурная программа коронации императрицы Елизаветы Петровны 1742 года и Москва эпохи барокко // Архитектурное наследство. — Вып. 58. — 2013. — С. 123—134.
  20. «Весёлая царица была Елисавет». // The New Times, 27.12.2010.
  21. Терюшевское восстание эрзян 1743—1745 годов. — Uralistica 2012 йыл 25 октябрь архивланған.
  22. Анисимов М. Ю. Семилетняя война и российская дипломатия в 1756—1763 гг. М., 2014.
  23. Анисимов М. Ю. Семилетняя война и российская дипломатия в 1756—1763 гг. М., 2014. С. 489—491.
  24. Молева Н. Княжна Тараканова. — М., 2007.
  25. Елизавета взяла под личную опеку осиротевших в 1743 году двух сыновей и дочь камер-юнкера Григория Бутакова: Петра, Алексея и Прасковью.
  26. «Она поджидала прибытие французских кораблей в С.-Петербургский порт и приказывала немедленно покупать новинки, привозимые ими, прежде чем другие их увидели. Английский посланник лорд Гиндфорд сам хлопотал о доставке императрице ценных тканей. Она любила белые или светлые материи, с затканными золотыми или серебряными цветами. Бехтеев, посланный в 1760 году в Париж для возобновления дипломатических сношений между обоими дворами, вместе с тем добросовестно тратил своё время на выбор шелковых чулок нового образца и на переговоры о приглашении для Разумовского знаменитого мастера поваренного искусства Баридо» (К. Валишевский).
  27. Ключевский В. О. Курс русской истории. — С. 189. — ISBN 978-5-4241-1754-1.