Ен

Ен һүрәте төшөрөлгән боронғо ашшур ташы  

Ен (ғәр. جن‎ "жин") — ғәрәп мифологияһындағы зат, һуңынан ислам тәғлимәтенә инеп  китә, яуыз көстәргә ҡарай. Исламға тиклем ғәрәптәр ендәргә табынған. Исламға ярашлы, ендәр төтөнһөҙ саф ялҡындан яралтылған, кешенең  5 һиҙеү ағзаһының береһе лә уны тоймай, кешеләр йәнәшендә йәшәй, уларҙан алдараҡ барлыҡҡа килгән, кешеләр кеүек үк Аллаға ышаныу-ышанмауҙары мөмкин. 

Ғәрәп  мифологияһында ендәрҙең дүрт төрө бар: ғифрит, гүл, силә, мәрид (мәлик). Улар араһында иң ҡеүәтлеһе һәм яуызы — ғифрит, утты уйнатыусы был ен иблескә хеҙмәт итә һәм кешегә етди зыян яһарға һәләтле.[1] Гүл  — ғәрәп мифтарындағы зат, ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә, сүллектәрҙә һәм зыяраттарҙа йәшәй, яңы йән биргән үләкһә менән туҡлана. Мәридтәр (мәликтәр) — һауа ендәре, аҡыллылар, бөтә ендәрҙең батшаһы тип һаналалар. Силә — ендәрҙең иң көсһөҙө, ҡиәфәтен үҙгәртә алмай һәм ағастан ҡурҡа  (ағас таяҡ менән бер һуҡҡандан да үлә).

Көнбайыш мәҙәниәтенә ендәр тәү сиратта Мең дә бер кисә тигән йыйынтыҡ аша барып ингән, унда енде ҡулдарын күкрәге тәңгәлендә ҡаушырған, әммә лампа эсенә бикләнгән, лампаны ышҡып, уны уятҡан һәр кемдең теләген үтәй торған тылсымлы зат итеп күҙ алдына килтерәләр. 

Исламға тиклемге мәҙәниәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Археологик табылдыҡтарға ҡарағанда, төньяҡ-көнбайыш Ғәрәбстанда  илаһтарға табынған кеүек итеп ендәргә табынғандар. Боронғо Пальмирала кешеләр  «енней»ҙәргә — һәйбәт илаһтарға баш эйгән.[2] Борон мәжүси ғәрәптәрҙең илаһтай күреп ендәргә инанғанлығын Ҡөрьән сүрәһе лә дәлилләй: 

Мәккәлеләр ендәргә табынғанда ҡорбан килтергән.[3]

Ендәргә рим мифологияһында —  генийҙар, ә боронғо гректарҙа даймондар, йәки демондар (бор. гр. δαίμων) тап килә.

Ҡөрьән сүрәһе: Ендәр

Исламға ярашлы, Аллаһ аҡылы булған йән эйәләренең өс төрөн яралтҡан: нурҙан —  фәрештәләрҙе, балсыҡтан —  кешеләрҙе һәм өткөс ялҡындан —  ендәрҙе.[4] Ен һүҙе жәннә (йәшерен) тигән ғәрәп һүҙенән барлыҡҡа килгән. Шулай итеп, ендәр кеше күҙенә күренмәҫ заттар була. 

Мөхәммәттең сәхәбәһе Ибн Ғәббәс былай тигән: «Беренсе булып (әҙәм заттары барлыҡҡа килгәнсе) Ергә ендәр ебәрелгән. Әхләҡһеҙлеге һәм дошмансыллығы менән бөтә мөмкин булған сиктәрҙе үткәс, Аллаһы Тәғәлә улар янына Иблесте (ул мәлгә  ҡәһәрләнмәгән һәм бик ғилемле, иманлы булғанлыҡтан фәрештәләр араһында йәшәгән ен) һәм тағы бер нисә фәрештәне ебәргән. Улар көс менән әшәкелекте һәм һуғыштарҙы туҡтатҡан. Бынан һуң  Әҙәм (менән Һауа) яратылған»[5].

Исламда яҙылғанса, кешеләр кеүек үк ендәр ҙә хаҡ йә нахаҡ юлды һайларға хоҡуҡлы. 

Шулай итеп, ендәр араһында иманлылар  (мосолмандар) һәм мөртәттәр бар, былары Иблескә хеҙмәт итә һәм  шайтан тип йөрөтөлә. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Ҡөрьән уҡығанын ишетеп, күп ендәр ислам ҡабул иткән:

 14 быуат ғәрәп манускриптында ендәр һүрәте

Мосолмандар инаныуынса, күп кешеләрҙе Иблес ялғанға һәм күп аллалылыҡҡа әүрәтә. Был ен, Аллаһ тарафынан һайлап алынып, фәрештәләр менән күктә йәшәргә тейеш булған, тик сикһеҙ хакимлығынан иҫереп, Аллаһтың бойороғон боҙған һәм күктән ҡыуылған.

Ендәр күп йәһәттән кешеләргә оҡшаған, улар ризыҡ ейеүгә мохтаж, өйләнә, бала таба, үлә, Аллаһ уларға ла үҙ рәсүлдәрен ебәрә.[6][7] Тик ендәр  кешеләрҙән оҙағыраҡ йәшәй. Кеше кеүек үк, ендәр ҙә ҡиәмәт көнөндә сират күперенән үтәсәк, иманлылары ғына йәннәткә эләгәсәк.[8]

Али яҙмаларында ендәр һүрәте: Гүлистан һарайы

Сәләфиҙәр фекеренсә, ендәр кеше ҡаршыһына әҙәм, януар йә үҫемлек ҡиәфәтендә килеп баҫа ала. Ендәр шулай уҡ тере заттарҙың йәнен һәм тәнен баҫып алырға һәләтле, ҡайһы берҙә улар быны зыян килтерер өсөн йә иһә кешегә ғашиҡ булһалар эшләй. Ендән һаҡланыр өсөн мосолманға өйөндә Ҡөрьәнде йышыраҡ уҡыу фарыз. Әгәр кешегә ен эйәләшһә, уны тик Аллаһ исеме менән генә ҡыуып сығарып була.  Яуыз ендәр һәм шайтандар кешене юлдан яҙҙыра, илаһтарға табынырға мәжбүрләй. Өйгә ен эйәреп инмәһен өсөн, мосолман ишектән ингәндә  «бисмиллаһ» әйтә.

Ендәрҙең тормош-көнкүреше күп йәһәттән кешенекенә оҡшаш. Уларҙың ғаиләләре, балалары, батшалары, хөкөмдәре, туйҙары һәм башҡа йолалары бар.[9] Ҡайһы бер хәҙистәр ендәрҙе 3 төргә бүлә: оса ала торғандары, йыландарға, эттәргә оҡшағандары һәм гел сәйәхәт итеп йөрөүселәре.[10] Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе оҙатып йөрөгән Абдуллаһ ибн Мәсүд билдәләүенсә, пәйғәмбәрҙең Ҡөрьән уҡығанын тыңларға килгән ендәрҙе ул үҙ күҙе менән күргән һәм уларҙы, йыландан башлап аҡ кейемле оҙон буйлы кешеләргә тиклем төрлө сүрәттә инеләр, тип һүрәтләгән.[11] Ендәр аждаһа, ҡырағай ишәк һәм башҡа хайуандар рәүешенә инә алған.[12] Ҡайһы берҙә кешеләрҙе алдаштырыр өсөн кеше сүрәтенә лә ингәндәр.[13] Хәҙистәр раҫлауынса, ендәр һөйәккә ит үрҙереп, тиреҫ ашап та йәшәй ала.[14]

Ибн Тәймиә ендәрҙе наҙан, мөртәт, хыянатсыл тип тасуирлаған,[15] шулай итеп, ул сәләфилектең төп тәғлимәттәренә яҡын торған, ул шулай  уҡ ендәрҙең, сихырсыларҙы «йәшерен хәҡиҡәт» менән тәьмин итеп, сеанстар ваҡытында мәрхүмдәрҙең тауышы менән һөйләүе тураһында әйткән.[15]

Әр-Рәхман сүрәһенең 33-сө аятында Аллаһ ендәрҙең күктең сигенә етергә һәләтле булыуын, быны тик Аллаһ ихтыяры буйынса ғына эшләй алыуын телгә ала. Әгәр ен үҙ белдеге менән күктән ситкә сығырға һәм Аллаһтың фәрештәләргә әйткән бойороҡтарын ҡасып ҡына тыңлап торорға теләһә  һәм  был енәйәте өҫтөндә тотолһа, Аллаһ ихтыяры менән күк йондоҙо тарафынан яндырылыр, тиелгән. 

Сөләймәндең ендәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьән раҫлауынса, Исраил батшалығының иң бөйөк хакимдарының береһе Сөләймән Аллаһтан иң ҡеүәтле ендәрҙе лә тыңлатырлыҡ көс алған. Ендәрҙән Сөләймән төрлө йомоштар башҡартҡан һәм тыңламағандарына яза биргән. 

Сөләймән ендәрҙе тырышып һәм күп итеп эшләргә мәжбүр иткән. Сөләймән йән биргәс тә таяғын таянып ултырыуын дауам иткән, ә ендәр уны үҙҙәрен күҙәтә тип уйлаған.

Ендәр —  ауыҙ-тел ижадында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Балыҡсы тураһында әкиәттәге ен: Мең дә бер кисә

Ендәр Ғәббәси хәлифәлеге   осоронан баш алған бөтә мосолман илдәрендәге фольклорҙа ла осрай,  унда ен (ҡатын-ҡыҙ енесенән булһа  — еннири) төшөнсәһе барлыҡҡа килгән. Ул замандарҙа еннириҙәр тураһында риүәйәттәр ҙә булған, мәҫәлән, Жәйһәл Еннири хаҡында. Ислам тәғлимәтселәре ендәргә әллә ни әһәмиәт бирмәһә лә, мосолман нәфис әҙәбиәтендә ендәр, уларға бәйле мөхәббәт тарихтары, улар һаҡлаған хазиналар, хаҡ динлеләрҙе аҙҙырырға, юлдан яҙҙырырға тырышыуҙары тураһында күп яҙылған. Ендәр урта быуаттарҙағы ғәрәп һәм мосолман фольклорында яуыз көстәр яғында йөрөүсән киң таралған персонаж булған. 

Ендәр «Мең дә бер кисә» әкиәттәрендә һәм башҡаларҙа ҡатнаша. Улар күп осраҡта төрлө бәлә-ҡаза — ауырыуҙар, көтөлмәгән үлем —  сәбәпсеһе булып тора йә, киреһенсә, кешеләргә ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙ ендәр ирҙәрҙе әүрәтә. 

 Мосолман мистикаһының бер яғы  — ендәрҙе буйһондороп, улар ярҙамында  мөғжизәләр ҡылырға тырышыу. Ендәрҙе буйһондороу тураһындағы китап-ҡулланмалар  әле булһа ҙур һорау менән файҙалана. 

Фәләстиндәр инаныуынса, ендәр теләһә ниндәй ҡиәфәткә инә ала. Фәләстин ҡатын-ҡыҙҙары ҡояш байығас май һауытын асмай, сөнки был ваҡытта ул ендеке була тип иҫәпләй, әммә асырға ихтыяж тыуһа, Аллаһҡа ялбарып, доғаларын уҡый. Фәләстиндәр менән ғәрәптәр  ендәрҙең төндәрен урамға сығыуына ышана, шунлыҡтан кешеләр ҡараңғы төшкәс күтәрмәгә ултырмаҫҡа тырыша, ултырырға тура килһә, Аллаһ исеменә доғалар уҡый. Бала күтәрмәгә йығылһа, был урынға тоҙ менән һыу һипкәндәр. Баланы ен сихырынан ҡурсалау өсөн йома алдынан уларҙы әрләмәгәндәр һәм ҡояш байығас көҙгөгә ҡаратмағандар. Ғәрәптәр араһында костер аша һикереү ҙә тыйылған, сөнки был ендәрҙең йәненә тейер ҙә улар боҙом ебәрер, тип һаналған. Костерҙы һүндерер алдынан ғәрәптәр  (атап әйткәндә, фәләстиндәр) былай ти: Бә’д әс-сәмәһ, йә сәкени-н-әр! («Ялҡында йәшәүселәр, рөхсәт итһәгеҙсе!»). Төнөн һыҙғырырға, иҙән йыуырға, һыбыҙғыла уйнарға ярамай, юғиһә ендәр асыуланыр, тигән хәүеф булған. Фәләстиндәрҙә булған бер хөрәфәттә (ислам тәғлимәте менән бәйле түгел) ендәрҙең нисек барлыҡҡа килтерелгәне тураһында һөйләнелә,  унда шулай тиелә: тәүана Һауа бер юлы 40-ар бала тапҡан, улар араһынан йәмһеҙ 20-һен ырғытыр булған, ә Аллаһ шуларҙы йәлләп ендәргә әйләндергән.[16]

Әзербайжан риүәйәттәрендә ендәр һыбай йөрөргә ярата: улар йәшеренеп кенә атҡа менә лә тегене аҡ күбеккә батырғансы саптыра. Йылҡы хужалары  енде тотоп кәрәген бирер өсөн атты һыртына ыҫмала һөртөп сығарып ебәрә. Ен атҡа менгәс, уның һыртына йәбешә лә ҡаса алмай. Ендең тәненә энә ҡаҙау уның өсөн иң ҡурҡыныс яза һанала. Ен уға энә ҡаҙаған кешенең ихтыярһыҙ ҡолона әүерелә. Ҡоллоҡтан ҡотолор өсөн ен берәй баланың тәненән энәне һурып алыуын үтенә, һурып алһа, алма бирергә вәғәҙә итә. Энә һурып алынғас та, ен юҡҡа сыға[17].

Руандала геноцид сағында хутуҙар һәм тутсиҙар мосолман райондарынан ситтәрәк йөрөргә тырыша, сөнки мосолмандар менән мәсеттәр ендәр ҡарауы аҫтында тип ҡурҡа. Чьянгугуҙа мәсеттәрҙе емермәйҙәр, сөнки уларҙы ендәр һаҡлай тип уйлайҙар һәм уларҙың асыуынан ҡурҡалар.[18]

Ендәр Көнбайыш мәҙәниәтендә  «Мең дә бер кисә» йыйынтығындағы Аладдин тураһындағы әкиәт аша билдәле. Унда һөйләнгәнсә, көршәккә бикләнгән тылсымлы һәм ҡеүәтле зат, көршәкте ышҡып, уны иреккә сығарған һәр кемдең 3 теләген үтәй алған.

  • Редьярд Киплингтың  «Ни өсөн Дөйәнең үркәсе бар» (1898) тигән әкиәтендә, Бөтә Сүлдәрҙең Хакимы булған Ен Дөйәне тылсымы менән үркәсле иткән, тиелә. 
  • Бер туған Стругацкийҙарҙың «Дүшәмбе шәмбенән башлана» тигән китабында ғифриттәр сихыр һәм тылсым институты ҡорамалдарының береһе булып тора.
  • Лазарь Лагиндың «Хаттаб уғлы ҡарт» повесы.
  • Джонатан Страудтың фәнтәзиле китаптары —  Сәмәрҡәнд бетеүе, Голем күҙе, Птолемей ҡапҡаһы, Сөләймәндең йөҙөгө.
  • Александр Рудазовтың  метағаләмендә осрайҙар. 

Донъя кинематографында ендәр — киң таралған персонаждар.  «Бағдад уғрыһы» (1940 йыл) тигән британ фильмында ен кеше сүрәтендәге бәһлеүән зат булып кәүҙәләнә һәм үҙен лампанан сығарған малайға буйһона.

«Аладдиндың тылсымлы лампаһы» (1966 йыл) тигән совет фильмында ла ен уттан сыҡҡан зат булып тора. 

 Режиссёр  Роберт Картцмандың  1997 йылда төшөрөлгән «Теләктәрҙе үтәүсе» һәм Джек Шолдерҙың  1999 йылдағы «Теләктәрҙе үтәүсе-2» фильмдарында яуыз ен ҡатнаша. 

  • Багдадский вор (Бөйөк Британия, 1940)
  • Старик Хоттабыч (СССР, 1956)
  • Волшебная лампа Аладдина (СССР, 1966)
  • Седьмой джинн (СССР, 1976)
  • Я мечтаю о Джинни - 15 лет спустя (АҠШ, 1985)
  • Новые сказки Шахерезады (СССР, 1987)
  • Я всё ещё мечтаю о Джинни (США, 1991)
  • Джинн без бутылки (АҠШ, 1992)
  • Чудо-пляж (АҠШ, 1992)
  • Казаам (АҠШ, 1996)
  • Исполнитель желаний (АҠШ, 1997)
  • Исполнитель желаний 2 (АҠШ, 1999)
  • Арабские ночи (АҠШ, 2000)
  • Не целуйтесь с джинном из бутылки (Германия, 2003)
  • Зови меня Джинн (Рәсәй, 2005)
  • Хоттабыч (Рәсәй, 2006)
  • Святилище красных песков / Red Sands (АҠШ, 2009)
  • Битва титанов (АҠШ, 2010)
  • Джинны (Франция, 2010)
  • Сверхъестественное (АҠШ, 2005)
  • Джинн (АҠШ, 2014)
  • Секретные материалы
  • Сверхъестественное
  • Зачарованные 
  • Я мечтаю о Джинни
  • Джинн дома 
  • Однажды в стране чудес
  • Однажды в сказке
  • Ученик Волшебника (СССР, «Экран» ижади берекмәһе, 1984 йыл,  С. Прокофьева китабы буйынса)
  • Аладдин (АҠШ, 1992),
  •  Возвращение Джафара (АҠШ, 1994)
  • Али-баба и сорок разбойников (Япония),
  • Утиные истории: заветная лампа (АҠШ, 1990)
  • Утиные истории ( «Джинн двух господ» серияһы)
  • Ф. Энсти «Медный кувшин»
  • Наталья Солнцева «Копи царицы Савской», «Танец семи вуалей», «Полуденный демон»
  • Лазарь Лагин «Старик Хоттабыч»
  • Джонатан Страуд «Трилогия Бартимеуса»
  • Аркадий и Борис Стругацкие «Понедельник начинается в субботу»
  • Ф. Б. Керр «Дети лампы»
  • Дмитрий Емец «Таня Гроттер»
  • Грэм Мастертон «Джинн»
  • Нивен Ларри «Загадай желание»
  • Галина Чёрная «Джинния» и «Джинния против!»
  • Кир Булычёв «Алиса и гость в кувшине»
  • Ксения Медведевич «Ястреб халифа»
  • Анджей Сапковский «Последнее желание»

Компьютер уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Heroes of Might and Magic
  • The Sims
  • The Sims 2 FreeTime  
  • The Sims 3 Supernatural 
  • The Witcher 3 : Wild Hunt
  • Perfect World
  • Rappelz
  • Skylanders: Giants
  • World of Warcraft: Cataclysm
  1. Ифрит
  2. Hoyland, R. G. Arabia and the Arabs: From the Bronze Age to the Coming of Islam.
  3. Коран 72:6
  4. Ар-Рахман 55:14
  5. См.: Аз-Зухайли В. Ат-тафсир аль-мунир [Освещающий тафсир]: В 17 т. Дамаск: аль-Фикр, 2003, т. 1, с. 139.
  6. Аз-Зарият 51:56
  7. Muḥammad ibn Ayyūb al-Ṭabarī, Tuḥfat al-gharā’ib, I, p. 68; Abū al-Futūḥ Rāzī, Tafsīr-e rawḥ al-jenān va rūḥ al-janān, pp. 193, 341
  8. Tafsīr; Bakhsh az tafsīr-e kohan, p. 181; Loeffler, p. 46
  9. Ṭūsī, p. 484; Fozūnī, p. 527
  10. Fozūnī, p. 526
  11. Fozūnī, pp. 525—526
  12. Kolaynī, I, p. 396; Solṭān-Moḥammad, p. 62
  13. Mīhandūst, p. 44
  14. Abu’l-Fotūḥ, XVII, pp. 280—281
  15. 15,0 15,1 Ibn Taymiyyah, al-Furqān bayna awliyā’ al-Raḥmān wa-awliyā’ al-Shayṭān («Essay on the Jinn»), translated by Abu Ameenah Bilal Phillips
  16. Джинн 2013 йыл 22 июнь архивланған. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская Энциклопедия, 1987—1988.
  17. Ҹин (сказка о джинне). — Азербайджанские сказки. — Баку: Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1963. 
  18. Kubai, Anne (April 2007).