Енси сәләмәтлек | |
Кем ҡушҡан | Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы |
---|---|
Енси сәләмәтлек Викимилектә |
Енси сәләмәтлек — кеше сәләмәтлеге торошоноң медицина тарафынан танылған бер өлөшө. Енси сәләмәтлектең хәҙерге заманда ҡулланылған ваҡытлыса билдәләмәһе 2002 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һағы ойошмаһы ҡанаты аҫтында енси сәләмәтлек буйынса үткәрелгән техник консультациялар сиктәрендә формалашҡан[1].
Енси сәләмәтлек сирҙең булмауын ғына түгел, ә сексуаллеккә ҡарата соматик (тән), хис-тойғо, интеллектуаль һәм социаль именлек торошон да аңлата. Енси сәләмәтлек сексуаллеккә һәм енси мөнәсәбәттәргә ыңғай һәм ихтирамлы ҡараш, ҡәнәғәтлек килтереүсе хәүефһеҙ енси тормош алып барыу мөмкинлеген, мәжбүр итеү, дискриминации һәм көсләүҙең булмауын күҙҙә тота. Енси сәләмәтлеккә өлгәшеү һәм уны һаҡлау кешеләргә хас булған енси хоҡуҡтарҙы ғәмәлгә ашырыуға бәйле.
Юғарыла атап үтелгән техник консультацияларҙа шулай уҡ кешенең енси хоҡуҡтары теҙмәһе лә эшкәртелә, ул дәүләттәр тарафынан танылған дөйөм кеше хоҡуҡтарына таяна. Уға түбәндәгеләр инә: