Ерҙән ситтәге тереклек | |
Ҡайҙа өйрәнелә | астробиология[d] һәм SETI[d] |
---|---|
Способствовавшим фактором является | Жизнепригодность планеты[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | земной организм[d] |
Ерҙән ситтәге тереклек Викимилектә |
Ерҙән ситтәге тереклек (сит планеталағы тереклек) — Ерҙән ситтәге мөхиттә барлыҡҡа килгән һәм йәшәгән тереклектең гипотезаға нигеҙләнгән формаһы. Был фәнни өлкә астробиология (экзобиология) һәм ксенобиологияның, шулай уҡ ғилми фантастикала уйлап сығарылған объекттарҙың береһен тикшереү темаһы. Гипотезаларға ҡоролған бындай тереклек ябай прокариоттарҙан башлап (йәғни сағыштырырлыҡ тереклек формалары) кешелек донъяһы менән сағыштырғанда үҫештәре буйынса бик алға киткән цивилизацияларҙағы йән эйәләренә тиклемге варианттарҙы ҡарай[1][2]. Дрейк тигеҙләмәһе Галактикала Ерҙән ситтәге цивилизацияларҙың һанын билдәләү өсөн тәғәйенләнгән, кешелек донъяһына улар менән бәйләнешкә инеү мөмкинлеге бирелә.
XX быуат урталарынан Ерҙән ситтәге тормош эҙҙәрен эҙләү буйынса даими рәүештә әүҙем тикшеренеүҙәр алып барыла. Был тикшеренеүҙәр ерҙән ситтәге ағымдағы тормош һәм уларҙың тарихын, шулай уҡ ерҙән ситтә лә кешелек донъяһының булыуын асыҡлау менән шөғөлләнә. Эҙләнеү категорияһына бәйле төрлө ысулдар ҡулланыла: әйтәйек, телескоп мәғлүмәттәрен һәм өлгөләрҙе анализлауҙан[3] элемтә сигналдарфын тотоу һәм ебәреү өсөн файҙаланылған радиоға тиклем.
Ерҙән ситтәге тормош, бигерәк тә унда ла аңдың булыу концепцияһы, ер мөхитендә мәҙәни йоғонто тыуҙыра, айырыуса фәнни фантастик әҫәрҙәрҙең барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһай. Был йылдар эсендә фәнни фантастика бер нисә теоретик идея тәҡдим итә. Күп кенә әҫәрҙәр ерҙән ситтә лә тереклектең булыу мөмкинлегенә ҡарата йәмғиәтте ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡайһы берәүҙәр ерҙән ситтәге аңлы тереклек менән бәйләнеш урынлаштырыуҙа агрессив ысулдарҙы ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә. Икенселәре, бындай аҙым ситтәге аңға Ерҙең ҡайҙа булыуын күрһәтәсәк һәм киләсәктә сит аңдың беҙҙең планетаға баҫып инеүе ихтимал, тигән фекерҙә ҡала[4][5].
Ерҙә тормоштоң барлыҡҡа килеүе ерҙәгенә оҡшаш шарттар булғанда башҡа планеталарҙа тере йән эйәләренең барлыҡҡа килеүен раҫлай. Ерҙәге тормош мөхите генә бының өсөн тәүшарт булып тора[6].
Совет астрономы Иосиф Шкловский, спектраль G, K, M класына ҡараған (үҙенсәлектәре буйынса Ҡояшҡа яҡын булған) һалҡын һәм ярайһы уҡ тотороҡло яңғыҙ йондоҙҙар тирәләй әйләнгән планеталарҙа йәшәү өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип фаразлай[7].
Башҡа йондоҙҙар системаһында планеталарҙың булыуы буйынса асыштар ситләтеп булһа ла «тере йән эйәһе йәшәй алған урында» тормоштоң барлыҡҡа килеүе өсөн уңайлы урындар булыуына күрһәтә. Хәҙерге заман астрономияһы бындай планеталарҙағы йәшәү шарттарын баһалау мөмкинлеген бирмәй, әммә киләсәктә техник мөмкинлектәр уларҙа кислородтың булыу-булмауын асыҡларға ярҙам итәсәк, бына шунда инде Ерҙән ситтә лә тереклектең булыу-булмауын беләсәкбеҙ.
Углеродлы (күмерле) метеориттарҙы тикшергәндә уларҙың составында ерҙә йәшәгән тере йән эйәләренең йәшәү эшмәкәрлеге ҡалдыҡтары булған матдәләр табыла.
Таш метеориттарҙы тикшергәндә ҡайһы берҙә уларҙа «ойошҡан элементтар» — микроскопик (5-50 мкм) «бер күҙәнәклеләрҙең» булыуы асыҡлана,
Бөгөнгө көндә был таштарҙың ерҙән ситтә барлыҡҡа килгән ниндәй ҙә булһа тере йән эйәһенең ҡалдыҡтары булыуы иҫбатланмаған. Әммә, икенсе күҙлектән ҡарағанда, был «ойошҡан элементтар» йәшәү менән бәйле юғары ойоштороу дәрәжәһенә эйә.
1996 йылдың авгусында Science журналында 1984 йылда Антарктидала табылған ALH 8400 метеоритын тикшереү тураһында мәҡәлә баҫыла. Изотоплы тикшеренеү метеориттың 4-4,5 миллиард йыл элек барлыҡҡа килеүен, ә 15 миллион йыл элек планета-ара бушлыҡҡа ырғытылыуын; 13 мең йыл элек метеорит Ергә төшөүен асыҡлай. Электрон микроскоп ярҙамында метеоритты өйрәнеп, ғалимдар унда таш булып ҡатҡан микроскопик бактерияларҙы таба, улар ҙурлыҡтары 100 нанометр булған бактериялар ҡалдыҡтарын хәтерләтә, тип фаразлайҙар. Шулай уҡ микроорганизмдар тарҡалғанда барплыҡҡа килә торған матдәләрҙең эҙҙәре табыла. Ғилми берләшмә был эште бик үк танырға теләмәй. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, табылған бактериялар ҡалдыҡтары ерҙәге бактерияларҙан 100—1000 тапҡырға бәләкәйерәк, уларҙа хатта ДНК һәм РНК малекулалары урынлаша ла алмай. Артабанғы тикшеренеүҙәр барышында уларҙа ерҙәге биобысраҡлыҡ эҙҙәре табыла. Дөйөм алғанда, тикшерелгән өлгөләрҙе таш булып ҡатҡан бактериялар тип атау өсөн етерлек дәрәжәлә дәлилдәр юҡ, тигән һығымта яһала.