Жәһем ибн Сафуан

Жәһем ибн Сафуан
ғәр. جهم بن صفوان
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 696
Тыуған урыны Сәмәрҡәнд
Вафат булған көнө 745[1]
Вафат булған урыны Мерв, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Үлем төрө Үлем язаһы[1]
Үлем сәбәбе обезглавливание[d]
Һөнәр төрө дин белгесе
Эшмәкәрлек төрө Кәләм
Уҡыусылар Дирар ибн Ғәмер
Кемдә уҡыған аль-Джаад ибн Дирхам[d]
Әүҙемлек урыны Термез һәм Әл-Күфә

Әбү Мөхриз әл-Жәһем ибн Сафуан әт-Тирмизи (ғәр. أبو محرز الجهم بن صفوان الترمذي‎; Самарканд — 745, Мерв) - Жәбәри ислам дин белгесе, иртә кәләмдең жәһмилек ағымына нигеҙ һалыусы һәм эпонимы.

Жәһем ибн Сафуан бәнү расиб ғәрәп ҡәбиләһенән, ҡоллоҡтан иреккә сығарылғандар араһынан була (мәүлә), Сәмәрҡәндтә тыуған, Термезда, ә һуңынан Әл-Күфәлә йәшәгән. Күфәлә ул дин белгесе Жәғәд ибн Дирһәм менән менән осраша, һуңынан уның идеяларын вәғәзләй башлай. Жәһем Хөрәсәндәге өмәүи наместник Насир ибн Сәйәргә ҡаршы 734—736 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнаша. Һуңыраҡ Өмәүиҙәргә әсирлеккә эләгә һәм Мервта 745/746 (128 һижри йыл) йылдарҙа язалап үлтерелә[2].

Жәһем ибн Сафуан тәғлимәте мөғтәзилилеккә нигеҙләнгән. Мөғтәзилиҙәр кеүек үк, Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарымәңге йәшәүен һәм Аллаһты күреү мөмкинлеген инҡар итә. Ул да, үҙенең остазы кеүек әл-Жәғәд ибн Дирһәм кеүек үк, Аллаһҡа антропоморф характеристика биреү мөмкин түгеллеге һәм Ҡөрьәндең яралтылыуы тураһындағы фекерҙе алға һөрә. Жәһем ибн Сафуан шулай уҡ киләсәк ваҡиғалар (хәрәкәттәр) сикһеҙ була алмай, тимәк, Ожмах һәм Тамуҡ та мәңгелек була алмай тип һанай.

XI быуат башында Нехавенда жәһемселәр мәктәбе эшләй, был хаҡта башлыса күп һанлы «Кире ҡағыуҙар» буйынса билдәле (Әхмәт ибн Хәнбәл, Ибн Ҡотайба, Әд-Дәрими һ.б.).

Жәһем ибн Сафуандың уҡыусылары араһында Дирар ибн Ғәмер (ваф. 815), Бәшәр әл-Мүрәйси (ваф. 833) һәм уның уҡыусыһы әл-Хөсәйен ән — Нәжжәр була.

Жәһем ибн Сафуандың һәм уның яҡлыларының әҫәрҙәре һаҡланмаған.

Ваҡыт үтеү менән жәһемселәрҙең бер өлөшө әшғариҙарға ҡушылған.