Зайцева Ольга Алексеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
![]() |
Тыуған көнө | 16 май 1978 (46 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | биатлонист |
Биләгән вазифаһы | депутат Московской городской думы[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d] |
Участвовал в выборах | Выборы в Московскую городскую думу (2024)[d] |
Спорт командаһы ағзаһы | Центральный спортивный клуб армии[d] |
Масса | 64 килограмм |
Спорт төрө | Биатлон |
Ҡатнашыусы | 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары, 2002 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2010 — масс-старт (женщины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2006 — эстафета (женщины)[d] һәм Биатлон на зимних Олимпийских играх 2010 — эстафета (женщины)[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 169 сантиметр |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 18 183 |
![]() |
Зайцева Ольга Алексеевна (16 май 1978 йыл)[1] — Рәсәй биатлонсыһы, эстафетала ике тапҡыр Олимпия чемпионы (2006 һәм 2010), өс тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командаһының күп йыллыҡ лидеры. Ольга Зайцеваның иҫәбендә һигеҙ донъя чемпионатының миҙалы, донъя кубогының 75 миҙалы, шул иҫәптән, 13 шәхси һәм 16 команда ярышында еңеү, шулай уҡ бәләкәй гәлсәр глобус масс-стартта (2005).[2]
2015 йылдың ғинуарынан — биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. 2017 йылдың декабрендә МОК тарафынан дисквалификацияланған[3].
Ольга Алексеевна Зайцева Мәскәүҙа 1978 йылдың 16 майында тыуған. Атаһы — Алексей Николаевич Зайцев граждандар авиацияһы летчигы, әсәһе — балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Александра Дмитриевна Зайцева[4]. Зайцева дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған сағында уҡ 1987 йылдан алып саңғы менән мауыға башлай. 1991 йылда, өлкән апаһынан үрнәк алып, Мәскәү 43-сө балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбендә башта тренер С. В. Нестерова ҡулы аҫтында, артабан тренер Е. В. Чукедова етәкселегендә саңғы менән шөғөлләнә башлай.
Биатлонға эләгеүе осраҡлы була[4]. Мәктәп командаһы биатлонсылары өсөн спортсылар етмәй, һәм мәктәптең биатлон командаһы тренеры Зайцеваға биатлонда үҙ көсөн һынап ҡарарға тәҡдим итә. Ике аҙна эсендә ул атыуға өйрәнә һәм ярыштарҙа сығыш яһай, тәүҙә Красногорскиҙа, ә һуңынан Пермдағы Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһында ҡатнаша. 1994 йылда биатлонға тулыһынса күсә.
1993 йылда 8-се кластан һуң Зайцева Мәскәү профессиональ белем һәм спорт колледжына уҡырға инә. 1992—1994 йылдарҙа биатлон буйынса Рәсәй ярыштарнда ҡатнаша, шулай итеп Зайцева Ольга Алексеевнаның спорт карьераһы ныҡлап башланып китә.
Миҙгел | ОЗ | ИГЗ | СЗ | ГПЗ |
---|---|---|---|---|
2000/2001 | ? | ? | ||
2004/2005 | 24-мин | 12-я | 28-я | |
2007/2008 | 67-мин | 26-мин | 79-я |
дня))