Запорожье (укр. Запоріжжя) — Украиналағы ҡала. Запорожье өлкәһенең үҙәге. Днепр йылғаһында урынлашҡан.
- Лиходед Виталий Алексеевич (14.06.1944), ғалим-провизор, 1984 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты, 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Фармакология фәндәре докторы (1993), профессор (1993). СССР-ҙың уйлап табыусыһы[1].
- Рогова Наталья Леонидовна (28.03.1927—18.08.1994), спортсы, тренер. 1977 йылдан теннис буйынса Олимпия резервының Өфөләге балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тренеры һәм Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры, Өфөлә теннис мәктәбен ойоштороусы. РСФСР-ҙың (1991) һәм Молдавия ССР-ының атҡаҙанған тренеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1988), СССР-ҙың спорт мастеры (1959)[2].