Зеландия (утрау)

Зеландия
дат. Sjælland
Рингстедта Изге Бенедикт сиркәүе
Рингстедта Изге Бенедикт сиркәүе
Характеристики
Майҙаны7031 км²
Иң бейек нөктәһе126 м
Халҡы2 147 281 чел. (2009)
Урынлашыуы
55°30′ с. ш. 11°45′ в. д.HGЯO
АкваторияБалтик диңгеҙе
РегионЗеландия
Дания
Красная точка
Зеландия
 Зеландия Викимилектә

Зела́ндия (дан. Sjælland [ˈɕɛˌlænˀ]) — Балтик диңгеҙендә иң ҙур утрау. Дания короллеге территорияһында ҙурлығы буйынса өсөнсө утрау (Гренландия һәм Диско утрауҙарынан һуң).

Фараз буйынса утрауҙың атамаһы Sæl (тюлень, нерпа) һәм land (ер) тигән дат һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, сөнки Зеландия яр буйҙарында тюлендәрҙең ҙур популяцияһы йәшәгән. Хәҙерге атамаһы дан. Sjællandдиңгеҙ ере тип аңлатыла (дан. sjo — диңгеҙ; шул уҡ исемдәге Нидерланд провиницияһы менән сағыштырығыҙ: нидерл. Zeelandдиңгеҙ ере, бында нидерл. zee — диңгеҙ).

Хуннестед ҡалаһы эргәһендәге Исе-фьорд ҡултығына ингән урындан Зеландия утрауына күренеш

Майҙаны — 7031 км². Утрау Каттегат боғаҙы һәм Балтик диңгеҙе араһында урынлашҡан. Скандинавия ярымутрауынан (Швециянан) Эресунн боғаҙы менән, ә Фюн утрауынан — Ҙур Бельт боғаҙы менән айырылған. Ҙур Бельт күпере утрауҙы Фюн утрауы; Стурстрём һәм Фарё күперҙәре — Фальстер утрауы; Эресунн күпереШвецияның Мальмё ҡалаһы менән тоташтыра.

Зеландия ярҙары башлыса уйһыулы, Исе-фьорд, Сайерё-Бугт һ.б. ҡултыҡтар менән ныҡ йырғыланған. Утрау эзбизташтан һәм балсыҡтан яһалған.

Утрауҙа бихисап күлдәр, шул иҫәптән Даниялағы иң ҙур күл — Арресё урынлашҡан. Сусо йылғаһы — Зеландиялағы иң ҙур йылға, уның оҙонлоғо 82 км тәшкил итә. XX быуат башында утрауҙы бук һәм имән урмандары менән ҡаплаған, әммә хәҙерге ваҡытта уларҙың майҙаны ныҡ ҡыҫҡарған.

Зеландияның көнсығыш яр буйында һәм яҡындағы Амагер утрауында Данияның баш ҡалаһы Копенгаген урынлашҡан. Утрауҙағы башҡа ҡалалар — Фредериксберг, Хельсингёр, Хиллерёд, Хольбек, Кёге, Нествед, Престё, Роскилле, Слагельсе, Слангеруп, Сорё, Вордингборг, Валленсбек.

Утрау буйлап Даннесшелод, Есром, Фредериксверк каналдары һуҙылған.

  • Klaus Düwel, Eva Nyman, Henrik Thrane: Seeland. In: Reallexikon der Germanischen Altertumskunde (RGA). 2. Auflage. Band 28, Walter de Gruyter, Berlin/New York 2005, ISBN 3-11-018207-6, S. 25–35.