Зидан Зинедин

Футбол
Футбол
Зинедин Зидан
Информация
Тулы исеме Зинедин Язид Зидан
Ҡушаматы Зизу (франц. Zizou)
Тыуа 23 июнь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2][3][…] (52 йәш)
16-й округ Марселя[d], Марсель[4]
Гражданлығы Франция флагы Франция
Буйы 185 см
Позиция ярымһаҡсы
Клубы
Клубы Испания Реал Мадрид
Вазифа баш тренер
Карьера
Йәштәр клубтары
1982—1983 Франция флагы Сен-Анри
1983—1987 Франция флагы Сетем-ле-Валлон
1987—1988 Франция флагы Канн
Клуб карьераһы*
1988—1992 Франция флагы Канн 61 (6)
1992—1996 Франция флагы Бордо 139 (28)
1996—2001 Италия флагы Ювентус 151 (24)
2001—2006 Испания Реал Мадрид 155 (37)
1988—2006 Всего за карьеру 506 (95)
Йыйылма командаһы**
1988—1989 Франция флагы Франция ( 17 йәшкә тиклем) 4 (1)
1989—1990 Франция флагы Франция ( 18 йәшкә тиклем) 6 (0)
1990—1994 Франция флагы Франция ( 21 йәшкә тиклем) 20 (3)
1994—2006 Франция флагы Франция 108 (31)
1995 Франция флагы Франция (B) 1 (0)
Тренер карьераһы
2013—2014 Испания Реал Мадрид ассистент
2014—2016 Испания Реал Мадрид Кастилья
2016—2018 Испания Реал Мадрид
2019—х. в. Испания Реал Мадрид

Халыҡ-ара миҙалдары
Донъя чемпионаты
Алтын Франция 1998
Көмөш Германия 2006
Европа чемпионаты
Алтын Бельгия/Нидерланды 2000
Бронза Англия 1996
Дәүләт наградалары
Почётлы легион ордены офицеры
Почётлы легион ордены офицеры
Почётлы легион ордены кавалеры Ҡалып:Асир Национального ордена Заслуг (Алжир)

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала, 30 май 2020 ҡарата төҙәтелгән.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Зинедин Язид Зидан (франц. Zinédine Yazid Zidane, ғәр. زين الدين زيدان‎, кабил. Zineddin Lyazid Zidan; әйтелеше: [zinedin zidan]; 23 июнь, 1972 йыл, Марсель, Франция) — кабил сығышлы күренекле француз футболсыһы һәм тренеры . Футбол тарихында бөйөк уйынсыларҙың береһе тип иҫәпләнә[5][6]. Үҙ карьераһын Зидан «Канн» клубында үҙәк ярымһаҡсы булып башлай, һуңыраҡ «Бордо» өсөн сығыш яһай, әммә уны бөтә донъяға билдәле француз яһаған клубтар тип «Ювентус» һәм «Реал Мадрид» һанала. Улар составында француз ун ике трофей яулай.

Зидан дүрт тапҡыр (1998, 2000, 2003, 2006) донъяның һәм бер тапҡыр (1998) Европаның, 2004 йылда УЕФА тарафынан һуңғы 50 йыл эсендә иң яҡшы футболсыһы тип таныла[7]. 2016 йылда france football версияһы буйынса тарихта иң яҡшы Француз футболсыһы булып таныла. Уның «Реалға» күсеүе 2001 йылда 75 млн евро тора һәм ул ваҡытҡа бер уйынсыға түләнгән рекордлы сумма булып һанала. Бары тик 8 йылдан һуң, 2009 йылда уның рекордын Роналдо Криштиану үтеп китә, уның күсеүе өсөн 94 миллион евро түләнә[8].

1994—2006 йылдарҙа Франция йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай, дөйөм алғанда уның составында 108 уйын үткәрә һәм 31 гол керетә. Йыйылма команда менән бергә Зидан донъя (1998) һәм Европа чемпионы (2000) була. 2006 йылғы донъя чемпионаты алдынан, команда капитаны булған һәм турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип танылған француз, мундиалдан һуң, уйынсы карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә.

Һуңынан Зидан Мадридтың «Реалында» эшләй, президент кәңәшсеһе, спорт директоры, икенсе команданың тренеры һәм баш тренер ассистент вазифаларын биләй[9][10]. 2016 йылдың ғинуарында Зидан Рафаэль Бенитес отставкаға киткәндән һуң тиҙ арала команданың баш тренеры итеп тәғәйенләнә[11]. Команданың баш тренеры булған тәүге ике миҙгелдә Зидан өс тапҡыр Чемпиондар лигаһы еңеүсеһе, Испания, Испания, УЕФА Суперкубоктары еңеүсеһе була, шулай уҡ донъяның клуб чемпионаттарында ике тапҡыр еңеү яулай[12].

2017 йылдың октябрендә, The Best FIFA Football Awards бүләкләү тантанаһында, «Реалды» быға тиклем бер кем дә өлгәшә алмаған кимәлгә — ике тапҡыр рәттән Чемпиондар лигаһына сығарғаны өсөн донъяның иң яҡшы тренеры тип таныла. 2018 йылда Зидан өсөнсө йыл рәттән Чемпиондар лигаһында еңеү яулай[13][14]. Еңгәндән һуң бер нисә көн үткәс, француз үҙ теләге менән Мадрид клубынан китеүе хаҡында иғлан итә[15][16]. Әммә, 2019 йылдың мартында клубҡа кире ҡайта. «Марсель рулеткаһы» футбол финтын булдырыусы тип һанала[17].

Марсель ҡалаһы ситендә Зидан йәшәгән йорт

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зидандың ата-әсәһе 1953 йылда, Алжир һуғышы алдынан Кабилия өлкәһенән Парижға күсенә. Һуңыраҡ, 1960 йылдар уртаһында, улар Марселдең төньяҡ өлөшөнә Ла-Кастеллан (франц. La Castellane) күсә, унда 1972 йылдың 23 июнендә Зинедин тыуа. Ул ғаиләлә иң кесеһе. Унан башҡа ғаиләлә тағы ла дүрт бала була: Лила апаһы, ағалары Джамель, Фәрид һәм Нордин. Зидандың атаһы универмагта кладовщик булып эшләй, ә әсәһе хужабикә була.

Зинедин, футболдан тыш, дзюдо менән мауыға, был төр буйынса йәшел билбауға эйә була. Шулай уҡ уны скейтбординг һәм велосипедтар ылыҡтыра, әммә таланты тап футболда асыла. Ул Марселдең башлыса Алжир һәм Марокконан сығыусылар йәшәгән Ла-Кастеллан кварталында уйнай башлай[18].

Был ҡыҙыҡһыныуы артабан профессиональ карьераһына әүерелә, 10 йәшендә Зидан футболсы лицензияһын ала һәм Ла-Кастелландың урындағы «Сен-Анри» клубының бәләкәйҙәр командаһы өсөн сығыш яһай башлай. Йыл ярымдан һуң Зидан «Сетем-ле-Валлон» клубына күсә. Унда ул ун дүрт йәшенә тиклем уйнай. Ошо ваҡыт эсендә ул Экс-ан-Прованс ҡалаһында урынлашҡан Спорт ярыштары һәм физик культура төбәк үҙәгенең күнекмәләр лагерында өс көн уйнау өсөн һайлап алына. Был — Франция Футбол федерацияһы идара иткән футбол институттарының береһе. Тап бында Зиданды «Канн» футбол клубы скауты Жан Варро күреп, уны клубтың уҡытыу үҙәге директоры Жиль Рампиллонға тәҡдим итә.

Атаһы ла вокзал ҡаршы, бер ҡасан «Канн» клубы тренерҙарының береһе Зиданды үҫмерҙәр футбол клубына алырға теләк белдергәс, атаһы ҡаршы килмәй. Тренер егеттең ата-әсәһенә уның яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәген һәм яҡшы белем алырын вәғәҙә итә, әммә үҫмергә уҡыу бик оҡшамай. 1987 йылда, 14 йәшендә Зидан үҙенең беренсе контрактына ҡул ҡуя. Тап шул саҡта ул Лазурный Берегтағы Канны курорт ҡаласығына күсенә.

Ул, «Канндың» икенсе бер стажеры — Арно Амадей — менән, Элино ғаиләһендә йәшәй. Элино Канндан алыҫ булмаған Пегом ҡасабаһында тора. Һәм, күнекмәләрҙән ҡайтҡас, ул, Амадей һәм Элиноның кесе улы, Лоран футбол ярышы ойошторалар. Һуңынан ул Канн ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан Мимондағы ятаҡҡа күсә.

Зидан һәр ваҡыт Франция йыйылма командаларының күҙ уңында була. Уның исемен барлыҡ тренерҙар белә, ул ваҡытта уның көслө сифаттары булып техника һәм физик ҡеүәте тора[9]. Бейек, үҙенең йәшенән олораҡ күренә һәм үҙ өҫтөндә даими эшләй. Канндағы дубль тренерҙары — башта Ги Лякомб, ә һуңғараҡ Жиль Рампийон уның үҫешенә ҡамасауламай, бары тик уға йүнәлеш бирә һәм шәхсән эшләй.

Зидандың «Канндың» төп составына команданың Жан Фернандес етәкселегендә Беренсе дивизионға сығыуы менән тап килә. 1989 йылдың 18 майы уның профессиональ футболда дебюты була. Уға 17 йәш тә тулмай. Нант ҡалаһында уҙған 1988/89 йылғы Франция чемпионатының һуңғы туры алдынан урындағы команда менән уйнағанда (улар өсөн ул саҡта Дешам һәм Десайи уйнай) тула. 78-се минутта Зидан Мартинесты алмаштыра. Матч тигеҙ иҫәп — 1:1 менән тамамлана[19]. Юғары дивизионда тәүге голын ул 1991 йылдың 10 февралендә «Нанту» менән уйнағанда, ҡапҡанан сыҡҡан ҡапҡасы аша тупты матур итеп кешә аша тибеп, индерә[20].

1991/1992 миҙгелдә команда икенсе дивизионға төшә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Зидан төп составы уйынсыһы булып һанала. 19 йәшендә «Бордо» клубына күсергә ризалаша.

1992 йылда «Бордоның» ул ваҡыттағы тренеры Роллан Курбис талантлы ярымһаҡсыны үҙ командаһына ылыҡтырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. 1992 йылдың йәйендә 20 йәшлек Зидан Атлантик яр буйҙарына күсә[21]. Ул ваҡытта командала уның яҡшы дутары — Биксент Лизаразя һәм Кристоф Дюгарри уйнай[22]. Зидан яңы коллективҡа бик тиҙ инеп китә.

1992/93 йылдар миҙгелен Францияның иң яҡшы командаһының береһе дебютант булараҡ тип башлай. Бер йыл элек команда президент Клод Безаның мутлыҡтары арҡаһында Икенсе дивизионға төшөрөлгән була. Чемпионатта «Бордо» 4-се урынға сыға һәм үҙенең киләһе миҙгелдә УЕФА Кубогында сығыш яһауын тәьмин итә. Зидан яңы командала беренсе миҙгелдә үк 10 гол индереп, Франция беренселегенең иң яҡшы бомбардиры булып таныла.

1993/94 йылдар миҙгелен «Бордо» УЕФА Кубогына йәки Кубоктар кубогына путевкаға дәғүә итеүселәрҙең береһе булараҡ башлай. Беренсе турҙа уҡ «Бордо» Францияның буласаҡ чемпионы — «ПСЖ» менән осраша һәм Зидандың штраф һыҙатынан индергән голы һөҙөмтәһендә 1:0 иҫәбе менән еңеүгә өлгәшә. 7-се турҙа жирондистар Тулузанан килгән ныҡышмал аутсайдерҙарҙың оборонаһын өҙә алмай. Ниһайәт, 56-сы минутта хужалар ҡапҡанан 25 метр алыҫлыҡтан штрафной туп тибеү хоҡуғын ала һәм Зидандың һөҙөмтәле голы «Бордоны» беренсе урынға сығара.

1993 йылдың 18 сентябрендә Зидан «Марсельгә» ҡаршы ҡунаҡ уйынында уйындан сығарыла. Уның ҡылығын махсус комиссия тикшерә һәм ике матчта уйнайҙан азат итә.

«Он — особенный игрок. Он находит пространство там, где его нет. Он может устранить любые неприятности, не важно, как до него доходит мяч или где в этот момент находится он сам. Его воображение и техника просто потрясающие»
—Бывший игрок «Ювентуса» Эдгар Давидс о Зидане.[23]

Тиҙҙән Зиданға тағы ла абруйлыраҡ клуб — Италияның «Ювентусы» иғтибар итә. Шулай итеп ул 1996 йылда Туринға барып эләгә.

Зидан килгәс, клуб өс тапҡыр рәттән Чемпиондар лигаһының финалына сыға, 1996 йылдың яҙында «Ювентус» Чемпиондар лигаһында еңеү яулай, шул уҡ йылдың аҙағында Токиола Аргентинаның «Ривер Плейт» командаһын еңеп, Футбол буйынса континент-ара кубогын яулай. Шул уҡ йылда Кубоктар кубогында еңгән «Пари Сен-Жерменде» еңеп, УЕФА Суперкубогын ала. Ике тапҡыр, 1997 һәм 1998 йылда, Зидан «Ювентус» менән бергә Италия чемпионы, 1997 йылда Италия Суперкубогы еңеүсеһе була. 1998 йылда ул Европаның иң яҡшы футболсыһы булараҡ «Алтын туп» призына лайыҡ була һәм донъяның иң яҡшы футболсыһы тип иғлан ителә. Әммә был иң төп уңыштан һуң килә, 1998 йылда — Франция йыйылма командаһы донъя чемпионы була. Иң мөһим уйынсыларҙың береһе булып Зидан тора.

Зинедин Зидан «Реал» составында

Зидан «Реал»ға 2001 йылдың йәйендә, ул мәл өсөн рекордлы 75 миллион евро хаҡына күсә[24][25]. Яңы илгә һәм футболға өйрәнеү уның өсөн ауыр үтә, ул бик оҙаҡ үҙенең ғәҙәти уйынын таба алмай, әммә шул уҡ ваҡытта гол да индерә.

Үҙенең дебют турынан һуң француз Примера бомбардирҙары араһында лидерҙар рәтендә була, әммә ул да, команда ла сағыу уйын күрһәтмәй. Команда тренеры Висенте Дель Боскеға "Реал"дың ғәҙәти уйын схемаһын үҙгәртеп, унда Зидан өсөн урын табырға тура килә. Эҙләнеү 2001 йылдың ноябрендә уңыш килтерә. Әммә Зидан үҙен 2002 йылдың ҡышында ғына күрһәтә башлай. Иҫтәлекле булып 2002 йыл башындағы — «Депортиво» һәм «Валенсия»ға ҡаршы ике уйын тора.

Шул уҡ 2001/2002 йылдар миҙгелендә Зидан Роберто Карлос типкән тупты осоп барған ыңғайы һул аяғы менән тибеп гол идереп, «Реал»ға Леверкузенскийҙың «Байерын» Чемпиондар лигаһында еңергә ярҙам итә[26][27][28]. Был матчта мадридтар 2:1 иҫәбе менән еңә, ә Зидандың голы еңеү голы була. 2002/2003 йылдар миҙгелендә ул Испания чемпионы була.

Мадрид клубында Зидан лидер, ул ваҡыттағы «Реал» йондоҙлоғоноң (Зидан, Фигу, Роналдо, Бекхэм, Роберто Карлос, Рауль) иң яҡты йондоҙо тип һанала[29].

Йыйылма командалағы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1994 йылдың 17 авгусында Зидан беренсе тапҡыр Франция йыйылма командаһы футболкаһын кейә. Итәштәрсә матчта француздар Чехия йыйылма командаһынан — 0:2 еңелеп барғас, Эме Жак «Бордонан» килгән 22 йәшлек футболсыны сығарырға баҙнат итә. Ике минут эсендә генә — 80-се һәм 82-се минуттарҙа ике гол индереп, Зидан иҫәпте тигеҙләй. Ҙур халыҡ-ара турнирҙарҙан 1996 йылда Англияла Европа чемпионатында ҡатнаша. Унда Франция йыйылма командаһы ярымфиналға тиклем барып етеп, Чехия командаһынан пенальти серияһында ғына ҡалыша[30]. Ике йылдан һуң, Францияла үткән Донъя чемпионатында Зиза йыйылма команданың төп уйынсыларының береһе була. Турнирҙа Франция «алтын» ала, ә Зидан Бразилия йыйылма командаһына ҡаршы финал уйындарында башы менән 2 гол индерә.

Зидандың 2000 йылдағы Европа чемпионатындағы футболкаһы

2000 йылда Бельгия һәм Нидерландта Европа чемпионатында Зидан ҡабаттан йыйылма команда лидерҙарының береһе булып таныла. Ул сирек финалда штраф һыҙатынан испандар ҡапҡаһына гол индерә, Португалия йыйылма командаһы менән уйында өҫтәмә ваҡытта пенальти серияһында «алтын гол» индерә. Финалда Франция командаһы Италия командаһын өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә еңә.

2002 йылда француздарға донъя чемпиондары исемен Япония һәм Көньяҡ Кореяла яҡларға тура килә. Зидан был турнирҙар алдынан йәрәхәтләнгәнлектән, тәүге ике матчта командаһына ярҙам итә алмай һәм улар көтөлмәгән һөҙөмтә менән тамамлана: Сенегал йыйылма командаһынан 0:1 иҫәбенә еңеләләр һәм Уругвай менән тигнҙ иҫәпкә уйнайҙар — 0:0. Зидан, йәрәхәте булыуға ҡарамаҫтан, Дания йыйылма командаһы менән хәл иткес матчҡа сығырға ҡарар итә. Һөҙөмтәлә Франция бер туп та индерә алмай 0:2 иҫәбенә еңелә һәм бер гол да индерә алмайынса төркөмдә иң һуңғы урынды ала[31].

Португалиялағы 2004 йылғы Европа чемпионатында Зидан төркөм этабында инглиздәргә ҡаршы уйында өҫтәмә ваҡытта ике гол индерә (штрафной һәм пенальти), шул арҡала ғына уйын барышында еңелеп килгән француздар еңеү яулай[32][33]. Хорватия менән матчта Зидандың пасынан һуң Балкан командаһы һаҡсыһы Игор Тудор тупҡа ҡаршы сығып, үҙ командаһына индерә, бынан тыш, Зидан уйынды мөйөштән башлағанда үксәһе менән пас биреүе менән айырыла. Һөҙөмтәлә матч 2:2 иҫәбе менән тамамлана. Һуңғы турҙа Зидан швейцарҙар ҡапҡаһына гол индерә, 3:1 иҫәбе менән еңеп, төркөмдә беренсе урынға сыға, әммә сирек финалда гректарҙан — буласаҡ чемпиондарҙан ҡалыша[34].

Зидан 2006 йылдағы донңя чемпионатында

2006 йылда Франция йыйылма командаһында оло төп уйынсылар күп була, шуға уны алда торған турнирҙың фавориты итеп яҙалар[35]. Зидан мундиал таммаланыу менән ҙур футболдан китәсәген тураһында иғлан итә[36]. Чемпионат көндәрендә уға 34 йәш тула. Франция Көньяҡ Корея һәм Швейцария менән тигеҙ иҫәпкә уйнап, төркөм этабын ышанысһыҙ башлай[37]. Был матчтарҙа Зидан ике һары карточка алып, Того йыйылма командаһы менән хәл иткес уйындарҙы ҡалдырырға мәжбүр була. Франция үҙенең лидерынан башҡа 2:0 иҫәбе менән еңеү яулай һәм төркөмдә икенсе урындан плей-оффҡа сыға. Француздар 1/8 финалында фавориттарҙың береһе — Испания йыйылма командаһын 3:1 иҫәбе менән еңә[38]. Сирек финалда мундиалдың фавориты — Бразилия йыйылма командаһы еңелә: улар үҙҙәрен чемпион итеп хис иткән була, әммә Зидан биргән тупты Тьерри Анри ҡапҡаға индереп, барлыҡ хыялдарын селпәрәмә килтерәләр[39][40]. Ярымфиналда Зидан Португалия йыйылма командаһына пенальтиҙан еңеү голын индерә. Итальяндар менән финал уйынында ла уның пенальтиһы һөҙөмтәле була, әммә ул Марко Матерацциға һуҡҡаны өсөн уйындан ситләтелә. Француз йыйылма командаһы капитаны Матерацциҙың һүҙҙәренә тупаҫ яуап бирә һәм башы менән уның күкрәгенә төртә, шуның өсөн уйындан сығарыла. Пенальти серияһында итальяндар еңеү яулай. Зидан — тарихта Бразилия футболсылары Пеле, Вава һәм немец Пауля Брайтнерҙан ҡала, донъя чемпионаттарының ике финал матчында гол индереүгә өлгәшкән дүртенсе футболсы.

Франция йыйылма командаһы өсөн матчтар исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барыһы: 108 матч / 31 гол; 71 еңеү, 26 тигеҙ иҫәп, 11 еңелеү.[42][43][44]

  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. Zinédine Zidane // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  3. Zinedine Zidane // Discogs (ингл.) — 2000.
  4. Philippe J., Fort P. Zidane: The BiographyЛондон: Ebury Press, 2018. — Б. 3. — ISBN 978-1-78503-848-8
  5. «Brazil’s Fans Lament Demise of the Beautiful Game». New York Times. Retrieved 17 November 2013
  6. «Defending champion bounces back from World Cup flop to try again» 2006 йыл 30 май архивланған.. Sports Illustrated. Retrieved 17 November 2013
  7. «Zidane voted Europe’s best ever» The Guardian. Retrieved 17 November 2013
  8. Zidane is world's most expensive soccer player. thehindu.com. Дата обращения: 17 май 2018.
  9. 9,0 9,1 «French heir who became king» 2018 йыл 22 июнь архивланған. ,FIFA.com Retrieved 17 November 2013
  10. Zinedine Zidane set to become Real Madrid director of football, The Guardian (14 июнь 2012).
  11. Zinedine Zidane: new coach of Real Madrid, realmadrid.com (4 ғинуар 2016).
  12. Zinédine Zidane the manager is already outperforming Zidane the player, Guardian (4 июнь 2017). 27 июнь 2017 тикшерелгән.
  13. Haldevang, Max de. The records broken in Real Madrid’s Champions League final victory  (инг.), Quartz (26 May 2018). 26 май 2018 тикшерелгән.
  14. de Juan, Manu. Zidane equals Paisley and Ancelotti with third win, As.
  15. Pope, Nick. Zinedine Zidane Announces His Resignation From Real Madrid, Esquire (31 май 2018). 31 май 2018 тикшерелгән.
  16. Zinedine Zidane: Real Madrid boss stands down five days after Champions League win, BBC Sport (31 май 2018). 31 май 2018 тикшерелгән.
  17. Зинедин Зидан: Всему, что я умею, меня научила улица (сокращённый вариант интервью изданию France Football) // Советский спорт : газета. — 1995.
  18. Andrew Hussey (Sunday 4 April 2004). «ZZ Top». The Guardian. Retrieved 24 April 2014
  19. «Zidane swansong», BBC Sport
  20. Agence France-Press from 10 February 1991
  21. Zinédine Zidane (ингл.). notablebiographies.com. Дата обращения: 8 декабрь 2013.
  22. The Ones That Got Away...Zidane (ингл.). VitalFootball.co.uk. Дата обращения: 8 декабрь 2013. 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
  23. "Guardiola books his chance to face Zidane". The Telegraph. Retrieved 21 November 2013
  24. Zidane al Real  (итал.), Juventus F.C. (Ҡалып:TranslateDate/it). 15 сентябрь 2011 тикшерелгән. 2001 йыл 6 август архивланған.
  25. Zidane stecca la prima  (итал.), Rai sport, Rai (Ҡалып:TranslateDate/it). 22 август 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 22 август архивланған.
  26. Ten of the best Champions League goals, The Guardian (16 апрель 2009). 17 апрель 2014 тикшерелгән.
  27. Who's made our Champions League top five, British Telecom. 17 апрель 2014 тикшерелгән.
  28. Smith, Rory. Top 20 sporting moments of the decade: Zinedine Zidane's Champions League final winner, The Telegraph (London) (20 декабрь 2009). 17 апрель 2014 тикшерелгән.
  29. The best foreign eleven in Real Madrid's history, Marca.com (12 апрель 2013).
  30. Czechs prevail on penalties to reach final, UEFA.com (16 апрель 2015).
  31. Bland, Gareth. The story of France's failure at World Cup 2002, These Football Times (28 июль 2015). 31 май 2018 тикшерелгән.
  32. France 2–1 England. BBC Sport (13 июнь 2004). Дата обращения: 12 ғинуар 2018.
  33. Euro Moments: Zidane quick on the double to down England. The Irish Times (27 май 2016). Дата обращения: 12 ғинуар 2018.
  34. France 0–1 Greece. BBC Sport (25 июнь 2004). Дата обращения: 12 ғинуар 2018.
  35. Zidane & Makélélé back for France, BBC Sport (3 август 2005). 11 июль 2006 тикшерелгән.
  36. I'm sorry but no regrets – Zidane, BBC News (12 июль 2006).
  37. France 3–0 Faroe Islands: Cisse double strike, ESPNsoccernet (3 сентябрь 2005). 11 июль 2006 тикшерелгән. 2009 йыл 2 апрель архивланған.
  38. Spain 1–3 France. BBC Sport (27 июнь 2006). Дата обращения: 12 ғинуар 2018.
  39. Brazil 0–1 France. BBC Sport (1 июль 2006). Дата обращения: 12 ғинуар 2018.
  40. Man of the Match: Stage 2. FIFA (1 июль 2006). Дата обращения: 2 июль 2006. Архивировано 11 июль 2006 года.
  41. Франция индергән голдар беренсе итеп күрһәтелгән
  42. Zinedine Zidane (ингл.). national-football-teams.com.
  43. Pla Diaz, Emilio Zinedine Zidane – Century of International Appearances. Rec.Sport.Soccer Statistics Foundation (23 июль 2006). Дата обращения: 2 ғинуар 2012.
  44. Zinedine Zidane. French Football Federation. Дата обращения: 2 ғинуар 2012. Архивировано 28 ғинуар 2011 года. 2011 йыл 28 ғинуар архивланған.
  • Ж. Филипп. Зидан. Скромный король. Пер. с фр. М.: Попурри. 2004. — 208 с. — Тираж 7000 экз., ISBN 985-483-305-4.
  • Б. Лаури. Зидан. Тайная жизнь. Пер. с фр. М.: Чёрная белка. 2010. — 256 с. — Тираж 3000 экз., ISBN 978-5-91827-011-0.
  • Б. Бланше, Т. Фрэ-Бюрне. Зидан: Бог, который просто хотел быть человеком. / Пер. с фр. В. Егорова. — М.: Этерна, 2012. — 256 с. — Серия «Новая версия». — 3 000 экз., ISBN 978-5-480-00214-0