Зиткала-Ша

Гертруда Симмонс Боннин

1898 йылғы фото
Тыуған көнө:

22 февраль 1876({{padleft:1876|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Янктон резервацияһы , Көньяҡ Дакота, Чарльз-Микс округы, АҠШ

Вафат булған көнө:

26 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (61 йәш)

Вафат булған урыны:

Вашингтон, Колумбия округы АҠШ

Эшмәкәрлеге:

Прозаик, шағирә

Ижад йылдары:

19001921

Йүнәлеше:

Реализм, фольклор

Зиткала-Ша (лакота: Ҡыҙыл Ҡош ысын исеме Гертруда Симмонс Боннин, 22 февраль 1876(18760222) — 26 ғинуар 1938) — америка индеецтарының янктон-сиу ҡәбиләһенән сыҡҡан яҙыусы. Төньяҡ Америка индеецтары фольклорын тәүге йыйыусыларҙың береһе, төп әҫәрҙәре[1]: «Америка индеецтары тураһында әкиәттәр» һәм «Иҫке һинд легендалары». Индеецтарҙы христианлаштырыу осоронда «Ниңә мин — мәжүси» (Why I Am a Pagan) тигән эссе баҫтырып сығарған. Композитор У. Хансон менән бергә шул уҡ исемдәге йола буйынса «Ҡояш бейеүе» операһын ижад итә.

Зиткала-Ша америка индеецтарын мәҙәни ассимиляциялауҙың өҫтөнлөклө сәйәсәте ваҡытында мультикультурализмды һәм гражданлыҡ азатлығын яҡлаусы булараҡ билдәлелек ала. Зиткала-Шаның автобиографияһы тәржемәсе йәки мөхәррир ҡағылмаған америка индеецтарының тәүге автобиографияларының береһе[2]. Зиткала-Шаның туған теле сиу теле дакота диалекты[3], әммә замандаштарының береһе уның «инглиз телен бик яҡшы белеүен» билдәләй[4].

Зиткала-Ша Көньяҡ Дакоталағы Янктон резервацияһында Литтл-Бигхорн янындағыһуғыш йылдарында, бер нисә берләшкән һинд ҡәбиләләре Америка көстәрен тар-мар иткән осорҙа тыуған. Зиткала-Шаның атаһы — Эллен Симмонс, ул Гертруда тыуғанға тиклем үк резервацияны ташлап китә. Ҡыҙ үгәй атаһы Джон Хэйстинг Симмонс фамилияһын ала. Эллен ҡыҙына Гертруда (Герти) тип атауына ҡарамаҫтан, ҡыҙ сиу традицияларында, Миссури йылғаһы буйындағы типила тәрбиәләнә. Һуңынан Гертруда үҙен символик рәүештә Ултырыусы үгеҙҙең (https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D0%B8%D0%B4%D1%8F%D1%89%D0%B8%D0%B9_%D0%91%D1%8B%D0%BA) ейәнсәре тип, үҙенең генеалогик сығышын түгел, ә мәҙәни һәм этник тамырҙарын һыҙыҡ өҫтөнә ала, тип яҙа матбуғатта[5].

Гертруда Кезебир. Зиткала-Ша скрипка менән, 1898 йыл.

Һигеҙ йәшенән, әсәһенең ризаһыҙлығына ҡарамаҫтан, Гертруда Индиана штатының Уобаштағы Квакер ҡул хеҙмәте институтында уҡый башлай, унда уның өлкән ағаһы Доуи ҙа уҡый[6]. Унда ул үҙенең оҙон сәстәрен ҡырҡыуҙан баш тарта, «сөнки халҡыбыҙҙа сәсте матәм ваҡытында ғына ҡыҫҡарталар», — ти[7]. Артабанғы Ричмондта (Индиана штаты) Эрлхэм колледжында (1895—1897), ә һуңынан Бостон консерваторияһында уҡыуы ваҡытында Гертруданың скрипкасы таланты асыла[8]. 1896 йылда Индиана штатындағы ораторлыҡ конкурсында ул икенсе урын яулай, уның сығыштары ике мәктәп баҫмаһында баҫыла[9]. 1897 йылдың уртаһынан алып киләһе йылдың аҙағына тиклем Гертруда Пенсильвания штатындағы Карлайл индей мәктәбендә музыка уҡыта. 1900 йылда был мәктәп директоры Ричард Генри Пратт Гертруданы скрипкасы сифатында "Carlisle Indian Band"төркөмөнөң гастролдәренә саҡыра. Әммә тиҙҙән, Гертруданың мәктәптәге ассимиляция тенденцияларын тәнҡитләүенә яуап итеп, Пратт Карлайлдың The Red Man гәзитендә, Гертруданы индеецтарҙың мәктәптәрен «боҙоп» тасуирлауҙа ғәйепләп, аноним рецензия баҫтыра[10].

Гертруда Кезебир. Зиткала-Ша тәҙрә янында.
Индей башлығы. Э. Де Кораның 1901 йылғы «Иҫке индеецтар легендалары» баҫмаһына иллюстрацияһы.

Гертруда «Зиткала-Ша» әҙәби псевдонимын һайлай, әммә ғүмере буйы ике исемде лә ҡуллана. Зиткала-Шаның өс автобиографик һүрәтләмәһе «Атлантик айлыҡ» гәзитендә баҫылып сыға: «Һинд бала сағы тураһында хәтирәләр», «Һинд ҡыҙының мәктәп йылдары» һәм «Индеецтар араһында һинд уҡытыусыһы».

«Боронғо һинд легендалары» (ингл. Old Indian Legends, (1901 йыл; һуңғы исеме: «Иктоми, өйрәктәр һәм башҡа сиу тарихтары») сиу ауыҙ-тел ижадын «огунка» тип аталған ун дүрт һинд киске хикәйәһе рәүешендә сағылдыра (лакота телендә һүҙмә-һүҙ «уйҙырма»)[11]. Зиткала-Ша инеш һүҙҙә легендаларҙы уға асыҡ һауала иҫке дакота хикәйәселәре һөйләүе һәм инглиз телендә ошо легендаларҙың рухын еткерергә тырыштым, тип яҙа. Алты легенданың үҙәк персонажы — хәйләкәр үрмәксе Иктоми һәм шул уҡ ваҡытта ул сиу-дакота мифологияһында мәҙәни герой. Лакота индеецтары ижадында яуыз рух булған Ийа ла күп тапҡырҙар телгә алына. Хәҙерге заман менән бәйләнеште «Бурһыҡ һәм айыу», «Ағас сиге» һәм «Ҡыҙыл бөркөттө атыу» легендаларында күҙәтергә мөмкин. 1901 йылда сыҡҡан баҫмаға иллюстрацияларҙы виннебаго ҡәбиләһенең граждан активисы һәм рәссамы Энджел Де Кора эшләй.

1900 йылдағы автобиографик һүрәтләмәләр нигеҙендә инглиз телендә яҙылған "Америка индеецтары риүәйттәре"ндә (1921) Зиткала-Шаның үҙ бала сағы һәм европалыларҙың емергес йоғонтоһо сағыла. бер нисә риүәйәт ваҡиғаларҙа һүрәтләнгән геройҙар исеменән бирелә.

1902 йылдың декабрендә «Атлант» гәзитендә Зиткала-Шаның «Ни өсөн мин мәжүси» тигән эссеһы баҫылып сыға. «Америка индеецтары тураһында риүәйәттәр» баҫылып сыҡҡандан һуң, Зиткала-Ша был эссены «Бөйөк Рух» (Төньяҡ Америка индеецтарының мифологияһында иң юғары зат) тип үҙгәртә һәм эссеның аҙағын шуға яраҡлаштыра. Шул уҡ ваҡытта Зиткала-Ша христианлыҡты тәнҡитләүҙе туҡтатмай, уны «фанатик иман» һәм «яңы хөрәфәттәр» тип атай[12]. Зиткала-Ша шайтанды Бөйөк Рухтың дошманы итеп ҡарай һәм христиан традицияларының абсолют дөрөҫлөгөн шик аҫтына ҡуя, уны «аҡ тәнлеләр уйҙырмаһы» тип атай. «Ҡарт яугирҙар һөйләгән боронғо легендалар араһында яуыз рухтар тураһында хикәйәттәр күп булды», — тип яҙған Зиткала-Ша. — «Әммә мине уларҙан да, матди формала йөрөгәндәрҙән дә ҡурҡмаҫҡа өйрәттеләр»[13]. Тәнҡитсе Элис Пойндекстер Фишер Зиткала-Шаны был мәғәнәлә даими рәүештә ике донъя сигендә тороусы тип һүрәтләй[14].

Уильям Хансон менән бергә сиу һәм юта ҡәбиләләре ижады нигеҙендә Зиткала-Ша шулай уҡ беренсе һинд операһы — «Ҡояш бейеүе» операһын ижад итә, уның премьераһы 1913 йылда Юта штатында була. Уның өсөн либреттолар һәм йырҙар яҙа, скрипкала музыкаһын уйнай. Ҡояш, бизон менән кеше араһында символик бәйләнеш урынлаштырған традицион ҡояш бейеүе ул ваҡытта Америка хөкүмәте тарафынан тыйыла. Тикшеренеүсе Рут Хефлин Зиткала-Шаны «моғайын, иң ижади һәм ҡатмарлы булмаған әҙәби талант, күптәр диаметраль рәүештә ҡаршы тип һанаған әҙәби һәм мәҙәни элементтарҙың интеграцияһын сағылдыра», тип билдәләй[15].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1902 йылдың 10 майында Зиткала-Ша Һинд эштәре бюроһы хеҙмәткәре Рэймонд Тэйлсфэйса Боннинға кейәүгә сыға. Бер йылдан Гертруда менән Раймондтың улы Раймонд Огайя тыуа. Беренсе донъя һуғышы башланғанға тиклем Зиткала-Ша ғаиләһе менән Юта штатындағы Уинта һәм Оурэй резервацияларында йәшәй[16]. 1914 йылда Зиткала-Ша индеецтар хоҡуҡтары активисы булып китә. 1916 йылда Америка индеецтары йәмғиәтенең сәркәтибе итеп һайлана һәм Вашингтонға күсә. 1920 йылда Йәмғиәт тарҡалғандан һуң, Зиткала-Ша Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар клубтары федерацияһы менән хеҙмәттәшлек итә башлай, индеецтарҙың именлеге комитетын булдырыу инициаторы була.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Зиткала-Ша һинд аҡһаҡалдарына яҙған хаттарына «Зиткала-Ша Уин» тип ҡул ҡуя. Уның вафатына дүрт йыл ҡалғас, Рузвельттың «Яңы курсы» сиктәрендә индеецтар хакимиәтен үҙгәртеп ҡороу тураһында закон ҡабул ителә, һайланған ҡәбилә советы институтын булдырыла һәм ҡояш бейеүен һәм башҡа йолаларҙы тыйыуҙы юҡҡа сығара.

Зиткала-Ша Вашингтонда йөрәк һәм бөйөр ауырыуҙарынан вафат була[17]. Арлингтон милли зыяратында ерләнә, унда уның ҡәберенә «Гертруда Симмонс Боннин — сиу индеецтарынан Зиткала-Ша — 1876—1938» тигән яҙма урынлаштырыла[18].

  1. Ю. Е. Березкин. Мир черепахи: от детских рассказов до космогоний. Ruthenia.ru. Дата обращения: 9 ғинуар 2010. Архивировано 14 август 2011 года.
  2. Dreams and Thunder: Stories, Poems, and The Sun Dance Opera. — University of Nebraska Press, 2005. — ISBN 0803299192.
  3. Dreams and Thunder: Stories, Poems, and The Sun Dance Opera. — University of Nebraska Press, 2005. — ISBN 0803299192.
  4. Laurie Champion, Emmanuel Sampath Nelson. American women writers, 1900-1945: a bio-bibliographical critical sourcebook. — Greenwood Publishing Group, 2000. — P. 385. — ISBN 0313309434.
  5. Zitkala-Sa, Cathy N. Davidson, Ada Norris. American Indian stories, legends, and other writings. — Penguin Classics, 2003. — ISBN 0142437093.
  6. Sacvan Bercovitch, Cyrus R. K. Patell. The Cambridge History of American Literature: Prose writing, 1860-1920. — Cambridge University Press, 2005. — ISBN 0521301076.
  7. Jeffrey Ostler. The Plains Sioux and U.S. colonialism from Lewis and Clark to Wounded Knee. — Cambridge University Press, 2004. — P. 152. — ISBN 0521605903.

  8. Sacvan Bercovitch, Cyrus R. K. Patell. The Cambridge History of American Literature: Prose writing, 1860-1920. — Cambridge University Press, 2005. — ISBN 0521301076.
  9. Dreams and Thunder: Stories, Poems, and The Sun Dance Opera. — University of Nebraska Press, 2005. — ISBN 0803299192.
  10. Project MUSE - Legacy - Zitkala-Sa… Muse.jhu.edu. Дата обращения: 7 ғинуар 2010. Архивировано 14 август 2011 года.
  11. Lakota Words Index. Lakota Writings. Дата обращения: 9 ғинуар 2010. Архивировано 14 август 2011 года. 2011 йыл 8 сентябрь архивланған.
  12. Molly Crumpton Winter. American narratives: multiethnic writing in the age of realism. — LSU Press, 2007. — P. 177. — ISBN 080713225X.
  13. Ernest Stromberg. American Indian rhetorics of survivance: word medicine, word magic. — Univ of Pittsburgh Press, 2006. — P. 105. — ISBN 0822959259.

  14. Native Authors. Kstrom.net. Дата обращения: 6 ғинуар 2010. Архивировано 14 август 2011 года.
  15. Ruth J. Heflin. I remain alive: the Sioux literary renaissance. — Syracuse University Press, 2000. — P. 119. — ISBN 0815628056.
  16. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; CHAL төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  17. Philip A. Greasley, Society for the Study of Midwestern Literature. Dictionary of Midwestern Literature: The authors. — Indiana University Press, 2001. — P. 553. — ISBN 0253336090.
  18. Willis Goth Regier. Masterpieces of American Indian literature. — University of Nebraska Press, 2005. — ISBN 0803289979.