Зуйков Владимир Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 27 ғинуар 1935 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 25 февраль 2021 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | коронавирусная инфекция COVID-19[d] |
Ерләнгән урыны | колумбарий Ваганьковского кладбища[d] |
Һөнәр төрө | рәссам, художник-аниматор, иллюстратор |
Уҡыу йорто | Мәскәү ҡала педагогия университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Етештереү ысулы | рисованная анимация[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Владимир Николаевич Зуйков (27 ғинуар 1935, Мәскәү — 25 февраль 2021, шунда уҡ) — совет, Рәсәй ҡуйыусы рәссам һәм рәссам-аниматор, график, иллюстрациялаусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1989). Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы Лауреаты (2021, үлгәндән һуң).
1935 йылдың 27 ғинуарында Мәскәүҙә тыуған. 1956 йылда В. П. Потемкин исемендәге Мәскәү ҡала педагогия институтын тамамлағандан һуң, мәктәп уҡытыусыһы булып эшләй, төрлө нәшриәттәрҙә, журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә килешеүҙәр буйынса иллюстрация менән шөғөлләнә.
1967 йылдан алып вафат булғанға тиклем — «Союзмультфильм» киностудияһында рәссам-ҡуйыусы.
Эштәре ҡулдан төшөрөлгән анимация өлкәһендә. Фильмдарҙың күп өлөшө режиссерҙар Ф. С. Хитрук, В.M. Угаров, В И. Морозов, Н. Е. Голованова, Г.M. Сокольский, Н. О. Лернер һәм башҡалар менән ижад ителгән. 30-ҙан ашыу анимацион фильм төшөрөүҙә ҡатнаша.
1972 йылдан алып китаптарҙы иллюстрациялау менән шөғөлләнә. 1996—2005 йылдарҙа балалар анимация сәнғәте мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 2002 йылдан С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтында анимацион кино режиссёраһы кафедраһында уҡыта.
Оҙаҡ йылдар китап нәшер итеүселәр менән хеҙмәттәшлек итә; тиҫтәләгән китапты, шул иҫәптән К. Булычев, А. Линдгрен, А. А. Милн, Г. Остер, О. Пройслер, О. Уайльд, А. Шмидт әҫәрҙәрен иллюстрациялай. «Знание — сила» һәм «Химия и жизнь» фәнни-популяр журналдар менән күп эшләй.
Уның эштәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һәм музейҙарҙа һаҡлана.
2021 йылдың 25 февралендә коронавирус йоҡтороуҙан вафат була[1].