Ибраһими диндәр — боронғо семит халыҡтарының уртаҡ дини йолалары нигеҙендә барлыҡҡа килгән монотеистик (бер Аллаға ышаныусан) диндәр төркөмө. Риүәйәттәр буйынса, бөтә семит халыҡтарының шәжәрәһе Ибраһим пәйғәмбәргә барып тоташа — «ибраһими диндәр» атамаһы ошонан килә. Донъяла киң таралған ибраһими диндәр һанына йәһүҙилек, христианлыҡ һәм ислам инә.
Йәһүҙилек үҙен Ибраһим пәйғәмбәрҙең ейәне Яҡуп тоҡомоноң дине тип таныта — туфан ҡалҡҡандан һуң кеше нәҫелен тергеҙгән Нухтың иң яратҡан улы Сам булған, Ибраһим иһә Самдың тура тоҡомонан килә. Христианлыҡ I быуатта йәһүҙилектең бер йүнәлеше булараҡ башланып, үҙенсәлекле ҡараш-тәртиптәрен тиҙ үҫтерә һәм айырым дингә әүерелә; уның айырмалы һыҙаттарының иң мөһиме — йәһүҙилектең «айырым алынған халыҡтың махсус дине» үҙаңы урынына «бар халыҡтарҙың дини берләшмәһе» (йәғни христиан сиркәүе) идеяһы. Ислам VII быуатта Мөхәммәт пәйғәмбәр тарафынан Ҡөрьән тәғлимәттәренә терәлеп нигеҙләнә; уның тәү тамырҙары йәһүҙилек һәм христианлыҡ менән йәнәш килә һәм ерле ғәрәп ғөрөф-ғәҙәттәренә таяна. Исламдың үҙенсәлекле һыҙаты ─ христианлыҡҡа оҡшаш бөтә кешеләр һәм бар халыҡтар өсөн асыҡ булыуы һәм шул уҡ ваҡытта христианлыҡтың ҡатмарлы «бер уҡ ваҡытта бөр бөтөн һәм өс заттан тороусы» тигән Аллаға ҡарашы урынына асыҡтан-асыҡ берҙәм монотеистик ҡарашы.
Өс дин тарихтары ағымында йәнәш үҫә килә һәм бер-береһенә йоғонто яһай. Улар бер-береһенә айырылғыһыҙ рәүештә бәйләнгән тип иҫәпләнә — сығыштары менән ҡәрҙәш булыуҙан тыш, улар төп һыҙаттарында ла билдәле яҡынлыҡ күрһәтә:
Бөгөнгө көндә ошо өс динде барлығы 3.8 миллиард самаһы кеше тота — был ер йөҙөндә торған бөтә халыҡтың яҡынса яртыһын тәшкил итә.
Ибраһими диндәр донъяла таралған башҡа диндәргә, әйтеп үткәндә индуизмға, буддизмға, сикхизмға, джайнизмға, конфуцианлыҡҡа һәм даосизмға ҡаршы ҡуйыла. Был диндәр Һиндостанда таралған дхармик һәм Көнсығыш Азияла таралған даоик дин төркөмдәренә ҡарай.
Үрҙә күрһәтелгән өс диндән тыш, түбәндәгеләр ҙә ғәҙәттә Ибраһими диндәр һанына инә, тип иҫәпләнә. Был диндәрҙең өсөһө лә сикләнгән төбәктәрҙә генә таралған: