Иген культуралары | |
Водный след | 1644 cubic metre per ton[1], 0,51 litre per kilocalorie[1], 1214 cubic metre per ton[2], 3388 cubic metre per ton[2], 1774 cubic metre per ton[2], 1294 cubic metre per ton[2] һәм 1969 cubic metre per ton[2] |
---|---|
Етештерелә | злаки[d] |
Иген культуралары Викимилектә |
Иген культуралары — кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегендә үҫемлек төркөмө эшкәртеү мөһим, биреү иген биреүсе эшкәртелеүсе мөһим үҫемлектәр төркөмө, кешенең төп туҡланыу аҙығы (ярма), күп кенә сәнәғәт тармаҡтары өсөн сеймал һәм ауыл хужалығы хайуандары[3] өсөн аҙыҡ.
Иген культуралары ашлыҡ һәм ҡуҙаҡлы культураларға бүленә. Күпселек иген культуралары (бойҙай, арыш, дөгө, һоло, арпа, кукуруз, сорго, тары, чумиза, могар, пайз, дагусс һәм башҡалар) Ҡыяҡлылар ботаник ғаиләһенә; ҡарабойҙай — Ҡарабойҙайҙар ғаиләһенә; мучнистый амарант — Амаранттар ғаиләһенә ҡарай. Ҡуҙаҡлы культуралар Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә инә. Ҡайһы берҙә иген культуралары тигәнде фәҡәт ашлыҡ культуралары — ҡыяҡлылар һәм ҡыяҡлыларға оҡшағанар тип кенә аңларға мөмкин[4].
Икмәк иген культураларының ашлыҡ бөртөгөндә углеводтар (ҡоро матдәгә ҡарата 60-80 %), аҡһым (ҡоро матдәгә ҡарата 7-20 %), ферменттар, b төркөмө витаминдары (B1, B2, B6), PP һәм А провитамины, шуның менән уның кеше өсөн юғары туҡлыҡлылығы һәм мал аҙығы итеп ҡулланыу ҡиммәте билдәләнә лә инде. Ҡуҙаҡлы культураларҙың бөртөгө аҡһымға бай (ҡоро матдәгә ҡарата уртаса 20-40 %), ҡайһы бер төрҙәренең орлоғо (мәҫәлән, соя) майҙарға бай.
Әлеге ваҡытта төп иген культуралары булып бойҙай, арпа, һоло, кукуруз, дөгө, ҡарабойҙай һәм борсаҡ тора.
Иген культураларын үҫтереүгә бағышланған игенселек тармағы орлоҡсолоҡ тип атала.
Яҡынса 12 000 йыл элек уңдырышлы ярым ай төбәгендә антик фермер берләшмәләре ашлыҡ культураларын культивациялаған (яһалма үҫтереү эшенә тотонған): ҡырағай формала үҫеүсе төп неолитик үҫемлектәрҙе: ике орлоҡло бойҙай һәм бер орлоҡло бойҙай, ябай арпа, яҫмыҡ борсаҡ, сәсеү борсағы, тәкә ноҡотон һәм виция эрвилияны (Vicia erviliа) культуралаштырыу (доместикация) башланған.
Ер шары буйынса иген культураларын ужымға сәсеүҙе ҡулланылыу осоро менән боронғо һинд-европалыларҙың миграцияһы башланыуын бәйләйҙәр[5].
Ашлыҡ культуралары (арпа, арыш, бойҙай, кукуруз, дөгө, тары) үҫтереү тәүге дәүләттәрҙе барлыҡҡа килтергән һәм ошо ҡаҙаныш бөтә иртә цивилизацияларҙың килеп сығыуында алдынғы роль уйнаған тип раҫларға мөмкин. Ризыҡ рационында ашлыҡ культуралары булғанда ғына дәүләт формалаша ала тигән «ашлыҡ менән бәйләү фаразы» бар[4][6]
Ҡуҙаҡлылар (яҫмыҡ борсаҡ, ноҡот борсағы, ҡара борсаҡ) Боронғо Мысырҙа рацион нигеҙен тәшкил иткән[7].
Антик донъя ауыл хужалығында өҫтөнлөк иткән "Урта диңгеҙ триадаһын"ың (ашлыҡ, зәйтүн емеше, шарап) төп өлөшөн иген культуралары (бойҙай һәм арпа) тәшкил иткән[8].
Бойҙай, арпа, һоло, кукуруз, дөгө, ҡарабойҙай һәм борсаҡ донъя баҙарында төп иген культуралары булып тора[9].
2009 йылға ҡарата иген экспортлаусы төп илдәр — АҠШ, Канада, Австралия, Аргентина, Евросоюз һәм Рәсәй, тәүге бишеһенең өлөшөнә донъя буйынса иген һатыу күләменең 84 %-ынан ашыуы тура килә. Иң эре һатып алыусылар (импортёр) — Япония, Ҡытай, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны.[9]
2014—2017 йылдарҙа донъяла икмәк ашлыҡ культураларын етештереү 2,5-2,6 миллиард тонна тәшкил итте, 377—408 миллион тонна экспорт өлөшөнә төштө, донъялағы иген запасы — 770 миллион тонна. 2017 йылда төп экспортёрҙар Австралия, Аргентина, Евросоюз, Канада һәм Америка Ҡушма Штаттары булды.[10].
2003 йылда донъяла тотонолған бөтә аҙыҡ-түлек калорияларының 43 %-ы кукурузға, бойҙайға һәм дөгөгә тура илде[11].
Ранг | Ил | Күләме, т | Ранг | Ил | Күләме, т | |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | ҠХР | 483 679 700 | 13 | Пакистан | 38 373 500 | |
2 | АҠШ | 419 810 449 | 14 | Таиланд | 36 280 383 | |
3 | Һиндостан | 246 774 000 | 15 | Австралия | 34 942 459 | |
4 | Рәсәй Федерацияһы | 95 079 470 | 16 | Төркиә | 33 569 627 | |
5 | Индонезия | 82 028 630 | 17 | Мьянма | 31 950 000 | |
6 | Бразилия | 71 288 144 | 18 | Мексика | 31 675 966 | |
7 | Франция | 70 040 000 | 19 | Нигерия | 30 209 000 | |
8 | Германия | 49 748 185 | 20 | Польша | 29 826 471 | |
9 | Канада | 49 059 300 | … | |||
10 | Бангладеш | 46 812 170 | 50 | Австрия | 5 141 838 | |
11 | Украина | 46 906 000 | 102 | Швейцария | 1 006 326 | |
12 | Вьетнам | 43 278 900 | Всего в мире | 2 489 301 668 |
2012 йылдың июлендә донъяла иген (бойҙай, кукуруз, соя борсаҡтары, дөгө, арпа, сорго, рапс) хаҡы яңы тарихи рекордына етте. Иген буйынса Халыҡ-ара совет (International Grains Council, IGC) эксперттары иҫәпләүенсә, 2012 йылдың июлендә игенгә донъялағы хаҡтар индексы ICG GOI (Grains and Oilseeds Price Index) тәүге тапҡыр 310 пункт отметкаһынан артып китте һәм 2012 йылдың 20 июленә ҡарата, алдағы йылдың шуға оҡшаш күрһәткесен 17 %-ҡа яҡын арттырып, үҙенең иң бейек ҡиммәтенә — 339 пунктҡа етте[13].
Икмәк ашлыҡ культураларынан бойҙай, дөгө иң таралғаны (бигерәк тә Азия илдәрендә), кукуруз (иң ҙур майҙандары Төньяҡ Америкала), арыш (башлыса Европала), һоло (Төньяҡ Америкала һәм Европала), арпа (Европала, Азияла, Төньяҡ Америкала), тары һәм сорго (Азияла, Африкала). Башҡа культуралар аҙыраҡ таралған: чумиза, пайза башлыса Ҡытайҙа, африка тарыһы, тефф Эфиопияла, дагусса Һиндостанда, мучнистый амарант Перуҙа.
1970 йылда икмәк иген культураларының донъя сәсеү майҙаны 694 миллион га тәшкил итә, шул иҫәптән, бойҙай — 209,8 миллион га, дөгө — 134,6 миллион га, кукуруз — 107,3 миллион гектарҙан ашыу; донъяла тулайым (валовой) иген йыйыу 1196 миллион тонна тәшкил итә. Икмәк ашлыҡ культуралары уңышы ныҡ тирбәлә (гектарынан/центнер): мәҫәлән, Һиндостанда дөгө уңышы — 17—20, Японияла — 50-нән ашыу, Испанияла — 58—62; Һиндостанда бойҙай — 11—12, Германия Демократик Республикаһы — 35—37, АҠШта — 20—21.
СССР-ҙа 1971 йылда имәк ашлыҡ культуралары 110,8 миллион гектарҙа сәселгән, шул иҫәптән (миллион гектарҙа) бойҙай — 64, арыш — 9,5, һоло — 9,6, арпа — 21,6, дөгө — 0,4, кукуруз — 3,3, тары — 2,4; тулайым иген урып алыу — 172,66 миллион тонна, уртаса уңыш (1970) — 15,6 гектарынан/центнер (Молдавияла — 29,3, Литвала — 24,5, Украинала — 23,4).
2008 йылда Рәсәйҙә 108 миллион тонна иген культураһы уңышы йыйылған, был 1990 йылдан башлап иң ҙур уңыш[14]. По итогам 2015 года было собрано 104,8 млн тонн зерновых[14].
Үҫеш тибы һәм үҫемлектең шытып, үҫеп орлоҡланыуы (вегетация) дауамлығы буйынса икмәк ашлыҡ культуралары яҙғы һәм ужым культураларына бүленә.
Донъяла етештерелгән икмәк ашлыҡ культураларының 87 %-ын кукуруз, пшеница и рис всех производимых в мире хлебных зерновых культур[11].
Бажатлылар (Poaceae) ғаиләһенә ҡараусы, башлыса төрө бер йыллыҡ булған үләнле үҫемлек, бик күп илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә төп иген культураһы. Бойҙай орлоҡтарынан алынған ондан икмәк бешереүҙә, макарон һәм кондитер изделиелары эшләүҙә ҡулланыла. Бойҙай шулай уҡ мал аҙығы культураһы булараҡ ҡулланыла, һыра һәм араҡы әҙерләүҙең ҡайһы бер рецептарына инә. Европа союзы илдәрендә йомшаҡ бойҙай уңышы гектарынан 55 центнер (5,5 га/т, йәки 550 кв.км/т), донъяла уртаса уңышы 22,5 га/ц. Максималь уңышы 98 ц/га (9,8 т/га, йәки 980 кв.км/т). Рәсәй буйынса уртаса рекорд уңышы — 32,2 ц/га[15] (2017). Башҡа ауыл хужалығы культуралары араһында бойҙай беренсе урында, БМО-ның аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы (ФАОСТАТ) мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылға донъяла бойҙай сәсеүлектәре 215,5 миллион га тәшкил итте. Икенсе урында кукуруз — 177,4 миллион га).
Ҡыяҡлылар (Poaceae) ғаиләһе үләнле үҫемлеге, Арпа (Hordeum) ырыуына ҡараған биологик төр. Мөһим ауыл хужалығы культураһы, кешелек тарихында иң боронғо культураланған үҫемлектәрҙең береһе (был үҫемлек 10 мең йыл элек эшкәртелә башлаған)[16]. Арпа орлоғон аҙыҡ-түлек, техник һәм мал аҙығы әҙерләү, шул иҫәптән һыра ҡайнатыу сәнәғәте, арпа ярмаларын (перловый, ячневый) әҙерләү маҡсатында ҡулланалар. Арпа, яҡшы сифатлы аҡһымға, крахмалға бай аҙыҡ булараҡ, иң ҡиммәтле туҡлыҡлы (концентрированный) мал аҙығына ҡарай. Рәсәйҙә арпа уңышының 70 %-ын мал аҙығы ихтыяжы өсөн файҙаланалар.
Бер йыллыҡ үләнле үҫемлек, ауыл хужалығында киң ҡулланылған Һоло (Avena) ырыуына ҡараған биологик төр, ҡыяҡлы үҫемлек. Сәсеү һолоһо — тупраҡ һәм һауа торошон һайлап тормаусы, өлгөрөү срогы артыҡ ныҡ оҙайлы булмаған (75—120 көн), әрһеҙ үҫемлек, орлоғо +2 Цельсий°С шыта, шытымдары ҙур булмаған ҡырауға сыҙамлы булғанлыҡтан, культура төньяҡ өлкәләрҙә лә уңышлы үҫә.
Бажатлылар ғаиләһенең Арыш (Secale) ырыуының биологик төрө, бер йыллыҡ йә ике йыллыҡ үләнле үҫемлек. Арыш сәселеп үҫтерелә торған культуралы үҫемлек, уны нигеҙҙә төньяҡ ярымшарҙа үҫтерәләр. Арыштың яҙғы һәм ужым формалары бар[17].
Тары (Panicum) культураһы төрөнөң емештәренән, башаҡ ҡауаҡтарынан һурҙырыу йәки ярма ярыу юлы менән таҙартып, тары ярмаһы алалар. Тарынан он тарттырмайҙар тиерлек, башлыса ярма көйө ҡулланалар. Бигерәк тә ялан эштәре осоронда, тәм өсөн сало, һөт йә үҫемлек майы өҫтәп бешерелгән тары бутҡаһы йә тары өйрәһе көньяҡ Рәсәйҙең эшсе халҡының ябай ризығы булған. Теге йәки был төрөндә тары туҡлыҡлы һәм файҙалы ризыҡ[18].
Ҡыяҡлылар (Poaceae) ғаиләһенән Кукуруз (Zea) биологик ырыуының берҙән-бер культуралаштырылған вәкиле, бер йыллыҡ үләнле үҫемлек. Культуралаштырылған кукуруздан башҡа, кукуруз ырыуының тағы дүрт биологик төрө бар — Zea diploperennis, Zea perennis, Zea luxurians, Zea nicaraguensis — һәм ҡырағай үҫеүсе өс төрсәһеZea mays: ssp. parviglumis, ssp. mexicana и ssp. huehuetenangensis. Атап үтелгән таксондар боронғо Мексикала культуралаштырылған кукуруз селекцияһында роль уйнаған тип иҫәпләнә. Кукуруз — донъялағы иң боронғо иген үҫемлеге тигән фаразлау бар[3].
Кешелек цивилизацияһының иң иртә үҫеше осоронда киң таралған ашлыҡ культураһы, бойҙай ырыуының биологик төрө. Орлоғоноң ярыларын һуғып сығарып булмауы, башағының һыныуға бирешеүсәнлеге, кирбес-ҡыҙыл төҫө, әрһеҙлеге менән айырыла. Килеп сыҡҡан урыны (яҡынса) — Урта диңгеҙ буйы. Боронғо Мысырҙа, Израиль батшалығында, Вавилонда һәм башҡа урындарҙа үҫтерелгән. Һуңғараҡ климатҡа талапсаныраҡ һәм сирҙәргә ҡаршы тороуы көсһөҙөрәк булып та, күберәк уңыш биреүсе ҡаты бойҙай (Triticum durum) тарафынан ҡыҫырыҡланған, һәм хәҙерге ваҡытта донъя сәсеүлек майҙандарының бик аҙ өлөшөн биләй. Хәҙерге Украина территорияһында борай б. э. т. 5—4 мең йыллыҡтарҙа уҡ билдәле булған. Триполье мәҙәниәте ҡаҙылма һәйкәлдәренән күренеүенсә, борай орлоҡтары менән баҫҡылап боронғо керамикаға орнамент яһай торған булғандар[19].
Ҡыяҡлыларға ҡарамаусы иген культураһы. Ҡарабойҙайлылар (Polygonaceae) ғаиләһенән Ҡарабойҙай (Fagopyrum) ырыуы үләнле үҫемлек төрө, ярма культураһы. Сәсеү ҡарабойҙайынан ҡарабойҙай ярмаһы (бөтәү ярма) — бөтәү орлоҡ (гре́ча, гре́чка) әҙерләнә, продел (структураһы ватылған ваҡланған орлоҡ), смоленск ярмаһы (ныҡ ваҡланған орлоҡтар), ҡарабойҙай оно, шулай уҡ медицина препараттары эшләйҙәр. Ҡарабойҙай орлоғон һайраусы ҡоштар бик яратып сүпләй. Рәсәйҙә ҡарабойҙай уңышы гектарынан 8—10 центнер, был бойҙай уңышынан ике тапҡыр тиерек кәмерәк. Максималь уңыш гектарынан 30 центнер (3 тонна, йәғни 300 км²-нан 300 тонна). Төп экспортёрҙар — Ҡытай (2009 йылда 61 мең тонна), АҠШ (28 тонна).
Ҡыяҡлыларға ҡарамаған иген культураһы. Аҡ алабуталылар (Chenopodiaceae) ғаиләһенән аҡ алабута (Chenopodium) ырыуына ҡараусы бер йыллыҡ үҫемлек, Көньяҡ Америкала Анд тауҙары битләүҙәрендә үҫә. Киноа боронғо үҫемлек һәм индейҙарҙың иң мөһим ризыҡтарының береһе булған. Инктар цивилизацияһында киноа, кукуруз һәм картуф менән бер рәттән, өс төп аҙыҡтарының береһе булған. Инктар уны «алтын орлоҡ» тип атаған.
Шулай уҡ ҡуҙаҡлы иген культуралары — борсаҡ, фасоль, соя, вика борсағы, яҫмыҡ борсҡ, ҡара борсаҡ һәм башҡалар — ҡуҙаҡлылар ғаиләһе күбәләк сәскәлеләр (лядвенцевый) ярым ғаиләһенә ҡараған культуралаштырылған үҫемлектәр төркөмө. Орлоҡтары аҡһымға бай (ҡоро матдәгә яҡынса 20—40 %, люпин — 61 %-ҡа тиклем). Ҡуҙаҡлы иген культураларының орлоҡтарында май күп, мәҫәлән, сояла — 27 %-ҡа тиклем, арахиста — ҡоро матдәгә — 52 %-ҡа тиклем.
Борсаҡ (лат. Písum) — Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ [20] үлән үҫемлеге. Аҙыҡ-түлек һәм мал аҙығы культураһы булараҡ киң ҡулланыла. Ҡыйғас япраҡтары башҡа үҫемлектәргә үрмәләргә ярҙам иткән тармаҡлы мыйыҡсалар менән тамамлана. Япраҡ ҡолаҡсындары бик ҙур.
Сәскә тажы күбәләк тибындағы һеркәлекле. Улағы аҫҡа ҡараған өс ҡырлы бағана һәм өҫкө яғында төктәр шәлкеме сәскәнең төр буйынса айырма билдәһе булып тора. Борсаҡ боронғо замандарҙан бирле файҙаланыыла. Уның орлоҡтары таш быуат һәм бронза быуаты мәмерйәләрендә табылған.
Боронғо Һиндостанда һәм Ҡытайҙа борсаҡ байлыҡ һәм уңыш символы булған. Ә боронғо Грецияла, борсаҡ ярлыларҙың төп ризығы булғанлыҡтан, байлыҡ билдәһе тип әйтелмәгән.
Урта быуаттар дәүерендә борсаҡ ҡара борсаҡ һәм яҫмыҡ борсаҡ менән бергә Яҡын Көнсығышта, Төньяҡ Африкала һәм Европала йәшәүсе халыҡ ризығының мөһим өлөшө булып һаналған[21]. Борсаҡ Ярослав Мудрыйҙың «Русская правда»һында ла тасуирланған[22].
Фасо́ль (лат. Phaséolus) — 97 биологик төрҙө берләштереүсе Ҡуҙаҡлылар (Fabaceae) ғаиләһе төрө[23] Донъяның ике ярымшарындағы йылы илдәрҙә үҫеүсе биологик төр.[24][25]).
Үрсетелеүсе төрҙәренән, төрлө төрҙәре һәм сорттары менән ябай фасоль (Phaseolus vulgaris) беренсе урынды биләй. Фасолдең ҡайһы береһе үрмәләп, ҡайһы береһе — ҡыуаҡланып үҫә. Был төрҙөң тыуған иле — Латин Америкаһы.
Үләнле үҫемлек, йышыраҡ бер йыллыҡ, күпселеге үрмәләп үҫеүсе ҡыйғас япраҡлы үҫемлек. Тамыр системаһы үҙәкле. Япраҡтары 3, бик һирәк 1. Һәр япрағы һәм һәр бәләкәй япраҡсығы ҡолаҡсынға эйә.
Археологтар Перуҙа һәм Мексикала б. э. т. 5 мең йыл элек культуралаштырылғанлығын раҫлай.
Христофор Колумбтың XV быуаттағы экспедицияһынан һуң, фасолды Европала, Африкала һәм Азияла таныйҙар.
Со́я (лат. Glycine max) — бер йыллыҡ үлән үҫемлек, ҡуҙаҡлылар ғәиләһенең соя ырыуына ҡараған төрө.
Культуралы соя Азияла, Көньяҡ Европала, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Үҙәк һәм Көньяҡ Африкала, Австралияла экваторҙан 56—60° киңлеккә тиклем Тымыҡ һәм Һинд океаны утрауҙарында киң үҫтерелә.
«Соя борсағы» (ингл. soya bean, soybean) тип бик үк дөрөҫ аталмаған соя орлоғо — беҙҙең эраға тиклем өсөнсө мең йыллыҡтан бирле киң билдәле продукт. Соя түбәндәге үҙенсәлектәре буйынса популярлыҡҡа ирешә:
Соя иң боронғо күльтуралы үҫемлектәрҙең береһе. Уны үҫтереү тарихы, кәм тигәндә, биш мең йыл тип иҫәпләнә. Ҡытайҙа археологик ҡаҙылма эштәр барышында соя һүрәттәре төшөрөлгән боронғо таштар, һөйәктәр һәм ташбаҡа панцирҙары табылған. Соя үҫтереү тураһында беҙҙең эраға тиклем 3—4 мең йыллыҡҡа ҡараған иң иртә ҡытай әҙәбиәтендә телгә алына. Соя үҫтереү буйынса СССР-ҙағы күренекле белгестәрҙең береһе булып танылған В. Б. Енкен фекеренсә, соя, культуралы үҫемлек булараҡ, бик боронғо замандарҙа, беҙҙең көндәрҙән иң кәмендә 6—7 мең йыл элек формалашҡан. Соя буйынса тәүге тикшеренеүҙәр Америка Ҡушма Штаттарында 1804 йылда Пенсильвания штатында һәм 1829 йылда Массачусетс штатында ойошторола. 1890 йылға илдәге тәжрибә учреждениеларының күбеһе соя менән тәжрибәләр үткәрә. 1898 йылда АҠШ-ҡа Азия һәм Европанан ҙур күләмдә сояның өлгө сорттары ҡайтарыла, һәм бынан һуң маҡсатлы селекция эштәре һәм был культураны киң үҫтереү башлана. 1907 йылда Америкала соя 20 мең гектарға яҡын ерҙә сәселһә, 1930-сы йылдар башына был үҫемлеккә бүленгән майҙандар ил буйынса 1 миллион гектарҙан ашып китә.
Алыҫ Көнсығышта эшләгән һәм СССР-ҙа беренсе булып сояның фәнни нигеҙҙә үҫтереүҙе башлаған ғалим-В. А. Золотницкий фекеренсә (1962), рус ғалимдары һәм сәйәхәтселәре ҡырағай һәм культуралы сояны тәүге тикшереүселәр була. Рәсәй империяһында сояны тәүгеләрҙән булып телгә алыу Василий Данилович Поярковтың Охот диңгеҙенә 1643—1646 йылдарҙағы экспедицияһы менән бәйле. Сәйәхәтсе Амур йылғаһының урта ағымында көн иткән манжур-тунгустарҙа соя сәсеүлектәрен осрата. Поярковтың юлъяҙмалары тиҙҙән Голландияла баҫылып сыға, һәм соя Европаға Кемпферҙан йөҙ йылға алдараҡ билдәле була. Архив мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәй империяһында сояны сираттағы телгә алыу инде 1741 йыл менән билдәләнә. Әммә был культураға практик ҡыҙыҡһыныу Рәсәйҙә бары тик 1873 йылда Вена ҡалаһында үткән һәм сояның Азия менән Африка илдәренән килтерелгән 20-нән артыҡ сорты күрһәтелгән Бөтә донъя күргәҙмәһенән һуң ғына уяна.
Орлоҡ төрө | Һыу | Аҡһым | Майҙар | Углеводтар | Ашамлыҡ сүстәре | Көл |
---|---|---|---|---|---|---|
Ҡаты бойҙай (дурум) | 14,0 | 13,0 | 2,5 | 57,5 | 11,3 | 1,7 |
Йомшаҡ бойҙай | 14,0 | 11,8 | 2,2 | 59,5 | 10,8 | 1,7 |
Арыш | 14,0 | 9,9 | 2,2 | 55,8 | 16,4 | 1,7 |
Арпа | 14,0 | 10,3 | 2,4 | 56,4 | 14,5 | 2,4 |
Һоло | 13,5 | 10,0 | 6,2 | 55,1 | 12,0 | 3,2 |
Кукуруз | 14,0 | 10,3 | 4,9 | 60,0 | 9,6 | 1,2 |
Тары | 13,5 | 11,2 | 3,9 | 54,6 | 13,9 | 2,9 |
Дөгө | 14,0 | 7,5 | 2,6 | 62,3 | 9,7 | 3,9 |
Ҡарабойҙай | 14,0 | 10,8 | 3,2 | 56,0 | 14,0 | 2,0 |
Сорго | 13,0 | 9,0—14,0 | 2,5—3,5 | 69,5 | 2,0—3,0 | 2,0—2,5 |
Борсаҡ | 14,0 | 20,5 | 2,0 | 49,5 | 11,2 | 2,8 |
Соя | 12,0 | 34,9 | 17,3 | 17,3 | 13,5 | 5,0 |
Көнбағыш | 8,0 | 20,7 | 52,9 | 10,5 | 5,0 | 2,9 |
Рапс | 8,1 | 30,8 | 43,6 | 7,2 | 5,8 | 4,5 |
Фасоль | 14,0 | 21,0 | 2,0 | 47,0 | 12,4 | 3,6 |
Яҫмыҡ борсаҡ | 14,0 | 24,0 | 1,5 | 46,3 | 11,5 | 2,7 |
Стандартлаштырыу буйынса халыҡ-ара ойошма иген культураларына ҡағылышлы ICS 67.060 стандарттар серияһын баҫып сығарҙы[26]
Иген культуралары Викимилектә |