Игнатьев Семён Денисович

Игнатьев Семён Денисович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 Украина Совет Социалистик Республикаһы
Патронимы йәки матронимы Q124811735?
Тыуған көнө 1 (14) сентябрь 1904
Тыуған урыны Карловка[d], Аннинская волость[d], Елисаветградский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 ноябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы министр государственной безопасности СССР[d], СССР Юғары Советы депутаты[d], СССР Юғары Советы депутаты[d], СССР Юғары Советы депутаты[d], СССР Юғары Советы депутаты[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Всесоюзная промышленная академия[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың ХХ съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Игнатьев Семен Денисович (1(14) сентябрь 1904 йыл27 ноябрь 1983 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1953—1957 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР-ҙың I—V саҡырылыш, РСФСР-ҙың IV саҡырылыш һәм Татар АССР-ының V саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике Ленин (1940, 1944, 1948, 1957), Октябрь Революцияһы (1974), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары кавалеры.

1926 йылдан КПСС ағзаһы[1][2][3], Үҙәк Ревизия комиссияһы ағзаһы (1939—1952),КПСС-тың Үҙәк Комитеты ағзаһы (1952—1953, 1953—1961), КПСС Үҙәк Комитеты президиумы ағзаһы (1952—1953).

Семён Денисович Игнатьев 1904 йылдың 1(14) сентябрендә Херсон губернаһының Елизаветград өйәҙе Карловка ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте украин[4][5][6].

1914 йылдан алып 1919 йылға тиклем ата-әсәһе күсеп йәшәй башлаған Термезда (Урта Азия) мамыҡ таҙартыу заводында эшләй. Һуңынан Бохара тимер юлы оҫтаханаларында слесарь ярҙамсыһы булып эшләй. 1919 йылдың аҙағынан Бохара тимер юлы баш депоһының комсомол ячейкаһы секретары була. 1919 йылдан комсомолда, Аму-Дарья комсомол өлкә комитеты ағзаһы. 1920 йылдан ВЧК органдарында, профсоюз һәм комсомол эшендә. Промакадемияға инер алдынан һуңғы вазифаһы — 1931 йылдың декабренән август 1929 йылды авгусына тиклем ВЦСПС-тың Урта Азия бюроһының сектор мөдире.

1931 йылдың авгусынан 1935 йылдың сентябренә тиклем Сталин исемендәге Бөтә Союз промакадемияһының авиация факультетында уҡый. Самолеттар эшләү буйынса инженер-технолог һөнәрен ала.

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң 1935 йылдың октябренән 1937 йылдың октябренә тиклем ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының Сәнәғәт бүлеге мөдире А. А. Андреевтың ярҙамсыһы.

1937 йылдың 25 октябренән 1943 йылдың 7 мартына тиклем — ВКП(б)-ның Бүрәт-Монгол өлкә комитетының беренсе секретары, СССР Юғары Советының һәм БМАССР-ы Юғары Советы депутаты була.

1943 йылдан алып 1946 йылдың 13 апреленә тиклем — партияның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Артабан «ВКП(б)-ның Үҙәк комитетында яуаплы эштә файҙаланыу өсөн» Мәскәүгә ҡайтарыла, Н. С Патоличевтың үрләтелгән кешеһе (выдвиженец)[7][8].

1946 йылдан 1947 йылға тиклем ВКП(б) Үҙәк комитетының партия кадрҙар тикшереү идаралығы начальнигы Патоличевтың беренсе урынбаҫары, «Партия тормошо» журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы (1946—1947).

1947 йылдан 1949 йылға тиклем — Белоруссия Компартияһы Үҙәк комитетының секретары, икенсе секретары, Белоруссия Компартияһы Үҙәк комитетының Бюроһы ағзаһы.

1949 йылдан — Урта Азия ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты секретары, Үзбәкстан буйынса ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты вәкиле.

1950 йылдың 30 декабренән 1952 йылдың 16 февраленә тиклем ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты партия, профсоюз һәм комсомол органдары бүлеге мөдире.

Үҙәк комитеттың партия һәм комсомол органдары бүлеге мөдире Игнатьев 1951 йылдың 11 июлендәге махсус ҡарарға ярашлы дәүләт именлеге министрлығы вәкиле итеп тәғәйенләнә[9].1951 йылдың 9 авгусынан 1953 йылдың 5 мартына тиклем СССР-ҙың дәүләт именлеге министры (ул вазифала булған саҡта «Табиптарҙың эше» һәм «Мингрель эше» тағатыла), бер үк ваҡытта КПСС-тың Үҙәк комитетының бүлеген етәкләй, ә һуңынан Сталиндың һағында күп йылдар дауамында торған һаҡ начальнигы Н. С. Власикты эштән ситләткәндән һуң шәхсән үҙе Дәүләт именлеге министрлығы һағы идаралығын етәкләй. Сталиндың вафатынан һуң министрлыҡ Эске эштәр министрлығы менән берләштерелә, уның етәксеһе Л. П. Берия була, Игнатьев КПСС-тың Үҙәк комитетының секретары булып китә.

Табиптарҙы иреккә сығарғандың иртәгәһенә («табиптар эше» буйынса), 1953 йылдың 5 апрелендә, КПСС-тың Үҙәк комитеты ағзаларынан һораулама алына һәм Игнатьев С. Д. элекке дәүләт именлеге министрлығын етәкләгән саҡта ебәргән етди хаталары өсөн КПСС-тың Үҙәк комитеты секретары вазифаһынан бушатыла. Комитет ағзалары шулай уҡ 1953 йылдың 28 апрелендә һораулама аша Игнатьевты КПСС-тың Үҙәк комитеты составынан сығаралар. Берия тәҡдиме буйынса КПСС-тың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Партия контроле комитетына Игнатьевтың партиялылығы тураһында мәсьәлене ҡарау ҡушыла[10].

1953 йылда КПСС-тың Үҙәк комитеты Пленумында С. Д. Игнатьев Үҙәк комитеты составында тергеҙелә; 1953 йылдың 19 декабрендә ул КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары итеп тәғәйенләнә[11]; 1957 йылдың 27 июнендә Татарстан өлкә комитетының беренсе секретары итеп һайлана, 1960 йылдың 3 декабрендә һаулыҡ торошо буйынса эштән бушатыла. Профессор Б. Ф. Султанбеков, Игнатьевтың татар мәҙәниәтен, мәктәбен һәм телен һаҡлау буйынса тырышлығын билдәләп үтә һәм ошо сәбәп арҡаһында Игнатьев «милли сикләнгәнлеккә» юл ҡуйғаны өсөн эштән сығарыла тип һанай[12].

1960 йылдан — Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер, Мәскәүҙә йәшәй. 1983 йылдың 27 ноябрендә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән[13].