Изге Лаврентий ҡултығы

Изге Лаврентий ҡултығы
фр. Golfe du Saint-Laurent, ингл. Gulf of Saint Lawrence
Координаты: пропущена долгота
Типҡултыҡ 
Майҙаны263 000 км²
Күләме35 000 км³
Иң ҙур тәрәнлек572 м
Тоҙлолоғо32 
Ҡойоусы йылғаИзге Лаврентий
 Изге Лаврентий ҡултығы Викимилектә
Изге Лаврентий ҡултығы

Изге Лаврентий ҡултығы (франц. Golfe du Saint-Laurent; ингл. Gulf of Saint Lawrence) — Төньяҡ Америка яр буйының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге Атлантик океан ҡултығы.

Ҡултыҡ Канаданың Квебек, Нью-Брансуик, Яңы Шотландия, Принц Эдуард Утрауы, Ньюфаундленд һәм Лабрадор провинциялары ярҙарын йыуа.

Изге Лаврентий ҡултығы төньяҡта Лабрадор ярымутрауы, көнсығышта океан һәм Ньюфаундленд утрауы, көньяҡта Кейп-Бретон утрауы һәм Яңы Шотландия ярымутрауы, көнбайышта Төньяҡ Америка ҡитғаһы менән сикләнгән.

Майҙаны яҡынса 263 мең км². Тәрәнлеге 572 метрға тиклем. Күләме 35 мең км³.

Океан менән ҡултыҡты тоташтырыусы боғаҙҙар:

  • көньяҡта Кансо боғаҙы, Кейп-Бретон утрауы һәм Яңы Шотландия ярымутаруы араһында
  • көньяҡ-көнсығышта Кабот боғаҙы, Ньюфаундленд һәм Кейп-Бретон утрауҙары араһында
  • төняҡ-көнсығышта Белл-Айл (Лабрадор) боғаҙы, Лабрадор ярымутрауы һәм Ньюфаундленд утрауы араһында.

Ҡултыҡҡа Изге Лаврентий йылғаһы ҡоя.

Хужалыҡта әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡултыҡ акваторияһы әүҙем суднолар йөрөү урыны. Бында балыҡ тотоу һәм нефть сығарыу тармаҡтары үҫешкән.

Төп порттары — Квебек һәм Сет-Иль.