2013 йылда Израилдә Кнессеттың 19-сы саҡырылышы һайлауы үткәрелергә тейеш. Һайлауҙың тәүге датаһы 2013 йылдың 22 Ҡарағайы булырға тейеш ине, әммә Израилдең Премьер-министры Биньямин Нетанъяһу 2012 йылдың 15 Ҡарағай көнөндә Кнессетты таратып ебәрҙе, шуға күрә ваҡытынан алдағы Кнессет һайлауы 2013 йылдың 22 ғинуарында үткәреләсәк.
"Кнессетты таратып ебәреү тураһында"ғы законға Биньямин Нетанъяһу 2012 йылдың 15 Ҡарағай көнөндә ҡул ҡуйҙы. Парламент ағзаларынан 100-ө риза булды, ҡаршы һәм икеләнеүселәр булманы[1].
Ликуд фирҡәһен хәҙерге Израиль Премьер-министры, Биньямин Нетанъяһу, етәкләй. 2012 йылдың 31-се ғинуарында фирҡәлә эске һайлау үткәрелгән, унда Премьер-министр өсөн 76,8% тауыш биргән, шуға күрә ул фирҡәне етәкләргә дауам итә һәм фирҡә исемлегендә 1 һаны менән билдәләнә[2][3].
Кнессеттың 19-се саҡырылышы һайлауында ҡатнашыусы депутаттар исемлеге 2012 йылдың 25 ноябрь көнөндә тауыш биреү менән раҫланды[4]. Хәҙер ул исемлек 20 кешенән тора[5].
Исраэ́ль Бейте́ну фирҡәһен Авигдор Либерман етәкләй. 2012 йылдың 25 октябрендә Ликуд һәм БИ фирҡәләре һайлауҙа берҙәм исемлек менән ҡатнашырға ризалашты[6].
Кади́ма фирҡәһен Шауль Мофаз етәкләй. 2012 йылдың 27 мартында "Кадима" фирҡәһендә эске һайлау үткәрелде[7], унда Шауль Мофаз өсөн 62,3% тауыш бирҙе[8].
2012 йылдың 15 октябрендә Кадима фирҡә исемлеген эске тауыш биреү аша төҙөлөүҙән баш тартты һәм исемлекте төҙөлөү өсөн махсус комиссияны ойошторҙо, тип иғлан итте[9].
Авода́ фирҡәһен Шели Ехимович етәкләй. Фирҡәләге эске тауыш биреүҙең икенсе өлөшөндә уның өсөн 54,2% тауыш бирҙе[10]. Кнессеттың 19-се саҡырылышы һайлауында ҡатнашыусы депутаттар исемлеге, Шели Яхимович иғланы буйынса 2012 йылдың 27 ноябрендә төҙөлөргә тейеш ине[11].
ШАС фирҡәһен Эли (Элияһу) Ишай етәкләй. 2012 йылдың октябрь айында Арье Дери сәйәсәткә ҡайта тип иғлан итте[12], шуның өсөн Эли Ишай менән бергә фирҡәне Арье Дери һәм Ариэль Атиас етәкләйәсәк[13].
Фирҡәнең идара итеүсе органы — Тора Хәкимдәре Шураһы, ул Кнессет һайлауында ҡатнашыусы депутаттарын һайлаясаҡ.
Ам Шалем фирҡәһенә ШАС хәрәкәтенән сыҡҡан раввин Хаим Амсалем нигеҙ һалған. Ул "ШАС-тың идарасыларын, сефард ультраортодокс общинаһын һәм ғөмүмән харедиҙарын тәнҡитләй" тип иғлан итә[14][15].
Ацмау́т фирҡәһен Авода фирҡәнең элекке етәксеһе Эһуд Бараҡ етәкләй. Электораль барьеры үтеүенә бәйле ҡыйынлыҡтар сәбәпле, Ацмаут фирҡәһе Ликуд менән блокҡа инә ала, ошо осраҡта бер нисә Хөкүмәт министры Ацмаут фирҡәһенән буласаҡ[16][17][18].
Яһадут һа-Тора блокын Яаков Лицман һәм Моше Гафни етәкләй. Был сәйәси блок 2 ашкеназ дини фирҡәләрен тора: беренсеһе, Агудат Исраэль, поляк ортодокс йүнәлтәһе фирҡәһе булып һанала, ә икенсеһе, Дегель һа-Тора, литвак дини фирҡәһе. Киң мәғлүмәт сараларында блокты юҡҡа сығыу тураһында белдереүҙәргә ҡарамаҫтан, фирҡә етәкселәре уны раҫламай[19].
Кнессеттың 18 саҡырылышы ваҡытында үк был ике фирҡә яҡынлаша башланы һәм берләштерә тейеш ине[20]. Фирҡәләр берләштерелмәгән, әммә фирҡәләр араһында ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул турала һөйләшеүҙәр дауам ителә[21][22][23].
"Йәһүд йорто" хәрәҡәтенең етәксеһе һайлауы 2012 йылдың 6 ноябрендә, ә фирҡә исемлеген төҙөү 13 ноябрендә ойорошторолорға тейеш ине[24].
2012 йылдың 29 ноябрендә фирҡәләр Кнессет һайлауында ҡатнашыусы депутаттарын берҙәм исемлеген төҙөргә килеште[25].
Һа-Ихуд һа-Леуми һәм Йәһүд йорто фирҡәләре берләштерелгәндән һуң, Кнессеттың бер нисә ағзаһы (Михаэль Бен-Ари, Барух Марзель һәм Итамар Бен-Гвир) Кнессет һайлауында айырым исемлек булараҡ ҡатнашыр тип иғлан итте. Был исемлеккә Оцма́ ле-Исраэ́ль исеме бирелгән. Ул исемлеккә һа-Тиква фирҡәһе етәксеһе Арье Эльдад та ҡушылды.
2012 йылдың 13 ноябренән билдәле булғанса, Арье Эльдад Оцма ле-Исраэль исемлегендә беренсе булыр, икенсеһе — Бен-Ари, артабан Марзель, Арье Кинг һәм Бен-Гвир килер[26].
Мерец — Яңы Хәрәкәт фирҡәһен Заһава Гальон етәкләй (эске тауыш биреү 2012 йылдың 7 февралендә үткәрелгән)[27]. Һайлауҙа ҡатнашыусы депутаттар 2012 йылдың 11 ноябрендә һайланырға тейеш ине[28].
2012 йылдың 10 ноябрендә блок пленумында һайлауҙа ҡатнашыусы депутаттар һайланды. Блокты яңынан Мөхәммәт Бәрәкә етәкләйәсәк, исемлектә икенсе урын Хәнә Сәүидгә, өсөнсөһө — Дов Ханинға бирелде. Блок ағзаларын күпселеге исемлектә ҡатындар өсөн урын ҡалыуға риза булды.
Мөхәммәт Бәрәкә һәм Хәнә Сәүид иғлан итеүенсә, Кнессеттағы коммунистар традицияһын дауам итеү өсөн, улар үҙ мандаттарын ярым срок ваҡытына ҡатындарға бирәсәк[29][30].
2012 йылдың апрель айында журналист Яир Лапид Еш Атид фирҡәһенә нигеҙ һалынған. Был фирҡә центрист фирҡәһе буласаҡ тип иғлан итә ул[31].