Изюм | |
укр. Ізюм | |
Байраҡ | Герб |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 1681 |
---|---|
![]() | |
Рәсми атамаһы | Ізюм |
Кем хөрмәтенә аталған | изюм[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Изюмский район[d] һәм Изюмская городская община[d] |
Административ-территориаль берәмек | Изюмский район[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 45 884 кеше (2021)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 67 метр |
Туғандаш ҡала | Тукумс, Дрогобыч[d][2] һәм Андрыхув[d] |
Майҙан | 436 км² |
Почта индексы | 64300–64318 |
Рәсми сайт | city-izyum.gov.ua |
Урындағы телефон коды | 5743 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q63945336? |
![]() |
Изюм (укр. Ізюм) — Украинаның Харьков өлкәһендәге ҡала, Изюм районының административ үҙәге (район составына инмәй).
Ҡала Северский Донец йылғаһы буйында урынлашҡан.
1637 йылда батша Михаил Фёдорович үҙенең грамотаһында Изюм ҡурғаны янында ҡала төҙөргә кәрәклеген яҙа. Торама тураһындағы тәүге һүҙҙәр 1639 йылға ҡарай[3]. Әммә элегерәк телгә алынған «Изюм» исемле ауылдар ҡаланың йәшен арттырыу өсөн тура килмәй, сөнки әлеге ҡала биләмәһе 1681 йылда төҙөлгән ҡәлғәнән барлыҡҡа килгән һәм киңәйеп киткән[4].
Ҡаланың исеме төрки сығышлы, ҡаҙаҡса «өзен», ҡарасайса äzän «йылға», татарса üzän «үзән» һүҙҙәренән алынған тигән фараздар бар[5]. Шулай уҡ «йөҙөм» һүҙенән килеп сыҡҡан тигән версия ла бар, сөнки ҡала ситендә 17-се быуатта виноград үрсеткәндәр.