Икмәк ағасы | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
|
Икмәк ағасы (лат. Artocarpus altilis) — бер өйлө тут ағасы ғаиләһенә ҡараған Артокарпус ырыуының бер төрө. Ватаны Яңы Гвинея һанала, шунан полинезиецтар уны Океания утрауҙарына күсергәндәр.
Инглиз диңгеҙсеһе Уильям Дампир XVII быуат аҙағында беренсе булып европалыларға урындағы халыҡтың емешен икмәк менән алмаштыра торған ағас тураһында хәбәр иткән. XVIII быуат аҙағында Ямайкала аслыҡтан һуң плантацияларҙа эшләгән ҡолдар өсөн осһоҙ һәм калориялы аҙыҡ сығанағы булараҡ, бында икмәк ағасын үрсетеү идеяһы тыуған. Ошо маҡсат менән Таити ярҙарына билдәле булған "Бауинти"карабы ебәрелгән, әммә уларҙың йыйған үҫентеләре Вест-Һиндостанға барып етмәгән. Һөҙөмтәлә беренсе икмәк ағастары Яңы Донъяға 1793 йылда билдәле булған «Провиденс» карабы алып килгән, һәм был үҫемлектәр Ямайкала, Сент-Винсент утрауҙарында, ә аҙаҡ Вест-Һиндостандың башҡа утрауҙарында плантацияларҙың башланғысын биргән. Хәҙер икмәк ағасы тропик илдәрҙең күбеһендә киң таралған.
Төркөмдөң атамаһы Artocarpus килеп сыҡҡан бор. грек. ἄρτος 'икмәк' һәм καρπός 'емеше'.
Был шаҡтай ҙур, 20-26 метрға тиклем бейеклектәге һәм бик тиҙ үҫеүсе ағас. Тышҡы күренеше менән ябай имәнде хәтерләтә. Ҡабығы һоро, шыма. Уның ҡайһы бер ботаҡтары йыуан , ҡабырғанан япраҡлы бәләкәй ботаҡтар менән; башҡалары — оҙон һәм нәҙек, осонда япраҡ шәлкеме менән. Үҫемлектең япрағы ғәҙҙәттән тыш төрлөсә: хатта бер ағаста бөтөн япраҡтар ҙа һәм ҡыйғас теленмә япраҡтар ҙа осрарға мөмкин. Ағастың япраҡ ҡойоуы ла үҙенсәлекле. Климат шарттарына ҡарап, ағас мәңге йәшел йәки япраҡ ҡойоу рәүешендә булырға мөмкин.
Сәскәләре ваҡ, йәшкелт һәм күркһеҙ: ата сәскәләр беренсе сәскә ата һәм оҙонса сәскәлеккә йыйылған була; инәләре — эре тумалаҡ сәскәлеккә йыйылған. Ҡанатлылар менән (крылан (Pteropodidae) менән һеркәләнә. Һеркәләнгәндән һуң, инә сәскәлектәр яйлап ҙур емеш булып үҫә, формаһы буйынса йомро ҡауынды хәтерләтә.Емештәре берәмләп йәки ботаҡ осонда тәлгәшләнеп барлыҡҡа килә. Йәш емештәр йәшел була,өлгөрә бара һары-йәшел, шунан һары йәки һары-көрән төҫкә инә. Емештең диаметры 30 см-ға етә, ауырлығы — 3-4 кг. Йәшел саҡта емештәре крахмаллы, йомшаҡ аҡ туҡымалы була, ә өлгөргәс, йомшара, аҡһыл һары йәки һары төҫкә инеп шәрбәтләнә. Ағастың бөтә өлөштәрендә лә, шул иҫәптән бешмәгән емештәрендә лә, һөт төҫөндәге йәбешкәк һут-латекс бар.
Икмәк ағасының төп ике төрө бар: «ҡырағай» төрөнөң емештәре орлоҡло ,ә культуралы — орлоҡһоҙ була. Шуға ҡарамаҫтан, культуралы төрөнөң емештәре лә ваҡыты менән орлоҡтар менән осрай. Икмәк ағасы — иң күп уңыш биреүсе емеш ағастарының береһе: бер ағас йылына 150-нән алып 700-гә тиклем емеш бирә. Икмәк ағасы уңайлы климатта йыл әйләнәһенә өҙлөкһөҙ емеш бирә; дөрөҫөрәге, йылына туғыҙ ай, һуңынан өс ай "ял"итә. Шулай 60-70 йыл буйы дауам итә. Уңайлы шарттарҙа үҫеү тиҙлеге — 0,5-1 метр..
Яуым-төшөмдөң булыуына ҡарамаҫтан, ағас йылына 1000 мм артыҡ үҫмәй. Өс ай ҡоролоҡҡа сыҙай (айына яуым-төшөм 25 мм түбән булһа ла). Үҫемлек өсөн максималь температура — плюс 40 градус, минималь — нуль.
Донъяның ҡайһы бер өлөштәрендә, бигерәк тә океан утрауҙарында, икмәк ағасы— туҡланыу өсөн иң мөһим сығанаҡ. Икмәк ағасы емешенән икмәк бешерәләр, киптерәләр, шәкәрләйҙәр, сей килеш ашайҙар, хатта төрлө тәмлекәстәр, үҙенсәлекле «ҡоймаҡтар» әҙерләйҙәр. Банан кеүек өлгөрөп етмәгәндәрен йәшелсә итеп,өлгөргәндәрен, шәрбәтләнгәндәрен, емеш кеүек файҙаланалар. Емештең өлгөргәнлеген уның ҡабығына һарҡҡан латекстан билдәләйҙәр. Тәме буйынса ҡыҙҙырылған емеш икмәккә ҡарағанда бер аҙ картуфты хәтерләтә.Киптерелгән икмәк (сухари) бик оҙаҡ һаҡлана, бер нисә йылға тиклем[1]. Полинезиецтар (Самоа) икмәк ағасының емештәрен оҙаҡ һаҡлау ысулдарын уйлап тапҡандар. Уларҙы таҙартҡандар, киҫкеләп, һуңынан геликоний һәм банан япраҡтарына төрөп күмгәндәр. Емештәр әсей, ҡамыр массаһына әүерелә (masi), тик серемәй, бер нисә йыл дауамында ашарға яраҡлы булып ҡала. Һуңынан был массаны геликоний япрағына төрөп, кокос майында ҡуралар.
Бешкән һәм ҡыҙҙырылған икмәк ағасының орлоҡтарын бешереп тә,тоҙ менән ҡурып та ашайҙар. Шулай уҡ емештәре һәм япраҡтары мал аҙығына ла бара (кәзәләр, сусҡалар һәм башҡалар өсөн). Икмәк ағасының киптерелгән йомшағында (мякоть) 4,05 % аҡһым, 76,70 % углевод һәм 331 ккал 100 гр. бар. Икмәк ағасы емешенең аҙыҡ ҡиммәте 100 граммда крахмал 60-80 %-ҡа, шәкәр 14 процентҡа, майҙар 0,2—0,8 %. Ә Каракас тикшеренеү институтының мәғлүмәттәре буйынса икмәк ағасы емешенең йомшағында 98,86 % крахмал һәм 0,06 % аҡһым бар.
Икмәк ағасы кеше ризығы өсөн ҡулланылған иң уңдырышлы үҫемлектәрҙең береһе булып тора. Бер миҙгел эсендә 200-гә тиклем йәки унан да күберәк емеш биргән ағас. Тымыҡ океандың көньяҡ өлөшөндә йылына 50-нән алып 150-гә тиклем уңыш бирә.. Көньяҡ Һиндостанда йыллыҡ етештереү күләме — 150-нән алып 200-гә тиклем емеш. Етештереүсәнлек төбәктәге климаттың дымлылығына бәйле үҙгәреп тора. Вест-Һиндостанда уңыш — бер ағастан 25 емеш тәшкил итә. Барбадоста үткәрелгән тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: акранан мөмкин булған уңыш- 6,7 тоннан алып 13,4 тонна (16-32 т/га).
Икмәк ағасы 100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Энергетик ҡиммәте 103 ккал 431 кДж | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Сығанаҡ: Link to USDA Database entryСығанаҡ: USDA Nutrient Database |
2012 йыл[2] йылда үткәрелгән тикшеренеүҙәр икмәк ағасының өс компонентын тәңгәлләштереүгә (идентификация) рөхсәт биргән (өсөһө лә май кислоталарына бай), репеллент[3][4] булып хеҙмәт итергә мөмкин.
Артокарпус (Artocarpus) төркөмө Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм Океания тропиктарында таралған алтмышлап үҫемлекте үҙ эсенә ала. Был бер өйлө 35 метр бейеклектәге бөтөн йәки көрәк япраҡлы ағастар. Ағастарҙың бөтә өлөштәрендә лә һөткә оҡшаған һут бар. Күркһеҙ бер енесле сәскәләре сәскәлеккә йыйылған. Икмәк ағасы, джекфрут һәм башҡа ҡайһы бер төрҙәре — тропиктарҙа аҙыҡ үҫемлеге булараҡ бик билдәле; үҙағасы, емеше йәки ашарға яраҡлы орлоғо өсөн үҫтерәләр.