Илмән | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Мста[d], Ловать[d], Пола[d], Шелонь, Веркасенка[d], Веронда[d], Веряжа[d], Замленка[d], Крупка[d], Макова[d], Ниша[d], Перехода[d], Псижа[d], Саватейка[d], Сытинка[d], Тулебля[d], Учонка[d], Чернец[d] һәм Маята[d] |
---|---|
Күлдән аҡҡан йылғалар | Волхов |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Невы[d] |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Рәсәй һәм Беларусь |
Бассейн майҙаны | 67 200 км² |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Новгород өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 18 метр |
Оҙонлоҡ | 45 km |
Киңлек | 35 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 10 метр |
Майҙан | 982 км² |
Күләме | 6,5 км³ |
![]() |
Илмән[1] (бор.-урыҫ. Илмерь[2]) — Новгород өлкәһенең көнбайыш өлөшөндәге күл. Балтик диңгеҙенең һыу йыйыу бассейнына ҡарай. Боҙлоҡтан һуңғы был һыу сығанағының (иртә һыу системалары урынында) яр буйҙары матур, ул күп мең йыллыҡ үҙләштереү тарихына эйә. Һыу өҫтө майҙаны — 982 квадрат километр[3].
Күлдең исеме апеллятив (уртаҡлыҡ исем) исемгә әйләнә, ҡағиҙә булараҡ, йылға ташҡанда йәки элекке йылға үҙәне булған уйһыулыҡта йыйылып ҡалған ҡамыш баҫып барған бәләкәй күлдәрҙе шулай атайҙар.
«Сказание о Словене и Русе и городе Словенске» һуң йылъяҙмала күл уларҙың һеңлеһе Илмера исеме менән атала[4].
Илмән атамаһының фәнни этимологияларынан боронғо рус теленән Ильмень, Илмерь һәм фин. Ilma-järvi[5] — «һауа (боҙолоу) күле» йәки «күк (юғары) күл» тигән аңлатма киң таралған.
И. И. Муллонен күл атамаһын төбәктә киң таралған Балтик буйы-фин нигеҙеле *ylä- «үрге (Волховҡа ҡарата)» тигәндән сығара. Илмән һәм Илмер формаларын борон йәшәгән Ylä/järvi, Ylämä/järvi «Үрге күл» һәм Ylimäine, Ylimmäinen «Үрге» варианттары сағылдыра ала[6].
Ю. В. Откупщик атаманың Балтик буйы-фин версияһын шик аҫтына ҡуя. Уның билдәләүенсә, -järvi рус телендә һәр саҡ ярымкалька итеп -күл (сағ.: Ковдозеро, Водлозеро һ. б.) булараҡ тәржемә ителә. Шуға күрә -järvi үҫеше, Илмер атамаһындағы кеүек, башҡа миҫалдар менән раҫланмай (Селигер, уның фекеренсә, — айырым осраҡ). Урыҫ тигеҙлегендә осраған ҙур булмаған күлдәргә ҡарата ҡулланылған Илмән атамаһы ла айырым аңлатма талап итә. Ю. В. Откупщиков, Илмән терминының киң таралыуын Новгород колонизацияһы менән генә мөмкин түгел, тип билдәләй, өҫтәүенә был атама башлыса төньяҡҡа һәм көнсығышҡа бара, артабан грек сығышлы лиман һүҙе менән алмаштырыла. Ю. В. Откупщиков үҙенең славян этимологияһын тәҡдим итә — тигән ил һүҙенә -мень суффиксы ярҙамында (аналогия буйынса сухмень, раменье һ.б.) «ләмле (күл)» мәғәнәһен ала, был рус теленең көньяҡ һөйләшендәге ильмень «ҙур булмаған күл» тигәнгә тап килә[7].
Карелия менән Ленинград өлкәһе сигендә Ильменйоки йылғаһы бар. Оҡшаш гидроним Германияның төньяғында ла осрай: Ильменау (нем. Ilmenau), ильм тамыры ҡарама («вяз») һүҙенән алынған тип күҙаллайҙар.