Ильдико | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө |
иртәрәк453 |
Ил | |
Тормош иптәше | |
Ильдико (лат. Ildico) — һундар батшаһы Аттиланың һуңғы ҡатыны.
Ильдико «Нибелунгтар тураһында йыр» поэмаһында һәм "Өлкән Эдда"лағы Атли короле тураһындағы боронғо хикәйәттәр нигеҙедә ул бургундтар короленең ҡыҙы булғандыр тигән фараз бар. Шулай уҡ уның гот, гепид йәки франк сығышы тураһында ла версиялар бар.
Матурлығы менән дан тотҡан Илдико 453 йылда Аттиланың ҡатыны булып киткән. Тарихсы Иордан, төп нөсхәһендә беҙгә килеп етмәгән Приск Панийскийҙың дәлиленә һылтанып, «Геттарҙың килеп сығышы һәм ғәмәлдәре тураһында» (« О происхождении и деяниях гетов») хеҙмәтендә, никах төнөнән һуң Аттила иртәнсәк үҙенең аҡҡан ҡаны күләүегендә үле килеш табылған, уның янында Ильдико илап ултырған, тип яҙған[2]. Иордан, һундар батшаһы Аттила никах табынында ҡуйылған тәғәмдең мул булыуынан йәки артыҡ ашамһаҡлығынан һәм эскелегенән үлгән, тип һанаған, әммә герман хикәйәттәрендә ("Өлкән Эдда"ла «Атли тураһында йыр») Аттиланы, һундар тарафынан үлтерелгән ағай-энеле Гудрундарҙың үсен алыу ниәте менән, ҡатыны (бургунд ҡыҙы Гудрун) үлтергән тигән сюжет әҙерләнә. Марцеллин Комит та Аттиланы ҡатыны үлтереүе тураһында хәбәр итә.
Ильдико (Hildiko) тигән исемдең боронғо герман ҡатын-ҡыҙҙары исемендә йыш осраған иркәләү-кесерәйтеү «hild» формаһынан булыуы ихтимал. Шуға оҡшаған герман исеме Hildchen (шулай уҡ Helche менән сағыштыр) бына ошондай. «Нибелунгтар тураһында йыр»ҙа Аттиланың икенсе ҡатыны Кримһильда исемле. Ильдико (Ildikó) исеме, Аттила исеме кеүек үк, әле лә Венгрияла популяр булып ҡала.