Илһан Чилер | |
төр. Çiler İlhan | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Тыуған ваҡыттағы исеме | төр. Çiler İlhan[2] |
Тыуған көнө | 1972[3] |
Тыуған урыны | Денизли, Төркиә[4] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, специалист по связям с общественностью, журналист, тәржемәсе, эссеист, романист, новеллист |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәбиәт[5] |
Уҡыу йорто | Босфор университеты[d] |
Жанр | эссе[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | cilerilhan.com |
Илһан Чилер Викимилектә |
Чилер Илхан (тур. Çiler İlhan, 1972, Денизли, Төркиә) — төрөк яҙыусыһы, тәржемәсе, журналист һәм хоҡуҡ һаҡлаусы. Европа Союзының әҙәбиәт буйынса премияһы лауреаты (2011). Өс китап авторы. Уның китаптары донъяның 20-нән ашыу илендә нәшер ителә.
Чилер Илхан 1972 йылда Денизли ҡалаһында тыуған, Измир ҡалаһында үҫә[6]..
1979—1983 йылдарҙа Денизли Меркезефенди башланғыс мәктәбендә уҡый. Һуңынан 1983 йылдан 1990 йылға тиклем Измир шәхси колледжы студенты була[6].
Босфор университетында халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм политология фәндәрен өйрәнә. Швейцарияла Glion Hotel school ҡунаҡхана менеджменты мәктәбен тамамлаған[6].
Төрлө йылдарҙа Истанбул отелендә йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса менеджер, яҙыусы, мөхәррир, тәржемәсе һәм әҙәби тәнҡитсе булып эшләй[6].
2017 йылдан ул Нидерландта йәшәй[7]. Condé Nast Traveller Türkiye журналының баш мөхәррире[6].
Төрөк һәм голланд ПЕН-клубтары ағзаһы. Ул хоҡуҡ һаҡлаусы булараҡ ҙур йәмәғәт эше менән шөғөлләнә. Һүҙ азатлығы, кеше хоҡуҡтары, Төркиә ҡатын-ҡыҙҙарының хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай. Төркиәлә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата өйҙә көс ҡулланыуға һәм хоҡуҡ сикләүҙәргә (дискриминация) ҡаршы көрәшә[8].
Илхан үҙенең тәүге шиғырҙарын 10 йәшендә яҙа башлай. Колледжда уҡыған осорҙа үҙенең тәүге көндәлектәрен һәм театраль пьесаларын яҙа[6].
Уның әҙәби таланты Босфор университетында уҡыған ваҡытында бигерәк яҡшы сағыла, унда, үҙе әйткәнсә, ул «үҙ һүҙҙәре менән аңлы» хикәйәләр ижад итә башлай[6].
1993 йылда ул Йәшәр Нәби йәштәр премияһының «Мәшһүр хикәйә өсөн» наградаһына лайыҡ була[6].
Уның хикәйәләре, эссе, китаптарға рецензиялары, сәйәхәттәр тураһында мәҡәләләре һәм төрөк теленә тәржемәләре төрлө журналдарҙа һәм гәзит ҡушымталарында баҫылды[9].
2011 йылда ул «Һөргөн» («Изгнание») хикәйәләр йыйынтығы өсөн Европа Союзының әҙәбиәт өлкәһендәге Премияһы лауреаты булды. Китап, Бөйөк Британияны, Италияны, Францияны, Нидерландты һәм Мексиканы индереп, егерменән артыҡ илдә баҫыла[6]. Шулай уҡ «Изгнание» йыйынтығы Prix Du Livre Lorientales 2017 әҙәби премияһының шорт-битенә индерелдә[10].
15-тән ашыу милли һәм халыҡ-ара әҙәби антологияларға үҙенең өлөшөн индерҙе[10].
2005 йылда «1002 төнгө әкиәт» («1002 ночные сказки») йыйынтығында «Вульгата» («Vulgata») хикәйәһе баҫылды[9].