Имерети батшалығы | |||||
| |||||
Баш ҡала | |||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр | |||||
Династия | |||||
Имеретия батшалығы Викимилектә | |||||
Имеретия батшалығы (груз. იმერეთის სამეფო) — XV быуат аҙағында барлыҡҡа килгән Грузияның өс үҙаллы феодаль батшалыҡтарының береһе (Картли һәм Кахетия менән берлектә).
Баш ҡалаһы — Кутаиси.
XVI быуат аҙағында Имеретия батшалығы Имеретия территорияһы менән сикләнгән. 1555 йылғы фарсы-төрөк солохо буйынса Имеретия батшалығы Ғосман империяһына буйһонған һәм ҡолдар йәки аҡсалар һәм тәбиғи ресурстар менән яһаҡ түләгән. Имеретия батшалығының тарихы даими феодаль үҙ-ара низағтар һәм ҡолдар менән сауҙа итеү менән билдәләнгән.
XVII быуатта феодаль үҙ-ара низағтар бигерәк көсәйгән. Тик батша Соломон I (Сөләймән, 1752-1784 йылдарҙа хакимлыҡ иткән) батша власын нығытырға ирешкән. Ул ҡолдар менән сауҙа итеүҙе тыййған, шулай уҡ Көнбайыш Грузияны берләштерергә ынтылған. Батша Соломон I-нең төрөктәр менән күп йыллыҡ һуғышы барышында 1757 йылда Хресили янындағы алышта еңеү яуланған һәм 1758 йылда Картли батшаһы Ираклий II менән хәрби союз төҙөлгән.
XVIII быуатта Имеретия батшалары күп тапҡыр Рәсәй империяһынан ярҙам һораған, әммә Ғосман империяһы менән мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырмау өсөн был үтенестәр кире ҡағылғандар. Рәсәй һәм Ғосман империялары араһындағы 1774 йылғы Кючук-Кайнарджи тыныслыҡ килешеүенә ярашлы Имеретия батшалығының Ғосман империяһына яһаҡ түләүе бөтөрөлгән.
1804 йылда Имеретия батшаһы Соломон II Рәсәй империяһы ҡурсаулылылғын ҡабул иткән. 1811 йылда Имерети батшалығы Рәсәй империяһының Имерети өлкәһе тип үҙгәртелгән.