Империализм

1800 йылда колониаль империялар
1898 йылда колониаль империялар
Испания менән Португалия араһында донъяны бүлешеү
1913 йылда колониаль державалар араһында Африканы бүлешеү       Франция       Британия империяһы       Германия империяһы       Италия       Португалия       Бельгия       Испания

Империали́зм (лат. imperium — власть, хакимлыҡ) — тиң булмаған мөнәсәбәттәргә ҡоролған дәүләт сәйәсәте. Тышҡы сәйәсәткә территориялар баҫып алыу, колониялар яулау, башҡа илдәр өҫтөнән сәйәси йә иҡтисади контроль урынлаштырыу хас. Эске сәйәсәттә сәнәғәт-финанс монополиялары ҙур урын алып тора (монополистик капитализм).

«Империализм» стадияһы Дж. Гобсон (1902), В. И. Ленин (1916) һәм башҡалар тарафынан капитализмға ҡарата монополиялар һәм финанс капиталы хакимлығы  шарттарына бәйләп ҡарала. Был осорҙа  халыҡ-ара (трансмилли) корпорациялар (трестар) араһында донъяны иҡтисади бүлгеләү бара һәм ошо нигеҙҙә улар араһында көрәш йәйелә, ул көрәшкә дәүләттәр ҙа ылыҡтырыла.  

XXI быуатта империализмдың асылын күп йәһәттән глобализм төшөнсәһе баҫып китә. Был фазала донъяла йоғонто яһау өлкәләре өсөн көрәш донъяның бер полюслылығы тип әйтерлек шарттарында бара. 

Империализмдың билдәләре[1]:

  • 4 төрҙәге монополиялар барлыҡҡа килеү: картель, синдикат, трест, концерн;
  • производство һәм банк капиталдарының финанс капиталына берләшеүе;
  • донъяны территориялар йәһәтенән бүлеү тамамланыуы, уны ҡайтанан бүлеү  өсөн һуғыштар тоҡаныуы;
  • олигархиялар барлыҡҡа килеү;
  • донъяны үҙ-ара бүлешеүсе монополистик берләшмәләр барлыҡҡа килеү. 

Бәләкәй Совет Энциклопедияһы (1929)[2]  империализмға билдәләмә биреү өсөн В. И. Лениндың  «Империализм, капитализмдың иң юғары стадияһы булараҡ» тигән хеҙмәтенән цитатаны ҡуллана:

Ҙур Совет Энциклопедияһы (1972)[3] Лениндың үрҙә аталған хеҙмәтендәге төп положениелар нигеҙендә сығарылған билдәләмәне тәҡдим итә:

«Империализм капитализмдың ирекле конкуренция монополиялар хакимлығына алмаштырылған юғары монополистик стадияһы булып тора», — тип билдәләнә ҘСЭ-ның 2-се баҫмаһында[4].

Бөгөн «империализм» термины әүҙем ҡулланылыусы лексик ҡатламға инә бара. Быны уның 2009 йылда нәшер ителгән хәҙерге инглиз теленең Оксфорд кеҫә һүҙлегенә индерелеүе лә дәлилләй, унда был төшөнсәне ҡулланыу миҫалы ла килтерелгән:[5]:

Империализм — кешелек йәмғиәтенең шундай социаль-иҡтисади үҫеш стадияһы, йәки тарихи формация,  уға кешенең әүәлдән тупланған күмәк етештереү эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәренә лә хосуси милекселек урынлашыуы хас: айырым индивидтың физик һәм физиологик үҙенсәлектәренә; ергә һәм тәбиғәт ресурстарына; етештереү сараларына; тирә-яҡ донъя һәм кеше тураһындағы белемдәргә. 

[6]

Көнбайышта империализмға киңерәк билдәләмә бирелә — унда «кешеләрҙең һәм территориаль мөнәсәбәттәрҙең өҫтөнлөк алыу идеяһына һәм өҫтөн булыу ғәмәлиәтенә нигеҙләнгән, ҡағиҙә булараҡ, империя формаһындағы тиңһеҙлеге, шулай уҡ бер дәүләттең йәки элитаның икенсеһенә ҡарата киңәйтелгән вәкәләттәр һәм контроль ҡулланыуы» империализм тип атала[7]. Мәҫәлән, Советтар Союзы, кәм тигәндә һалҡын һуғыш осоронда, уның дошмандары тарафынан империя тип ҡаралды.

Сесиль Джон Родс (Cecil John Rhodes),  De Beers фирмаһын нигеҙләүсе,  Кейптаун — Ҡаһирә телеграфын төҙөргә йыйына.[8]
  • Трансмилли финанс олигархияһы (монополиялар һәм  корпорациялар) хакимлығы.
  • Хужалыҡ итеүҙең берҙәм донъя системаһы (иҡтисади донъя-система), унда үҫешкән сәнәғәтле илдәр колонияларҙы һәм башҡа бойондороҡло илдәрҙе иҙә.
  • Баҙарҙар һәм сеймал өсөн империалистик һуғыштар.  Баҙарҙы ҡайтанан бүлеү маҡсатында «тыныс» ысулдар менән дә, ҡанлы һуғыштар менән дә көрәшеү[9].

Империализм ҡапма-ҡаршылыҡтарының айырыуса мөһимдәре: хеҙмәт менән капитал араһындағы; төрлө финанс төркөмдәре менән империалистик державалар араһындағы, метрополиялар булып торған хакимлыҡ итеүсе милләттәр менән колониаль һәм бойондороҡло илдәр халыҡтары араһындағы[10].

1873 йылғы кризис хаҡтар төшөүгә һәм, бының эҙемтәһе булараҡ, протекционизмға, йәғни һәр илдең сит илдәр тауарҙарын индереүҙе тыйыу йә уларға ҙурыраҡ һалымдар һалыу юлы менән үҙ продукцияһын яҡлауына килтерә. Шул сәбәпле яңы һатыу баҙарҙары эҙләү ихтыяжы тыуа. Бынан тыш, Европаның Англия, Нидерланд, Франция кеүек капиталистик державалары артыҡ капиталдарын башҡа ҡитғаларҙағы илдәргә һалыу мохтажлығын кисерә. Уларға сәнәғәттәре өсөн сеймал кәрәк була, сөнки үҙҙәрендәгене тотоноп бөтөп баралар. 

1850—1914 йылдар эсендә Европа халҡы ике тапҡырға арта. Күпселеккә, 40 миллионлап европалыға, аҡса һәм яҡшыраҡ тормош эҙләп, үҙ илдәренең колонияларына китергә генә ҡала.

Социаль дарвинизм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был социологик теорияға ярашлы, Чарльз Дарвин тәбиғәттә асҡан тәбиғи һайлап алыу һәм йәшәү өсөн көрәш законлыҡтары кешеләр йәмғиәтенә лә күсерелә. Уны империалистар, айырыуса Англияныҡылар, үҙҙәренең эш-ғәмәлдәрен аҡлау маҡсатында файҙалана.

Хайуандар һәм үҫемлектәрҙең яңы төрҙәрен табыуға һәм тикшереүгә, яңы территорияларҙы өйрәнеүгә ынтылыш ҙур була. 

Яңы территорияларға һөҙөмтәле идара итеү мөмкинлеген асҡан яңы технологиялар сыға.  

Хәрби һәм геостратегик

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1871—1914 йылдар  эре Европа державалары араһында тыныслыҡ хөкөм һөрә, был осор Гүзәл осор тип атала. Үҫә барған демографик ҡеүәт иҡтисади  колониаль экспансия һәм яңы биләмәләргә күсенеү өсөн файҙаланыла. Геостратегик яҡтан империализм диңгеҙ юлдарына һәм ҡитғаларҙың мөһим өлкәләренә, айырыуса Үҙәк Азиялағы бай төбәктәргә һәм Африка төбәктәренә, хужа булырға тырышыу һөҙөмтәһе булып тора. 

Заманса көнбайыш медицинаһын ҡулланыу арҡаһында халыҡ һаны арта, үлем кәмей,  тыуым юғары көйө ҡала. Шунлыҡтан халыҡ менән ресурстар араһында тап килмәү хасил була. Ул бөгөн дә һаҡлана. Шуның менән бергә, ҡайһы бер төбәктәрҙә халыҡ һаны эпидемиялар, геноцид, ассимиляция арҡаһында ҡырҡа кәмей  (айырыуса империализмдың беренсе фазаһында).

Буйһондоролған төбәктәрҙе иҡтисади иҙеү уларҙы үҫтереү маҡсатында аҙ булһа ла шарттар тыуҙырыуҙы талап итә. Инфраструктура производство, ауыл хужалығы, ҡалалар өсөн барлыҡҡа килтерелә. Колониялар метрополияларға кәрәкле продукцияны ҡуйып тороусыға әүерелә. Үҙ-үҙен тәьмин итеүсе ауыл хужалығына һәм полимәҙәниәтлелеккә нигеҙләнгән традицион иҡтисад хәҙерге заман төрҙәренә алмаштырыла. 

Социаль эҙемтәләр метрополияларҙан сыҡҡан сауҙагәрҙәр һәм чиновниктар буржуазияһы урынлашыуында күренә. Улар колониаль ҡоролоштоң юғары һәм урта кимәлдәрен биләй. 

Территориялар метрополияларҙан  ниндәйҙер кимәлдәге бойондороҡлолоҡҡа эләгә. Был бойондороҡлолоҡ янъялһыҙ, сыуалыштарһыҙ үтмәй, улар үҙ сиратында империализм менән көрәш яралғыһы булып тора.

Империализм ерле халыҡтарҙың милләт хисен һәм традицион ҡиммәттәрен ҡаҡшата, юғалттыра һәм колонизаторҙарҙың холоҡ-фиғел, белем, менталитет стандарттарын һеңдерә. Был хатта уларҙың (айырыуса инглиз, француз, испан һәм урыҫ) теленә күсеүгә килтерә. Христиан диндәре (католик, англикан, протестант, православие һ.б.) Африканың, Азияның, Яңы Донъяның күп өлөшөндә элгәрге диндәрҙе ҡыҫырыҡлап сығара. 

Яңы хужалыҡ итеү төрҙәрен индереү һәм яңы үҫемлектәр, яңы тереклек килтереү  арҡаһында тәбиғи экосистемалар үҙгәрә йә юҡ ителә. Мәҫәлән, Америка прерияларында бизондар юҡҡа сыға яҙа; күсереп килтерелгән кроликтар Австралия өсөн афәткә әйләнә; ямғырҙар яһай торған ҙур-ҙур урмандар ҡырҡыла; йылғалар ҡиммәтле металдар сығарыу ҡалдыҡтары менән бысратыла.

Империялар миҫалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Рим империяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим империяһы — (лат. Imperium Romanum) — боронғо Рим дәүләтселегенең республиканан һуңғы фазаһы, уға автократик идара итеү рәүеше һәм Европала, Урта диңгеҙ буйында ҙур биләмәләр биләү хас була. Хронологик сиктәре беренсе император Октавиан Августан башлап империяның Көнбайыш һәм Көнсығыш өлөштәргә бүленеүенә  (йәки Көнбайыш Рим империяһының ҡолауына) тиклем, йәғни б.э. 27 йылынан 395 (476) йылға тиклемге осорҙо алып тора. Үҙәге Константинополдә булған Көнсығыш Рим империяһы тағы 1000 йыллап йәшәй. Βασιλεία Ῥωμαίων

Америка империяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Америка империяһы — (инглAmerican Empire) АҠШ-тың сәйәси, иҡтисади, хәрби һәм мәҙәни йоғонтоһон үҙ эсенә алған термин. Америка империяһы концепцияһы тәүләп 1898 йылғы испан-американ һуғышы һөҙөмтәһендә киң билдәлелек таба. 

Рәсәй импе́рияһы — (революц. тикл. урыҫ. Россійская Имперія; шулай уҡ  Бөтә Рәсәй импе́рияһы, Рәсәй дәүләте йәки Рәсәй) — 1721 йылдың 22 октябренән (2 ноябренән) Февраль революцияһына һәм 1917 йылда республика иғлан иткәнгә тиклем йәшәгән дәүләт

Империя 1721 йылдың 22 октябрендә (2 ноябрҙә) Төньяҡ һуғышы йомғаҡтары буйынса иғлан ителә, сенаторҙар үтенесе буйынса урыҫ батшаһы Бөйөк Петр IБөтә Рәсәй Императоры һәм Ватан Атаһы титулдарын ала[11].

1721—1728 һәм 1730—1917 йылдарҙа — Санкт-Петербург, ә 1728—1730 йылдарҙа Мәскәү Рәсәй империяһының баш ҡалаһы була. 

Майҙаны буйынса Рәсәй империяһы тарихта булған бөтә империялар араһында өсөнсө урында тора  (Британ һәм Монгол империяларынан ҡала) — ул төньяҡта Төньяҡ Боҙло океандан көньяҡта Ҡара диңгеҙгәсә, көнбайышта Балтик диңгеҙенәсә һәм көнсығышта Тымыҡ океанға тиклем йәйрәп ята. Империя башлығы — Бөтә Рәсәй императоры 1905 йылға тиклем бер ни менән сикләнмәгән абсолют власҡа эйә була. 

  1. В.
  2. Пашуканис Е. Империализм. Малая Советская энциклопедия. М.: 1929, — т.3, стлб.407.
  3. Гефтер М. Я. Империализм. Большая Советская энциклопедия. —3-е изд. —т.10. —М.: Сов.энциклопедия, 1972. —592 с.:ил., карт.
  4. Введенский Б.А. . Большая советская энциклопедия Том 37 - Большая Советская Энциклопедия Второе издание 2022 йыл 13 июнь архивланған.. Проверено 21 апреля 2013. .
  5. Imperialism //The Oxford Pocket Dictionary of Current English (33,981 total articles). 2009
  6. «О разуме человека», Гециу И. И., СПб, Реноме, 2010 г.
  7. Gregory, Derek, Johnston, Ron, Prattt, Geraldine, Watts, Michael J., and Whatmore, Sarah (2009).
  8. S. Gertrude Millin.
  9. Энциклопедический словарь 1953г
  10. Введенский Б. А. . Большая советская энциклопедия Том 30 — Большая Советская Энциклопедия Второе издание 2014 йыл 12 март архивланған.
  11. Агеева О.