Индуктивлың катушкаһы (иҫкесә дроссель) — винтлы, спираль йәки винтлы-спиралле катушка, изоляцияланған үткәргестән яһалған, сағыштырмаса түбән электр һыйҙырышлы (электрическая ёмкость) һәм түбән актив ҡаршылығы (активное сопротивление) булған индукциялы үткәргес. Һөҙөмтәлә алмаш электр тогы катушкаһы аша аҡҡанда уның һиҙелерлек инерцияһыы күҙәтелә.
Улар электромагнит ҡасамаулауҙы (электромагнитная помеха), электр линияһында тибеште (биение), алмаш токты сикләү, тирбәлеү контурында (колебательный контур) тотҡарлау линияһы (линия задержки) булдырыу өсөн һәм башҡа схемаларҙа ҡулланыла.
Стандарт терминдар:
Индуктив катушка — индуктивлығын ҡулланыу өсөн электр сылбыры элементы[1] (ГОСТ 19880-74, 106 см терминдәре).
Индуктивлыҡ катушкаһы — тирбәлеү контурының сифатын күтәреү өсөн ҡулланылған индуктив катушкаһы (ГОСТ 20718-75, ҡара 1 термины).
Электр реакторы — электр схемаһында ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән индукцив катушка (ГОСТ 18624-73, ҡара 1 терминдәре). Реакторҙың бер төрө — ток сикләүсе реактор, мәҫәлән, электр тапшырыу линияларының ҡыҫҡа замыкание (короткое замыкание) токын сикләү өсөн.
Электромагнит ҡасамаулауҙы (электромагнитная помеха), электр линияһында тибеште (биение), алмаш токты сикләү, тирбәлеү контурында (колебательный контур) тотҡарлау линияһы (линия задержки) булдырыу өсөн ҡулланылған элементты йыш ҡына дроссель, ә ҡайһы берҙә реактор тип атайҙар. Стандартлаштырылмаған «дроссель» терминының бындай аңлатмаһы (нем. Drossel)) стандартлаштырылған терминдары менән киҫешә. Әгәр сылбырҙың был элементын эксплуатациялау катушканың сифат факторына нигеҙләнһә, бындай элементты «индуктор катушкаһы», юғиһә «индукцион катушка» тип атарға кәрәк.
Оҙонлоғо диаметрынан күпкә ҙурыраҡ булған индукцияның цилиндрик катушкаһы соленоид тип атала, оҙон соленоид эсендәге магнит ҡыры бер төрлө. Бынан тыш, йыш ҡына соленоид — ферромагнит сердечникты, йәки электромагнитты кире ҡаға башлағанда магнит ҡыры арҡаһында механик эш башҡарыусы ҡоролма. Электромагнит релелә уларҙы урау (олбмотка), һирәгерәк — электромагнит тип атайҙар.
Винт йәки винт-спираль рәүешендә башҡарылған кәтүк (урау диаметры катуш оҙонлоғо буйынса үҙгәреп тора) бер ҡатлы йәки күп ҡатлы изоляцияланған бер тынла (одножильный) йәки күп тынлы (мнгожильный) (литцендрат) үткәргес (проводгик) урылған кәтүк. Каркасы тура мөйөшлө, тор ҙымаҡ һәм бөтөнләй карксһыҙ булыуы мөмкин. Структур яҡтан винт йәки винт-спираль рәүешендә эшләнә (урау диаметры катуш оҙонлоғо буйынса үҙгәреп тора) бер ҡатлы йәки күп ҡатлы изоляцияланған бер өыллы (одножильный йәки күп ҡыллы (многожильный) тТура мөйөшлө йәки квадрат арҡыры киҫелешле, йыш ҡына тороидаль каркаста урала, ҡалын сым һәм аҙ һанлы урауҙар ҡулланғанда рамһыҙ булыуы мөмкин. Ҡайһы берҙә паразит һыйҙырышлылыҡты кәметеү өсөн бер ҡатлы индуктор катушкалары «прогрессив» ысул менән урала — урау аҙымы катушканың оҙонлоғо буйынса үҙгәрә. Урау бер ҡатламлы һәм күп ҡатламлы (ябай, күләмле, «универсаль» типта) булырға мөмкин. «Универсаль» урау көсө бәләкәйерәк паразит ҡеүәткә эйә. Йыш ҡына паразит һыйҙырышлылыҡты кәметеү өсөн урауҙар секция буйынса башҡарыла, боролоштар төркөмдәре арауыҡта (ғәҙәттә оҙонлоҡта) бер-береһенән айырыла.
Индуктивлыҡ катушкаһының үҙенсәлектәре:
Электр сылбырында индуктивлыҡ катушкаһында алмаш ток (переменный ток) булҫанда ом ҡаршылығы (омическое сопротивление) ғына түгел, раектив ҡаршылыҡ (реактивное сопротивление) күрһәтә. Токтың йышлығы артҡанда ҡаршылыҡ күрһәтеүсе ЭДС самоиндукция барлыҡҡа килә.
Индуктивлыҡ катушкаһының реактив ҡаршылығы (реактивное сопротивление) бар, модуле , бында — катушканың индуктивлығы, — йыш циклик (циклическая частита). Шулай итеп, йышлыҡ ни тиклем ҙурыраҡ булһа, ҡаршылыҡ та шул тиклем ҙурыраҡ.
ток ағымын һаҡлап ҡалыу өсөн башҡарылған эшкә бәрәбәр энергияны катушка үҙенең мгнит ҡырында запасҡа һаҡлап ҡала.