Инновациялы иҡтисад |
Инновациялы иҡтисад (белемдәр иҡтисады, интеллектуаль иҡтисад) — инновациялар ағымына, технологияларҙың өҙлөкһөҙ камиллаштырылыуына, бик юғары өҫтәмә ҡиммәт менән юғары технологиялы продукция етештереп экспортлауға, шулай уҡ технологияларҙың үҙҙәрен экспортҡа сығарыуға нигеҙләнгән иҡтисад төрө. Бындай иҡтисад килемде матди производство (индустриаль иҡтисад) һәм финанстарҙың (капиталдың) концентрацияһы түгел, ә новаторҙар һәм ғалимдар хасил итеүен күҙҙә тота.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр (Э. Тоффлер, Ф. Фукуяма, Д. Белл, Дж. Нейсбитт һ.б.) фекеренсә, хәҙерге заманда алдынғы илдәрҙең күпселегенә нәҡ инновациялы иҡтисад донъяла өҫтөнлөк тәьмин итә.
Әлеге ваҡытта инновациялы иҡтисадҡа һәм үҫешкән венчурлы эшҡыуарлыҡҡа эйә илдәр иҫәбенә АҠШ, Германия, Япония, Австралия, Канада, Швеция, Финляндия, Сингапур, Израиль һәм башҡалар инә.
Инновациялы иҡтисад теорияһын ХХ быуат башында Австрия иҡтисадсыһы Йозеф Шумпетер сығара[1]. Уның «Иҡтисади үҫеш теорияһы» тигән монографияһы 1911 йылда баҫыла, 1926 һәм 1934 йылдарҙа ҡайтанан нәшер ителә. Иҡтисади үҫеш теорияһы танылған иҡтисадсылар, шул иҫәптән иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаттары тарафынан даими үҫтерелә һәм камиллаштырыла[2]. Йозеф Шумпетер беренсе булып иҡтисадтың үҫеүе һәм үҫеше араһындағы айырманы күрһәтә, инновацияға билдәләмә бирә һәм түбәндәге классификацияны индерә:
Был концепция (инновациялар) биш осраҡты үҙ эсенә ала:
- Ҡулланыусыларға таныш булмаған тауарҙы йә тауарҙың яңы сифатын барлыҡҡа килтереү.
- Сәнәғәттең ниндәй ҙә булһа тармағында бығаса булмаған яңыса етештереү ысулын барлыҡҡа килтереү, уның яңы фәнни асышҡа нигеҙләнеүе мотлаҡ түгел, ул шулай уҡ тауарҙың коммерциялы әйләнешенең яңы формаһынан да торорға мөмкин.
- Яңы баҙар, йәғни ниндәй ҙә булһа илдә был сәнәғәт тармағы бығаса сауҙа итмәгән баҙарҙы асыу; быға тиклем башҡа урындарҙа был баҙарҙың булғаны-булмағаны мөһим түгел.
- Производство факторҙарының яңы сығанағын асыу, был осраҡта ла был сығанаҡтың ҡайҙалыр булғаны йә булмағаны мөһим түгел.
- Тармаҡты яңыса ойоштороу, мәҫәлән, монополия хасил итеү йә монополиялы позицияны юҡ итеү.
Капитализм барлыҡҡа килеү менән инновациялы иҡтисад секторы ярала, үҙ эсенә ул махсус белемде, фәнде, ижадкәр эшҡыуарҙарҙы һәм инновацияларға ҡыҙыҡһыныу күрһәткән дәүләтте ала.
XX быуаттың икенсе яртыһында донъяның фәнни-техник йәһәттән алдынғы илдәре постиндустриаль йәмғиәт хасил итә, унда инновациялы иҡтисад секторы өҫтөнлөк ала. Был иҡтисадты инновациялы тип атайҙар, сөнки инновациялар иҡтисадтың һәм йәшәйештең бөтә тармаҡтарында һәм өлкәләрендә барлыҡҡа килтерелә һәм ҡулланыла.
Юғары сифатлы һәм ижадкәр кеше капиталы инновацияларҙы күпләп генерациялауға һәм инновациялы иҡтисадты барлыҡҡа килтереүгә этәргес бирә.
Социолог Д. Беллдың постиндустриаль иҡтисад тураһындағы хеҙмәте ғәҙәттән тыш ҙур килемде етештереүҙән түгел, ә яңы баҙарҙарҙы ойоштороуҙан алған сираттағы трансформацияны һүрәтләй. Инновациялы иҡтисад индустриаль иҡтисадҡа алмашҡа килгән сираттағы иҡтисади формация булып тора.
Инновациялы иҡтисад тәүләп АҠШ-та хасил була. Американың билдәле футурологы Э. Тоффлер уның башын 1956 йыл менән билдәләй: «Икенсе Тулҡындағы төтәп торған торбалар иҡтисады юҡҡа сығыуҙың һәм Өсөнсө Тулҡындағы яңы иҡтисад барлыҡҡа килеүҙең беренсе символик күрһәткесе: „аҡ яғалылар“ һәм хеҙмәткәрҙәр һан яғынан „зәңгәр яғалы“ завод эшселәрен уҙып китте» (Э. Тоффлер, «Өсөнсө тулҡын»).
Инновациялы иҡтисадҡа түбәндәге төп принциптар, билдәләр һәм индикаторҙар хас:
Инновациялы иҡтисадты үҫтереү һәм яңы баҙарҙар булдырыуҙы дәртләндереү өсөн айырым инновациялы инфраструктура һәм инновациялар процесына булышлыҡ итеү институттары төҙөргә кәрәк: