1902 йылда Санкт-Петербург практик технология институты, 1905 йылда — Германияла Мюнхен университетын тамамлай, Мюнхенда В. К. Рентгенетәкселеге аҫтында эшләй һәм фән докторы диссертацияһын яҡлай.
1906 йылдан алып Политехник институтында эшләй, унда 1918 йылда инженерҙар-физиктарҙы әҙерләү өсөн Физик-механик факультетын ойоштора. 1911 йылда милләте йәһүд булмаған ҡыҙ менән никахҡа инеү өсөн лютеранлыҡ ҡабул итә[11]. 1913 йылда профессор ғилми исеме бирелә.
1911 йылда А. Ф. Иоффа, Р. Милликен ҡулланған идеяны ҡулланып, электрон зарядын асыҡлай: электрик һәм гравитацион яландарҙа зарядлы металл киҫәксәләре тигеҙләнә (Милликен тәжрибәһендә— май тамсылары). Әммә был эште Иоффе 1913 йылда ғына баҫтыра (Милликен үҙенең һөҙөмтәһен алдараҡ нәшер итеүгә күрә донья әҙәбиәтендә эксперимент уның исемен ала)[12][13].
1913 йылдан 1915 йыл дауамында П. Ф. Лесгафт курсында лекциялар уҡый.
1918 йылда Дәүләт рентгенология һәм радиология институтын булдыра һәм уны етәкләй, бер үк ваҡытта әлеге институттың президенты булып тора (директоры профессор М. И. Неменов була). 1921 йылда бүлек нигеҙендә булдырылған Физика-техник институтының директоры итеп тәғәйенләнә (хәҙер институт А. Ф. Иоффе исемен йөрөтә). 1919—1923 йылдарҙа — Петроград сәнәғәтенең Фәнни-техник комитеты рәйесе, 1924—1930 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй физиктар ассоциацияһы рәйесе, 1932 йыл — Агрофизик институты директоры.
Абрам Иоффе — Ленинградта Ғалимдар йортон булдырыу инициаторҙарҙың береһе (1934). Ватан һуғышы башында хәрби техника буйынса Комиссия рәйесе итеп тәғәйенләнә, 1942 йылда — Ленинград партия ҡала комитеты ҡарамындағы хәрби һәм хәрби-инженер комиссияһы рәйесе.
1930-сы йылдар уртаһынан А. Ф. Иоффе ядро реакциялар тикшереүҙәрен туҡтатмау яҡлы була (шул иҫәптән ил етәкселеге алдында ла). ЛФТИ-ла әлеге маҡсаттарҙа лаборатория булдырыла, уның башында И. В. Курчатов тәғәйенләнә. 1942 йылдың сентябрендә ГКО бойороғо буйынса лаборатория базаһында (был ваҡытта Ҡаҙанда урынлашҡан була) СССР фәндәр академияһының 2-се һанлы лаборатория булдырыла. Шулай итеп, совет атом программаһына старт бирелә[14].
1941 йылдың көҙөндә, Ҡаҙанда эвакуацияла саҡта, СССР фәндәр академияһы физика-математика бүлегенең дөйөм йыйылышында оборона тематикаһы буйынса эшкә ҡушылыуға саҡыра һәм әлеге ярҙам конкрет булырға тейеш тип әйтә: «Мин, мәҫәлән, Ҡаҙан тирәләй нығытмалар төҙөүҙә етәкселек итеү буйынса файҙа килтерә алам тигән һығымтаға килдем»[15].
1944 йылда А. Ф. Иоффе Мәскәү дәүләт университетының физика факультеты яҙмышында хәл иткес роль уйнай. Уның исеменән В. М. Молотовҡадүрт академик хаты яҙыла һәм нәҡ ошо хат «академия» һәм «университет» физика араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡты юҡҡа сығарыуға булышлыҡ итә[16].
1945 йылда ул Махсус комитеттың Техник советы составына индерелә, үҙенең институтының фәнни-тикшеренеү эштәрен планлаштыра (был эштә уға Л. А. Арцимович ярҙам итә), шулай уҡ институт ихтыяждары өсөн 130-сы һанлы Наркомэлектропром заводы майҙандарын тапшырырға ниәтләй[17].
1950 йылдың декабрендә, «космополитизм менән көрәш» кампанияһы барышында, Иоффе директор вазифаһынан бушатыла һәм институттың Ғилми советы составынан сығарыла. 1952 йылда СССР фәндәр академияһының ярым үткәргестәр лабораторияһын етәкләй. 1954 йылда лаборатория нигеҙендә СССР фәндәр академияһының ярым үткәргестәр институты ойошторола.
Уникаль физика мәктәбен булдырыу А. Ф. Иоффеның иң ҙур ҡаҙанышы булып тора, сөнки совет физикаһын донъя кимәленә сығарырға мөмкинлек бирә[18]. 1916 йылда үткәрелгән физика семинары — эштең тәүге этабы. Семинарҙа ҡатнашыуға Политехник институтынан һәм Петербург университетынан йәш ғалимдар йәлеп ителә, тиҙҙән улар Физика-техник институтын ойоштороуҙа иң яҡын арҡаҙаштары булып китә. Иоффе башланғысы менән 1929 йылдан башлап төрлө сәнәғәт үҙәктәрендә (Харьков, Днепропетровск, Свердловск һәм Томскиҙа) физика-техник институттары асыла.
А. Ф. Иоффе етәкселегендә буласаҡ Нобель премияһы лауреаттары П, Л. Капица, Н. Н. Семенов, Л. Д. Ландау үҙенең фәнни эшмәкәрлеген башлайҙар; А. П. Александров, А И. Алиханов, Л. А. Арцимович, М. П. Бронштейн, Я Г. Дорфман, Я. Б. Зельдович, И. К. Кикоин, Б П. Константинов, И. В. Курчатов, И. Е. Тамм (шулай уҡ буласаҡ Нобель премияһы лауреаты), Я. И. Френкель, ЮБ Харитон һәм башҡа бик күп күренекле ғалимдар эшләй.
А. Ф. Иоффе үҙ кабинетында 1960 йылдың 14 октябрендә вафат була. Волков зыяратындағы «Литераторские мостки» некрополендә ерләнә. Ҡәбер ташы (скульпторы М. К. Аникушин, архитектор Ф. А. Гепнер) 1965 йылда булдырыла[19].
Ҡыҙы — физика-математика фәндәре докторы Валентина Абрамовна Иоффе (1910—1985), лаборатория мөдире СССР фәндәр академияһының силикаттар химияһы институты лабораторияһы мөдире. Опера йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы С. И. Мигайҙың ҡатыны.
Икенсе ҡатыны (1928) — Ечеистова Анна Васильевна (1905—1988), физик.
↑Алфёров Ж. И. Папа Иоффе и его «детский сад» (Лекция из цикла «Наука и культура XXI века», АФТУ, 10 октября 2008 года) // Наука и культура: избранные лекции / Сост. Ю.В. Трушин. — СПб: БАН, 2009. — С. 127—167. — 208 с. — ISBN 978-5-336-00105-1.
Храмов Ю. А. Иоффе Абрам Фёдорович // Физики: Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и дополн. — М.: Наука, 1983. — С. 120. — 400 с. — 200 000 экз. (в пер.)
Иоффе А.Ф. О физике и физиках : Статьи, выступления, письма [печатный текст] / Иоффе, Абрам Федорович, Автор; Френкель, Виктор Яковлевич, Составитель; Сушкова, Т. И., Редактор. - издание 2-е, дополненное. - Ленинград : Наука. Ленингр. отд-ние, 1985. - 543, [1] с.: ил.. - (Наука. Мировоззрение. Жизнь) .- 27000 экземпляров.- (в переплете) :
Богуненко Н. Н., Пелипенко А. Д., Соснин Г. А.Иоффе Абрам Фёдорович // Герои атомного проекта. — Саров: Росатом, 2005. — С. 172—173. — ISBN 5-9515-0005-2.