Ираклион | |
грек. Ηράκλειο грек. Iràklio | |
Герб | |
Рәсми атамаһы | Ηράκλειο |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Дактили[d] |
Этнохороним | candioti |
Дәүләт | Греция[1] |
Административ үҙәге | Критский эмират[d], Крит[d], Ираклион[d], Ираклион[d], Ираклион[d] һәм Крит[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ираклион[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Крит[d] |
Хөкүмәт башлығы | Василиос-Еорьос Ламбринос[d][2] |
Халыҡ һаны |
145 440 кеше (2021), 135 761 кеше (2001), 121 872 кеше (1991), 140 730 кеше (2011) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 33 метр |
Туғандаш ҡала | Констанца, Одесса, Перник[d], Толедо[d] һәм Түбәнге Новгород |
Алыштырған | Heracleium[d] |
Башланыу датаһы | 824[3] |
Диапазон IPv4 | 147.52.0.0/16[4] |
Майҙан | 109,03 км² |
Почта индексы | 71000–71999 |
Рәсми сайт | heraklion.gr |
Изге ҡурсалаусы | Мина Котуанский[d] |
Портал открытых данных | Heraklion Open Data[d] |
Урындағы телефон коды | 2810 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Heraklion (town)[d] |
Ираклион Викимилектә |
Ираклион[5][6] (Гераклион) (грек. Ηράκλειον) — Грецияла, Крит утрауындағы ҡала. Крит периферияһының һәм Ираклион общинаһының (дим) административ үҙәге. Ҡаланың башҡа тарихи исемдәре: Хандак, Мегало-Кастро, Кандия[7], Хандакас, Гераклея. Батыр Геракл хөрмәтенә аталған.
Ҡала ҙур булмаған элекке гавань урынында, Крит диңгеҙе яры буйында порт булып иҫәпләнгән урында, Кносс ҡалаһынан алыҫ түгел — миной цивилизацияһы үҙәгендә төҙөлгән: Страбон үҙенең «Географияһында » (I быуат) Ираклионды (Ηράκλειον, йәғни Геракл ҡалаһын) Кносстың диңгеҙ порты булараҡ (Страб., 10.4.7) телгә ала, әммә легендар батша Минос порт булараҡ Амнис (Αμνισῷ ) ҡаласығын ҡуллана тип өҫтәп ҡуя. Археологик табылдыҡтар Страбондың Ираклионы хәҙерге ҡаланың элгәр булыуын ышаныслы раҫламай.
Һуңыраҡ ғәрәптәр., Крит утрауҙарын 824 йылда баҫып алғас, был урынды нығытылған Хандак фортына әйләндерә, уны 140 йыл дауамында тотоп тора. Ҡаланы һаҡлау өсөн ғәрәптәр ҡеүәтле диуарҙар төҙөй һәм уларҙы тәрән йырын менән уратып ала (һәм шунан ҡалған исем, ғәрәпсә артмаһа «йырын»).
961 йылда ҡаланы Византия полководецы Никифор Фока һигеҙ айлыҡ көсөргәнешле ҡамауҙан һуң яулап ала. Хандак талана һәм емерелә; 300 караптарҙа уның байлығын Византияға сығаралар. Аҙаҡ ҡаланы Ҙур Ҡәлғә тигәнде аңлатҡан Мегало-Кастро исеме аҫтында тергеҙәләр.
Яҡынса 250 йыл үткәс тәре йөрөтөүселәр яны Византияны ҡыйрата, һәм Критты 1204 йылда венециялыларға һата. Фетнәләр ваҡытында ҡала диңгеҙ юлбаҫарҙары ҡулына эләгә, әммә 1211 йылда Венеция республикаһы үҙенең бында хакимлығын ҡуя. Венеция хакимлығы дауамында ҡала Кандия (Candia) исемен ала, исем бөтә утрауға нығына. Ошо дәүерҙә ҡала ныҡ үҫешә, венециялылар уны яңы, бик ҡеүәтле диуарҙар менән уратып ала, күп мөһабәт биналар, фонтандар, майҙандар, һәйкәлдәр, сиркәүҙәр төҙөй.
Константинополде төрөктәр 1453 йылда баҫып алғандан һуң уның халҡы христиан Кандияһына күсеп китә, был мәҙәни үҫешенә этәргес бирә. 1541 йылда Фоделе ауылы янында бөйөк рәссам Доменико Теотокопулос (күберәк Эль Греко исеме аҫтында билдәле) тыуа, ул тәүге рәсем сәнғәте дәрестәрен Кандия монастырында ала.
1462 йылда венециялылар яңы һаҡлау диуары төҙөргә ҡарар итә, төҙөлөш йөҙ йылға һуҙыла. Ҡаланың 14 йәштән алып 60 йәшкә тиклем һәр кешеһе ҡәлғә төҙөү буйынса йыл һайын бер аҙнаға был эшкә ылыҡтырыла. Диуар периметрында 4,5 км, ә йыуанлығы ҡайһы бер урындарҙа ун метрға етә.
1645 йылда төрөктәр ҡала өсөн һуғыш башлай, ул 24 йылға һуҙыла. 1667 йылдың майында төрөк армияһы бөйөк вәзир Әхмәт Кёпрюль етәкселегендә Кандияны ҡамарға тотона. 28 ай ҡамауы ваҡытында төрөктәр 108 мең кешеһен, венециялылар 29 мең кешеһен юғалта. 1669 йылдың сентябрь айында венеция хәрби етәксеһе Морозини Франческо ҡаланы тыныс эвакуациялау тураһында һөйләшеп, ҡәлғәне бирә.
Төрөктәр ҡаланы Хандакас тип үҙгәртә. XIX быуат башында Хандакас үҙенең яңы тарихи исемен ала — Гераклея, һуңынан Ираклион тип атала. Уның халҡы баш күтәреүселәр хәрәкәтенә ярҙам иткәне өсөн ҡурҡыныс ҡырылыуға дусар була (1828 һәм 1897). 1898 йылда Крит европа державалары протектораты ярҙамында бойондороҡһоҙлоҡ яулай, ә 1913 йылда 1912—1913 йылдарҙағы Балкан һуғышынан һуң утрау Грецияға ҡушыла.
Ираклион халҡы, крит ҡалалары Хания һәм Ретимнон халҡы кеүек, 1941 йылдың майында Крит өсөн көрәштә һәм артабанғы 1941—1944 йылдарҙа грек Ҡаршылығында үҙенең ҡатнашлығы менән дан ала.
1971 йылдан ҡала Криттың административ үҙәге була
Климаты — урта диңгеҙ. Ҡаланың утрауҙағы торошо температура тирбәлеүен йомшартырға мөмкинлек бирә, шуға күрә башҡа ҡалаларға ҡарағанда йәй һалҡынса, ә ҡыш йылыраҡ.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 15,2 | 15,5 | 16,8 | 20,2 | 23,5 | 27,3 | 28,6 | 28,4 | 26,3 | 23,1 | 20,1 | 17,0 | 21,8 |
Уртаса минимум, °C | 9,0 | 9,0 | 9,8 | 12,0 | 14,9 | 19,0 | 21,7 | 21,7 | 19,3 | 16,5 | 13,4 | 10,9 | 14,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 92 | 77 | 57 | 30 | 15 | 3 | 1 | 0,7 | 20 | 69 | 59 | 77 | 501 |
Һыу температураһы, °C | 16 | 16 | 18 | 18 | 22 | 22 | 25 | 25 | 24 | 24 | 20 | 20 | 21 |
Сығанаҡ: svali.ru - Туристический портал |
Ираклион община берлегенә 11 тораҡ пункт инә. Майҙаны 52 444 квадрат километр тәшкил итә[8].
Тораҡ пункттар | Халҡы (2011), кеше |
---|---|
Айия-Ирини | 91 |
Атанати | 181 |
Влихья | 52 |
Гурне | 639 |
Дракульярис | 82 |
Ираклион | 140 730 |
Кносс | 300 |
Лофуполис | 572 |
Маратитис | 809 |
Семели | 142 |
Финикья | 824 |
2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халҡы 144 422 тәшкил итә.
Йыл | Халыҡ, кеше |
---|---|
1991 | 121 872[9] |
2001 | 135 761[9] |
2011 | ↗ 140 730 |
Ираклионды «Никос Казандзакис» аэропорты хеҙмәтләндерә
Эль Греконан тыш Ираклион башҡа шәхестәре менән билдәле: