Иран таулығы

Иран таулығы
Ирандың физик картаһында
Ирандың физик картаһында
Характеристикалар
Оҙонлоғо1930 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеРорайма 
Бейек нөктәһе2810 м
Урынлашыуы
36°16′59″ с. ш. 59°03′00″ в. д.HGЯO
Иран
Красная точка
Иран таулығы
 Иран таулығы Викимилектә

Иран таулығы (фарс. فلات ایران) — Көньяҡ-Көнсығыш Азияның иң ҙур тау системаһы. Көнбайышта Месопотамия уйһыулығы, көнбайышта Һинд йылғаһы үҙәне, төньяҡта Копетдаг тау системаһы, Көньяҡ Каспий һәм Туран уйһыулыҡтары, көньяҡта Фарсы ҡултығы, Һормуз боғаҙы һәм Ғәрәбстан диңгеҙе ярҙары буйлап һуҙылған Гермсир сүле менән сикләнгән. Географик киңлек буйынса оҙонлоғо 2500 километрға, ә меридиональ йүнәлештә — 1500 километрға барып етә. Майҙаны яҡынса 2,7 млн км².[1]

Таулыҡ башлыса (территорияһының 2/3 өлөшө) Иранда, һәм шулай уҡ Афғанстан, Пакистан һәм Төрөкмәнстан илдәренең биләмәлерендә урынлашҡан.

Иран таулығы Ғәрәбстан платформаһы һәм Һиндостан плитаһы тарафынан ҡыҫылған Евразия плитаһының бер өлөшө булып тора. Төбәктә йыш ҡына ер тетрәүе булып тора[1].

Таулыҡ территорияһында нефть, металл рудалар, тоҙҙар, фирүзә һ.б. файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары бар.

Таулыҡ бер нисә тау һырттары: төньяҡтан — Эльбурс, Төрөкмән-Хөрәсән, Паропамиз һәм Гиндукуш тауҙары; көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан — Загрос һәм Мекран тауҙары, көнсығыштан — Киртхар һәм Сөләймән тауҙары, шулай уҡ Спингар һәм Хиндурадж һырттары менән уратып алынған

Иран таулығындағы йылғалар ҡыҫҡа, сағыштырмаса аҙ һыулы, йыш ҡына һуғарыу өсөн ҡулланыла. Иң эре йылғалары — Карун, Гильменд, Герируд. Йылғаларҙың күп өлөшө эске тымыҡ уйпаттарға, күлдәргә ағып төшә, улар башлыса тоҙло.

Таулыҡтың төньяҡ өлөшөндә климаты континенталь, субтропик; йәй эҫе, ҡыш сағыштырмаса һалҡын була. Көньяҡта климат тропик — эҫе йәй һәм йылы ҡыш. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ нормаһы бик бәләкәй — 50—150 мм. Айырым райондарҙа — Эльбурстың төньяҡ битләүҙәрендә яуым-төшөм 2000 мм-ға, ә Сөләймән тауҙарының көньяҡ-көнсығыш битләүҙәрендә — 1000 мм-ға барып етә.[1]

  1. 1,0 1,1 1,2 Иран таулығы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә