Иртидәд | |
Менән бәйләнештә | Qlapsk Islam[d] |
---|---|
Иртидәд Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Иртидәд (ғәр. ارتداد — мөртәтлек, бер хәлдән икенсеһенә күсеү; рус. Иртида́д) — Ислам диненән ситләшеү — иң ҙур гонаһтарҙың береһе. Иртидәд ҡылған кешене мөртәт тип йөрөтәләр.
Диндән тайпылыштарға Аллаһы Тәғәләнең барлығын инҡар итеү, пәйғәмбәрҙәрҙе танымау, Ҡөрьән талап иткән йолаларҙы инҡар итеү, киләсәктә тоғролоҡһоҙ (кафыр) булырға теләү һ.б. ҡарай
Диндән ситләшеү ғәмәлгә ингән тип һаналһын өсөн ике шарт үтәлеүе мотлаҡ:
Мосолман хоҡуҡ белгестәре (фаҡиһтар), балиғ йәштәге мөртәт ир-егеттәр мотлаҡ язаға тарттырылырға тейеш, тип иҫәпләй. Мөртәт ҡатын-ҡыҙҙар ҡулға алынырға һәм ислам динен ҡабул итергә мәжбүр ителергә йә иһә, ирҙәр кеүек үк, язалап үлтерелергә тейеш.
Үлем язаһы алдынан диндән ситләшеүсегә исламға ҡайтырға тәҡдим итәләр, һәм кире ҡайтҡан осраҡта был кеше төрмәнән азат ителә. Әгәр ул баш тартһа, уға ҡарар ҡабул итеү һәм тәүбә итеү өсөн 3 көн бирелә[1].
Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң тәүге тапҡыр ҡайһы бер ғәрәп ҡәбиләләренең исламдан ситләшеүе күренеше була. Хаҡ хәлифә Әбү Бәкерҙең Ғәрәбстан ярымутрауының төрлө өлкәләренә хәрби экспедициялар ебәреүе исламдан ситләшкән ғәрәп ҡәбиләләрен Хәлифәт составына кире ҡайтарырға ярҙам итә[2].
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |