Иртәнге аш — көн эсендәге беренсе аҙыҡ ҡабул итеү, ҡағиҙә булараҡ, таң атҡандан төшкә тиклем үтә[1]. Туҡланыу буйынса ҡайһы бер белгестәр, иртәнге аш — иң мөһиме, уны үткәреү һимереүгә, шәкәр диабеты, йөрәк өйәнәгенә килтерергә мөмкин тип фаразлай[2].
Төрлө илдәрҙә иртәнге аштың үҙ йолалары бар:
Европала иртәнге ашты әҙерләү Урта диңгеҙ йолаларына барып тоташа. Мотлаҡ рәүештә эҫе эсемлектәр (алкоголһеҙ) һәм ондан бешерелгән ашамлыҡ ҡуялар. Эсемлектәрҙән һөткә өҫтөнлөк бирелә.
Бөйөк Британияла иртәнсәк бекон, бәшмәк, помидор, икмәк менән ҡурылған йомортҡа һәм пудинг ашайҙар. Әммә хәҙерге ваҡытта классик инглиз иртәнге ашын тик ял көндәрендә йә байрамдарҙа ғына ашай алалар[3].
Һинд аш-һыуында ноҡот һәм йәшелсәләрҙән әҙерләнгән сабджи ризығына өҫтөнлөк бирелә, уға карри тәмләткестәр ҡатнашмаһы ла ҡушыла.
Ҡытайҙа иртәнге ашҡа еңел ризыҡтар, эсемлектәрҙән пуэр исемле сәй ҡуйыла. Сынаяҡ аҫтына ҙур булмаған өлөштәр менән еләк-емеш, йәшелсә, диңгеҙ продукттары һалына.
Урыҫтарҙа иртәнге ашты әҙерләү күп ваҡытты алмай. Өҫтәлгә майлы бутҡа, эремсек, сыр, ҡоймаҡ ҡуялар, ҡыҙҙырылған йомортҡа, омлет та булыуы мөмкин. Ғәҙәти эсемлектәрҙән — ҡара сәй, кәһүә, десертҡа бал, ҡайнатма, ҡуйыртылған һөт, ҡаймаҡ, печенье ашайҙар. Йәйге осорҙа шулай уҡ емеш-еләк тә өҫтәлә: алма, армыт, ҡауын һәм ҡарбуз, ҡурай еләге, ер еләге һәм башҡалар.
Башҡорттар ғәҙәттә иртәнсәк мотлаҡ һөтлө ҡара сәй эсеп, эремсек, бал, төрлө ҡайнатмалар, ҡорот, талҡан ҡушып ашарға мөмкин.