Исаева Нәҙирә Рәшид ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 июль 1979 (45 йәш) |
Тыуған урыны | Чёрный Яр[d], Әстрәхән өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Уҡыу йорто | Дағстан дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Исаева Нәҙирә Рәшид ҡыҙы ( 29 июль 1979 (45 йәш), Чёрный Яр[d], Әстрәхән өлкәһе) — Рәсәй журналисы. «Черновик» гәзитенең баш мөхәррире (2011 йылға тиклем). 2012 йылдан алып — Гарриан Институтының (АҠШ) ғилми хеҙмәткәре. Матбуғат азатлығы өсөн журналистарҙы яҡлау комитеты премияһы лауреаты (2010).
Нәҙирә Рәшид ҡыҙы 1979 йылдың 29 июлендә Әстерхан өлкәһенең Ҡара Яр ауылында тыуған. Милләте буйынса лак, дине — ислам[1][2].
Дағстан дәүләт университетын «финансист» һөнәре буйынса тамамлаған, ә һуңынан Дағстан дәүләт хужалығы университетына аспирантураға уҡырға инә, бында йыл ярым эсендә «аудит» уҡыта[3].
2004 йылдың октябрендә «Черновик» гәзитенең иҡтисади бүлеге мөхәррире була. Йыл ярымдан һуң уны президент хакимиәтенең аналитика идаралығына эшкә саҡыралар, унда һигеҙ ай эшләгәндән һуң, «Черновик» гәзитенә кире ҡайта, баҫманың баш мөхәррире була[3]. Үҙенең материалдарында Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Төньяҡ Кавказда терроризм менән көрәштә һөҙөмтәһеҙ тактикаһын тәнҡитләй[4].
2008 йылдың йәйендә Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитеты Дағстан буйынса Исаеваға ҡарата экстремистик эшмәкәрлек өсөн енәйәт эше ҡуҙғата. РФ енәйәт кодексының 280 статьяһындағы 2 өлөшө буйынса (киң мәғлүмәт сараларын файҙаланып, РФ конституция ҡоролошон көс ҡулланып үҙгәртеүгә асыҡтан асыҡ өндәүҙәр) һәм РФ енәйәт кодексының 282 статьяһындағы 1 өлөшө (милли, раса һәм дини дошманлыҡ уятыу) енәйәт эше ҡуҙғатылыуың сәбәбе булып 2008 йылдың 4 июлендәге («Беренсе һанлы террорсылар») мәҡәләһе тора, унда тәртип һаҡлаусылар мәғлүмәттәре буйынса, террорсы Халилов Раппаниҙың мөрәжәғәте булған[5]. Исаева һүҙҙәре буйынса, енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙың төп сәбәбе булып «Черновик» гәзитен ябыу теләге тора[6]. Исаеваны эҙәрлекләү буйынса «Ғәҙел Рәсәй» партияһы борсолоу белдерә[7]. 2009 йылдың февралендә шулай уҡ бындай ғәйепләүҙәр «Черновик» гәзитенең башҡа журналистарына — Магомедов Магомедҡа, Тимур Мостафаевҡа һәм Бийәкәй Магомедовҡа ла белдерелә[8].
2011 йылдың майында Махачкаланың Ленин федераль суды бөтә ғәйепләүҙәр тағылған дүрт журналисты ла ғәйепһеҙ тип таба[9]. Исаева бынан һуң баш мөхәррир һәм «Черновик» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары вазифаһын ҡалдырыуы тураһында иғлан итә[10][11].
2011 йылдың ноябрендә Исаева Себерҙә төрмәлә ултырған ире менән шәхси хатлашыуҙарын баҫтырып сығарғандан һуң Дағстандан сығып китә[12]. 2012 йылдың февралендә АҠШ-тың Гарриман Институтына ғилми хеҙмәткәр итеп саҡырыла[13].
Ире — Әбделхәлим Әбделкәримов, Дағстандың Цумадин районында тыуған. 2006 йылда ҡоралды законһыҙ әйләнештә тотоу, кеше үлтереүгә һәм талауға ынтылыу буйынса 13 йылға ирегенән мәхрүм ителә[15]. Уны Каспийскта теракт тураһындағы эш буйынса енәйәт яуаплылығына законһыҙ рәүештә йәлеп иткән өсөн мораль һәм матди зыянды компенсациялау тураһында дәғүә бирә, Махачкаланың Совет суды дәғүәне өлөшләтә ҡәнәғәтләндерә, уға 100 мең күләмендә компенсация бирә. Хөкөм срогын тултырып, Әбделкәримов Украинаға күсенә, унда миграция хеҙмәтенән һыйыныу урыны биреүҙәрен һорай. Украина властары Әбделкәримовты милли хәүефһеҙлеккә ҡурҡыныс тыуҙырыусы тип таный һәм Грузияға депортациялайҙар. Быға тиклем ул Төркиәгә һәм Белоруссияға уңышһыҙ сығырға маташа[16].