Исламда кейем | |
Культура | Ислам мәҙәниәте, арабская культура[d] һәм культурная глобализация[d] |
---|---|
Урын | Ислам донъяһы, арабский мир[d], бөтә донъяла[d] һәм мир[d] |
Циклдың өлөшө булып тора | Исламская этика[d] |
Төп тема | Ризыҡ (Ислам) |
Менән бәйләнештә | Ғәүрәт һәм agriculture in Islam[d] |
Нимә менән тоташа | eating in Islam[d] һәм drinking in Islam[d] |
Тулы мәғлүмәт өсөн URL |
corpus.quran.com/qurandi… qurananalysis.com/?q… |
Вики-проект | Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d] |
Исламда кейем Викимилектә |
Исламда кейем (рус. Одежда в исламе) — Ислам мосолмандарға рөхсәт ителгәндән тыш һәм артыҡлыҡ сиктәренән сыҡмаған теләһә ниндәй кейем кейергә рөхсәт итә.
Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейеменә төп талап — ул тәндең шәриғәт ҡушҡан өлөштәрен ҡапларға тейеш (ғәүрәт). Ирҙәр өсөн Ғәүрәт— кендектән тубыҡҡа тиклем тәндең бар өлөшө, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — бит һәм ҡул суҡтарынан башҡа бөтә тән. Мәхрәмдәргә ғәүрәттең ҡайһы бер өлөшөн ҡапламай йөрөргә рөхсәт ителә ()[1].
Ҡатын-ҡыҙ кейеме ҡатын-ҡыҙ стиленә тап килергә тейеш, ә ирҙәр кейеме — ирҙәр стиленә. Был кейемгә генә түгел, тәртип стиленә лә (һөйләү манераһына, атлауға һәм хәрәкәттәргә) ҡағыла. Ислам ҡатын-ҡыҙ кейеме христиан һәм йәһүд традицияларының әхлаҡи-этик идеалдарына ҡаршы килмәй[1].
Кейемдә нәжес булырға тейеш түгел, бигерәк тә намаҙ ҡылған ваҡытта[2].
Тыйылған кейемгә түбәндәгеләр инә[2]:
Ирҙәр кейемен ҡыҫҡартыу ислам этикаһының бер өлөшө булып тора, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сөннәтен үтәү һәм Аллаһҡа буйһоноуҙы символлаштыра[4]. Оҙон кейем кейеү (изара) Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманында тәкәбберлек һәм минминлек сағылышы тип һаналған[5].
Мосолман ҡатын-ҡыҙының йәки мосолмандың христианка/йәһүҙи ҡатынының кейеме тәҡүәле, күлдәктәре — оҙон, ябыҡ һәм үтә күренмәгән булыуы талап ителә. Ул иркен булырға һәм тәнде ҡыҫып тормаҫҡа тейеш. Матур кейемдәр кейеү кәрәк, әммә сағыу төҫтәр өнәлмәй[6].
Ҡатын-ҡыҙ кейеме, йөҙ һәм ҡул суҡтарынан башҡа, тәндең бөтә өлөштәрен дә йәшерергә тейеш. Ҡөрьән кейем өҫтөнән бөркәнсек ҡапларға (жилбәб)[7], ят ирҙәрҙән муйынды һәм күкрәкте йәшерергә ҡуша, йөҙҙө йәшереү мотлаҡ түгел[8].
Исламда кейем Викимилектә |