Испан теленең риоплат һөйләше

Испан теленең риоплат һөйләше
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ла-Плата[d]
Дәүләт  Аргентина
 Уругвай
Тел төрҙәре SVO[d], ижекле тел[d] һәм флектив тел[d]
 Испан теленең риоплат һөйләше Викимилектә
Аргентина испан теленең һөйләштәре һәм диалекттары. Автор: Берта Элена Видаль де Баттини.

Испан теленең риоплат һөйләше (исп. Español rioplatense) Аргентиналағы, өлөшләтә Уругвайҙағы һәм Парагвайҙағы испан теленең милли варианты нигеҙенә һалына. Уның төпкөлөндә тәүге испан колонистары гаучоларҙың дивергент һөйләше ята. Америкала испан колониялаштырыуы барышында төбәктең әҙ халыҡлы һәм иҡтисади артталығы арҡаһында, Мадрид менән сағыштырғанда ла, алдараҡ яуланған күкпкә әһәмиәтле ресурслы Мексика һәм Перу менән сағыштырғанда ла, был һөйләштең бик үҙенсәлекле яҡтары ҡалҡып сыға.

Восео грамматик феноменының һаҡланыуы, шул иҫәптән күрше португал телле Бразилия тел нормаларының йоғонтоһо, был төбәккә үҫешенең тәүге осорҙарында уҡ билдәле бер үҙенсәлелек тәьмин итә. Күп тартынҡыларҙың дебуккалләшеүе күҙәтелә, әммә һуңыраҡ консерватив традиция был күренештең орфоэпия нормаларына үтеп инеүен тотҡарлай. Был һөйләштең үҙенә генә хас билдәләренең үҫеүе өсөн XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Аргентинаға көньяҡ Италия халҡының күпләп иммиграцияланыуы әһәмиәтле булып сыға. Был күскенселәр башлыса Буэнос-Айреста төпләнә. Көйлө интонация риоплат испансаһын бик күп башҡа һөйләштәр һәм диалекттар араһынан танып алырға булышлыҡ итә. Итальян иммигранттары теленең йоғонтоһо аҫтында баш ҡалала үҙенсәлекле жаргонлысоциолект — лунфардо үҫеш ала, уның лексикаһының бер өлөшө аҙаҡ стандарт риоплат испансаһына ла күсә. Нәҡ ошо баш ҡала һөйләше Сүлде яулау барышында илдең бөтә көньяғына тарала, шунан баш ҡала киң мәғлүмәт саралары ярҙамында XX—XXI быуаттарҙа Аргентинала, шулай уҡ Уругвай һәм Парагвайҙа ла популярлаша. Шуның менән бергә, Аргентинаның төпкөл төбәктәрендә анд төрҙәренә ингән иҫкесә испан һөйләштәре һаҡлана (кордоба, сантьяго-дель-эстер, жужуй һөйләштәре).

Айырып торған һыҙаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Һәр яҡлап восео баҫып ала: классик алмаш-ҡылым «vos tenés», һирәгерәк варианттар «vos tienes» һәм «tú tenés».
  • «Халыҡсан» фонетикала аспирация/дебуккализация/лениция һәм ижек аҙағында -s «йотолоу» йыш осрай.
  • ll ([ʎ]) менән y ([j]) ҡушылып, [ʃ] хасил була, ул көсһөҙ йоталаштырылыу (һаңғырау реиламьенто) тип атала. Был феномен XX быуаттың икенсе яртыһында йәш ҡатындарҙың телмәрендә барлыҡҡа килә, хәҙерге ваҡытҡа ике енес вәкилдәренә лә һәм бөтә йәш төркөмдәренә лә хас.
  • Ябай үткән заман формаларына өҫтөнлөк бирелә (претерит: dije), ә ҡушма формалар (перфект: he dicho) ҡулланыуҙан сыға.
  • Киләсәк заманды белдереү өсөн синтетик (iré) урынына перифрастик аналитик конструкцияларға (voy a ir) өҫтөнлөк биреү.
  • Телмәрҙең неаполь теленән килгән музыкаль интонацияға эйә булыуы.
  • Лексикала итальянизмдар (lavorare > laburar; mangiare > manyar)
  • Испанияла иҫкергән лексемаларҙың ҡайһы берҙәренең һаҡланыуы (lindo).
  • Башҡа һыҙаттары буйынса риоплат һөйләше испан теленең америкалы төрҙәре өсөн ярайһы уҡ стандарт булып тора.

Риоплат һөйләше ҡайһы бер ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә бер нисә ваҡ территориаль төргә бүленә. Улар: порт (porteño) испансаһы (Буэнос-Айрес ҡалаһы һәм ошо уҡ атамалы провинцияның ҙур өлөшө), патагон испансаһы (patagónico) баш ҡаланан көньяҡта, шулай уҡ ике йылға араһы/яр буйы испансаһы (litoraleño) баш ҡаланын төньяҡта.