Иҫәнғол (рус. Исянгулово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.
Почта индексы — 453380, ОКАТО коды — 80226816001.
Ырымбур губернаһының 1802 йылғы картаһында һәм В. П. Пядышевтың 1820 йылғы Рәсәй империяһының Географик атласында Иҫәнғол ауылы тураһында беренсе тапҡыр телгә алынған. Стрельбицкийҙың 1871 йылғы Рәсәйҙең Көнсығыш өлөшө картаһында Иҫәнғол ауылы үрге һәм түбәнге булараҡ билдәләнгән.
Һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, XVIII быуат аҙағында генерал-губернатор Василий Алексеевич Перовский бойороғо буйынса Ҡәйепов Иҫәнғол Мәмбәт улы хәҙерге Ейәнсура районы территорияһында хәрби гарнизон ойоштора һәм уның начальнигы итеп тәғәйенләнә. Әлеге гарнизон урынында Иҫәнғол ауылы булған да инде. 1812 йылғы Ватан һуғышы башланыр алдынан частар көнбайышҡа юллана. Улар француздарға ҡаршы һуғыша. Торамала сәләмәтлектәре арҡаһында алыҫ походтарға сыға алмаған һалдаттар һәм хәрби етәкселектең ғаилә ағзалары ғына ҡалған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң бында яҡын-тирәләге ауылдарҙан кешеләр күсеп килә башлай, һәм шул арҡала ауыл үҫә.
Куйбышев исемендәге колхоздың умарталығы урынлашҡан ерҙә — Куйбышев ауылы, Үрген йылғаһы тамағында — Туҡтар, зыярат урынында — Ҡарын, «Заветы Ильича» колхозының һөтсөлөк фермаһы урынында Биләй ауылы булған. Р361 төбәк трассаһының 105-106х288-287-се саҡрымында (Ира-Магнитогорск трассаһы, 12 саҡрым) Күгәрсен районы менән сиктә Бикбау, Туйөмбәт ауылдары урынлаша.
1849 йылғы архив мәғлүмәттәре буйынса, Иҫәнғол 2-се башҡорт кантонының үҙәге булған, 14-се йортҡа ҡараған. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бында 432 ир-егет һәм 397 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
Ауылға 6500 дисәтинә ер беркетелә. 1939 йылда бында 2166 кеше йәшәй. XXI быуат башында ауылда 2761 ихата була, ә халыҡ һаны 8300 кеше тәшкил итә.
1935 йылдың мартынан Иҫәнғол Ейәнсура районының үҙәге булып тора, СССР Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары нигеҙендә территориаль межалау үткәрелә — райондың бер өлөшө Ырымбур өлкәһе составына индерелә. Үҙәге Иҫәнғол ауылында урынлашҡан Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы хәҙерге сиктәрендә ҡала.
1946 йылда Ейәнсура районы нигеҙендә ике район ойошторола: үҙәге Абҙан ауылында урынлашҡан Абҙан районы һәм үҙәге Иҫәнғол ауылы булған — Ейәнсура районы. 1956 йылда Абҙан һәм Ейәнсура райондары ҡабаттан бер Ейәнсура районына берләшә, һәм Иҫәнғол ауылы район үҙәге булып ҡала.
Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа табан 337 км һәм Төйлөгән тимер юл станцияһынан (Ырымбур өлкәһе) көньяҡ-көнсығышҡа табан 54 км алыҫлыҡта Оло Эйек йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы) буйында, Магнитогорск—Ира, Иҫәнғол—Мораҡ автомобиль юлдарында урынлашҡан.
Ауылда Иҫәнғол ҡояш электр станцияһы урынлашҡан[2]. 2017 йылдың 29 ноябрендә файҙаланыуға тапшырыла. 2019 йылдың 5 декабрендә Иҫәнғол ҡояш электр станцияһы дистанцион идара итеүгә күсерелә[3].
1900 йылда — 700 кеше, 1920 йылда 500 кеше иҫәпләнгән. 2009 йылда 7964 кеше теркәлгән[4]. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй.
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (53 %), урыҫтар (26 %)[12].
1816[13],
1850[14]
1859 йылдарҙа[15] Иҫәнғол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
- Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (27.03.1943) — яҙыусы, журналист, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре һәм эшҡыуар.
- Йосопов Ринат Мөхәмәт улы (1951—2011) — ғалим-этнолог, антрополог, тарих фәндәре кандидаты.
- Мөхәмәтйәнов Әсфән Хөрмәт улы (15.03.1937) — нефть һәм газ сығарыу объектарын төҙөү тармағы ветераны. 1963—1991 йылдарҙа «Главтюменнефтегазстрой» тресының баш технологы, махсус һәм субподряд эштәре идаралығының начальник урынбаҫары һәм начальнигы, трест начальнигының производство буйынса урынбаҫары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ниғмәтуллин Ришат Вәхит улы (11.01.1959) — ғалим-юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (2008), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009), Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2009)[16].
- Рутчин Алексей Иванович (1911—1943) — Советтар Союзы Геройы.
- Үтәшев Марат Мөхәр улы (1.11.1938) — ғалим-сәйәсәтсе, сәйәси фәндәре докторы, профессор.
- Әбдрәхимов Марат Сулпан улы (29.03.1970) — Рәсәй постановкалары «Кошки», «Mamma Mia!», «Красавица и Чудовище» мюзиклдарында төп актёр.
- Еңеүҙең 40 йыллығы урамы — (рус. улица 40 лет Победы)
- Еңеүҙең 50 йыллығы урамы (рус. улица 50 лет Октября)
- Октябрҙең 60 йыллығы урамы (рус. улица 60 лет Октября)
- СССР-ҙың 60 йыллығы урамы (рус. улица 60 лет СССР)
- А.Ахматова урамы (рус. улица А.Ахматовой)
- Аҡмулла урамы (рус. улица Акмуллы)
- Аҡмулла тыҡрығы (рус. переулок Акмуллы)
- Әхмәтшин урамы (рус. улица Ахметшина)
- Әхмәтшин тыҡрығы (рус. переулок Ахметшина)
- Аэропорт урамы (рус. улица Аэропорта)
- Бедренко урамы (рус. улица Бедренко)
- Бикбау урамы (рус. улица Бикбауская)
- Ҡайын урамы (рус. Березовая улица)
- Блюхер урамы (рус. улица Блюхера)
- Блюхер тыҡрығы (рус. переулок Блюхера)
- Дауахана урамы (рус. Больничная улица)
- Яҙғы урам (рус. Весенняя улица)
- Көнсығыш урам (рус. Восточная улица)
- Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
- Геолог урамы (рус. Геологическая улица)
- Дача урамы (рус. Дачная улица)
- Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
- Йәшел урам (рус. Зеленая улица)
- Ибраһимов урамы (рус. улица Ибрагимова)
- Ильясов урамы (рус. улица Ильясова)
- Интернациональ урам (рус. улица Интернациональная)
- К. Маркс урамы (рус. улица К.Маркса)
- К. Маркс тыҡрығы (рус. переулок К.Маркса)
- Төп урам (рус. Ключевая улица)
- Коммунистик урам (рус. улица Коммунистическая)
- Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская)
- Корнеев урамы (рус. улица Корнеева)
- Ҡыҙыл Армия урамы рус. Красноармейская улица)
- Крупская урамы (рус. улица Крупская)
- Ҡыуатов урамы (рус. улица Куватова)
- Күсәков урамы (рус. улица Кусакова)
- Урман урамы рус. улица Лесная)
- Болон урамы (рус. улица Луговая}})
- М. Ғафури урамы (рус. улица М. Гафури)
- Магистраль урамы рус. улица Интернациональная)
- Матросов урамы (рус. улица Матросова)
- Мәхмүтов урамы (рус. улица Махмудова)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Күпер урамы рус. Мостовая улица)
- Мортазин урамы (рус. улица Муртазина)
- Яр уйы урамы (рус. Набережная улица)
- Нефтселәр урамы (рус. улица Нефтяников)
- Октябрь Революцияһы урамы (рус. улица Октябрьской Революции)
- Парк урамы (рус. Парковая улица)
- Пионер урамы (рус. Пионерская улица)
- Почта тыҡрығы (рус. Почтовый переулок)
- Сәнәғәт урамы (рус. Промышленная улица)
- Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
- Р.Ғәрипов урамы (рус. улица Р.Гарипова)
- Йылға урамы рус. Речная улица)
- Шишмә урамы (рус. Родниковая улица)
- Рәсәй урамы рус. Российская улица)
- Рутчин урамы (рус. улица Рутчина)
- Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
- Салауат урамы (рус. улица Салавата)
- Яҡты урам рус. Светлая улица)
- Төньяҡ урам (рус. Северная улица)
- Совет урамы (рус. улица Советская)
- Ҡояш урамы (рус. олнечная улица)
- Спорт урамы (рус. Спортивная улица)
- Дала урамы (рус. Степная улица)
- Төҙөлөш урамы (рус. Строительная улица)
- Үҫәргән урамы (рус. Усергенская улица)
- Усмантау урамы (рус. Усмантауская улица)
- Ф.Солтанов урамы (рус. улица Ф.Солтанова)
- Филатов урамы (рус. улица Филатова)
- Һ.Дәүләтшина урамы (рус. улица Х. Давлетшиной)
- Хәйбуллин урамы (рус. улица Хайбуллина)
- Сәскә урамы (рус. Цветочная улица)
- Чапаев урамы (рус. улица Чапаева)
- Чекмарев урамы (рус. улица Чекмарева)
- Шайморатов урамы (рус. улица Шаймуратова)
- Энергетиктар урамы (рус. улица Энергетиков)
- Энтузиастар урамы (рус. улица Энтузиастов)
- Юбилей урамы (рус. Юбилейная улица)
- Көньяҡ урам (рус. Южная улица)[17]
Исянгулово
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (билдәһеҙ). Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Гамилова Д. А., Алексеева Э. Р. Альтернативные источники энергии и перспективы их развития в республике Башкортостан // Экономика региона: вопросы и ответы. — 2017. — С. 103—108.
- ↑ Исянгуловская СЭС переведена на дистанционное управление (билдәһеҙ). energy-fresh.ru.
- ↑ Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 9,0 9,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ниғмәтуллин Ришат Вәхит улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2019)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге