Йомаҡ — төп мәғәнәһен уйлап табыу өсөн нимәнелер башҡа оҡшаш һүҙҙәр менән йәки һүҙ уйнатып һүрәтләп әйткән метоморфик әйтем; һорау алыныусы яуабын әйтергә тейеш. Борон заманда һорау алыныусының зирәклеген тикшереп ҡарағандар, хәҙер йомаҡ әйтешеү — халыҡ уйыны.
Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Башҡорт телендә "Йомаҡ ҡойҙом-ҡас, йомолдоғон ас" тигән әйтемдең булыуы шул хаҡта һөйләй. Төҙөлөшө яғынан һорау һәм яуап формаһында булған йомаҡтар кешеләрҙең тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. Йомаҡтар айырым предметтың билдәһен икенсе бер предметҡа, күренетә күсереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шуға күрә улар тормоштағы конкрет предметтар. күренештәр менән бәйләнгән. Йомаҡтарҙы өс ҙур төркөмгә бүләләр.
Был иң киң таралған төркөм. Баланы тәрбиәләгәндә аң белә башлағандан алып, иҫендә ҡалһын өсөн бик әһәмиәтле.
Ҡар көрәргә
Булһа кәрәк,
Нимә кәрәк?
Дөрөҫ! ..... . (Көрәк)