Йонава | |
лит. Jonava | |
Байраҡ | Герб |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 1740 |
---|---|
![]() | |
Рәсми атамаһы | Jonava |
Ҡушамат | Jonų ir Janinų sostinė һәм The capital of Jonai and Janinos |
Этнохороним | Jonavietis, Jonaviškis, Jonavietė һәм Jonaviškė |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Йонавское районное самоуправление[d] һәм Ионавское староство[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ионавское староство[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] |
Ойошма ағзаһы | Union of the Baltic Cities[d][1] |
Халыҡ һаны | 27 134 кеше (1 ғинуар 2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 65 метр |
Туғандаш ҡала | Багратионовск[d], Дечин[d], Кендзежин-Козле[d], Полоцк[d], Пучоаса[d], Рийхимяки[d] һәм Смела[d][3] |
Милке | Central stadium of Jonava[d] |
Майҙан | 13,67 км² |
Почта индексы | 55000–55999 |
Рәсми сайт |
jonava.lt/web/jonava/pra… jonava.lt/en/pradzia |
Каналдың URL-ы | jonava.lt/lt/rss-kanalai |
![]() | |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1740 |
Урындағы телефон коды | 841 |
Номер тамғаһы коды | K |
![]() |
Йонава[4] (лит. Jonava) — Литвала ҡала, Йонава районының административ үҙәге.
Нярис йылғаһының уң ярында Вильнюстан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 106 км һәм Каунастан төньяҡ-көнсығышҡа табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
1970 йылда Йонавала 14 563 кеше, 1979 йылда — 28 413 кеше йәшәгән; 1989 йылда халыҡ һаны 36 520 кеше, 2001 йылда — 34 954 тәшкил иткән. Йонава - Литвала халыҡ һаны буйынса туғыҙынсы ҡала.
Ионаваның халыҡ динамикаһы | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Йыл | 1823 | 1897 | 1923 | 1939 | 1959 | ||||||||
кеше | 600 | 5 000 | 4 115 | 5 500 | 5 000 | ||||||||
Йыл | 1970 | 1979 | 1989 | 2001 | 2007 | ||||||||
кеше | 14 563 | 28 413 | 36 520 | 34 954 | 34 528 |
Ҡалаға нигеҙ һалыусының улы Ян исемен йөрөтә. Ҡаланың исеме 1915 йылға тиклем - Яново (урыҫса) йәки Janowo (пол.).
Аҡ аҡҡош һүрәте менән Ионава гербы 1996 йылда Литва президенты декреты менән раҫлана.
Ионавала Maxima селтәренең 3 йорт янында магазин Maxima X, 3 IKI супермаркеты, 1 Cento дискаунтеры, 2 Norfa супермаркет-дискаунтеры, 1 Supernetto дискуантер форматындағы магазиндар эшләй.
Ҡаланың башланғысы XVIII быуат башында һалына, Доминик Коссаковскийҙың тол ҡатыны Коссаковская Мария үҙенең поместьеһында ағас костёл төҙөй. Король Август III 1750 йылда Мария Коссаковскаяға айырым хоҡуҡтарға ҡул ҡуя, был өҫтөнлөктәргә ярашлы Коссаковская баҙары менән ҙур ауыл ойоштора, һәм унда төрлө дин кешеләренә төпләнергә мөмкин була[5].
1835 йылда Санкт-Петербург - Варшава почта тракты үткәрелә, ҡалала почта станцияһы төҙөлә, ә 1838 йылда оптик телеграфы линияһы үткәрелә. 1871 йылда Либава - Кошедары (хәҙер Кайшядорис), тимер юл станцияһы төҙөлә.
Ионавала шағир Алексис Хургинас тыуған һәм бала сағын үткәргән.
1989 йылдың 20 мартында ҡаланың көнсығыш ситендә, тораҡ йорттарҙан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан «Азот» производство берекмәһендә авария һәм янғын һөҙөмтәһендә донъя практикаһында аналогы булмаған күләмдә атмосфераға ағыулы матдәләр сығарып ташлана (аммиак, хлор һ. б.)[6]. Был «СССР-ҙа ерҙең химик зарарланыуының беренсе осрағы» тип рәсми һанала[7].