Йософ сүрәһе | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Йософ |
Статистика | |
Сүрә номеры |
12 |
Аяттар һаны |
111 |
Джүз |
12 — 13 |
Хизб |
24 — 25 |
Руҡуғ |
12 |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
Йософ (ғәр. يوسف) — ислам пәйғәмбәре, Яҡуп пәйғәмбәрҙең улы, төш юрау кәрәмәтенә эйә. Библиялағы Иосиф пәйғәмбәр менән тиңләштерелә. Уның тормошона Йософ сүрәһе (ғәр. يوسف — сүрәтү Йусуф) бағышланған. Был сүрә — Ҡөрьәндәге ун икенсе сүрә. Мәккәлә иңә. Аяттар һаны — 111. Шуларҙың туҡһан һигеҙе Йософ — Яҡуп пәйғәмбәрҙең улы тураһында. Ә беренсе 3 аят быға инеш булып тора. Уларҙа Ҡөрьән тураһында һөйләнелә.
Сүрәлә кирелек һәм көнсөллөк кешеләрҙең күбеһен көфөрлөккә килтерергә мөмкин тиелә. Сүрәнең аҙағында әүәлге пәйғәмбәрҙәр, уларға халыҡтарҙың мөнәсәбәте һәм уларҙың ахырҙа гонаһлы кешеләр өҫтөнән еңеү яулауҙары тураһында әйтелә.
Әлеге сүрәнең төп үҙенсәлеге — унда Йософ ғәләйһиссәләм тураһында риүәйәт булыуы һәм ғаилә ағзаларының береһен башҡаларға ҡарағанда күберәк яратыу, уларҙа көнсөллөк килтереп сығарыуын күрһәтә.
Портал «Ислам» | |
Ҡөрьән Викиөҙөмтәлә | |
Ҡөрьән Викикитапханала | |
Йософ (пәйғәмбәр) Викимилектә |
Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |