Йоханна Матинтало | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Финляндия |
Тыуған көнө | 11 декабрь 1996[1] (28 йәш) |
Тыуған урыны | Пёутюя[d], Варсинайс-Суоми[d], Турку-Пори[d], Финляндия |
Һөнәр төрө | саңғы уҙышсыһы, бегун на средние дистанции |
Спорт командаһы ағзаһы | Pöytyän Urheilijat[d] |
Масса | 62 килограмм[2] |
Спорт төрө | саңғы уҙыштары[d] һәм бег на средние дистанции[d] |
Ҡатнашыусы | чемпионат мира по лыжным видам спорта 2017[d], зимние Олимпийские игры 2018[d], чемпионат мира по лыжным видам спорта 2019[d], Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2021[d] һәм Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2023[d] |
Бейеклеге/буйы | 177 сантиметр[2] |
Йоханна Матинтало Викимилектә |
Йоханна Катариина Матинтало (фин. Johanna Katariina Matintalo; 11 декабрь 1996 йыл, Пеутюй, Финляндия) — Финляндия спортсыһы, саңғысы һәм элекке еңел атлет.Финляндия командаһы составында саңғы спорты буйынса донъя чемпионатында 4×5 километрлыҡ эстафетала 2021 йылда бронза миҙал яулаусы.
Саңғыла йүгереү менән шөғөлләнеүҙән тыш, Йоханна Матинтало йәштән үк етди рәүештә еңел атлетика менән шөғөлләнә: урта дистанцияларға йүгереү буйынса үҙ йәшендәгеләр категорияһында бер нисә тапҡыр милли рекорд ҡуя, үҫмерҙәр һәм юниорҙар донъя чемпионатында ҡатнаша. 14 йәшендә Финляндияның өлкәндәр өсөн чемпионатында 800 метрға йүгереүҙә финишҡа икенсе булып килә, шул уҡ ваҡытта үҙенең шәхси рекордын 6 секунд самаһына яңырта[3]. Бер йылдан һуң спортсы үҙенең көмөш уңышын ҡабатлай, ә 2013 йылда ошо уҡ дистанцияла ил чемпионы була[4].
Артабан Матинталоның еңел атлетикалағы үҫеше туҡталып ҡала — сәбәбе булып спортта күп йәрәхәттәр алыуы тора. 2016 йылда ул барлыҡ иғтибарын саңғы ярышына йүнәлтә. Финляндия ил саңғы командаһының юғары кимәлдә сығыш яһауы һәм был спорт төрөндәге илдең спорт традициялары уға был спорт төрөн һайлауға булышлыҡ итеүсе көс була.
Йоханна Матинтало 2013 йылда Ҡышҡы Европа үҫмерҙәр Олимпия фестивалендә Финляндия командаһы составында сығыш яһай һәм ундағы 5 км-ға классик стиль менән шыуыу ярышында һигеҙенсе һәм ҡатнаш эстафетала дүртенсе урынды яулай.
2015 йылда юниорҙар араһындағы донъя чемпионатында 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында скиатлон буйынса 16-сы урынды яулай[5]. шунан һуң 2016 йылда спортсы тулыһынса саңғы менән шөғөлләнергә ҡарар итеп, Рованиемиға күсеп килә[6], был уның һөҙөмтәләрен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Балтырының йәрәхәтенә ҡарамаҫтан, 2017 йылда юниорҙар араһындағы донъя чемпионатында 23 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Матинталоға скиатлонда көмөш миҙал яуларға насип була[7].
Йоханна үҙенең иң беренсе Донъя Кубогындағы ярышын 2014 йылдың ноябрендә үҙ илендә үткән Рука ҡалаһында үткәреүенә ҡарамаҫтан, ул Финляндияның төп командаһында бары тик 2017 йылдың февралендә генә нығына ала, ул саңғы ярыштары миҙгелен тамамлау алдынан йәрәхәттәр алған Риит-Лииса Ропонен урынында сығыш яһай[7]. Отелялағы 10 км-ға ярыш ваҡытында, үҙ ватандаштарының барыһынан да алдараҡ килеп, унан бер кем дә яҡшы һөҙөмтәләр көтмәгәндә 12-се урынды биләй[8]. Шундай юғары һөҙөмтә күрһәтеүе сәбәпле спортсы 2017 йылда Лахти ҡалаһында үткәреләсәк донъя чемпионатына үҙе өсөн берҙән-бер саңғыла йүгереү төрө — скиатлон — буйынса Финляндия командаһы составына индерелә һәм ошо ярышта 29-сы урынды биләй[9].
Йоханна Матинтало 2018 йылда Олимпиада буласаҡ Пхенчханға барыусы фин делегацияһы составына алына. Үҙенең олимпиадалағы дебюты ярышында — скиатлон буйынса — 24-се урынды яулай[10], ярымфинал стадияһында спринтта сығышын тамамлай[11], ә 30<span typeof="mw:Entity" id="mwTg"> </span>км «классика» марафонында 18-се урында була[12].
2018/2019 йыл миҙгелендә саңғысы Донъя Кубогында — норвег Бейтостелендә үткән эстафетала фин ҡатын-ҡыҙҙар саңғысылары командаһы составында өсөнсө урында подиумға күтәрелә[13]. 2019 йылда Зефелдә үткән донъя чемпионатында спортсының формаһы йыл башында ауырыуы сәбәпле бик үк яҡшы булмай[14]. Ул донъя беренселегенә ике ярышта ҡатнаша: скиатлонда бары тик 32-се генә һөҙөмтәһене күрһәтә, шуның менән үҙ ватандаштары араһында еңелә[15], ә «разделка» 10<span typeof="mw:Entity" id="mwXg"> </span>км-ға булған ярышта 17-се урынды яулай[16].
2021 йылдағы Оберстдорфтағы донъя чемпионаты Матинтало өсөн бик уңышлы башлана — ул квалификация өсөн спринт ярыштарында өсөнсө ваҡыт күрһәтә. Әммә сирек финалда йығылыу арҡаһында артабанғы көрәштә ҡатнашыу мөмкинселегенән мәхрүм була[17]. Скиатлонда ла уға шулай уҡ юғары урындар өсөн көс һынашырға насип булмай — уның йомғаҡлау һөҙөмтәһе бары тик 30 -сы ваҡытты ғына күрһәтә[18]. Алдағы дистанцияларҙа һөҙөмтәләре бик уртаса ғына булыуына ҡарамаҫтан, Йоханна 4×5<span typeof="mw:Entity" id="mwaw"> </span>км эстафетаһына йүгереүсе командаға алына, Йоэнсуу Ясми, Риита-Лииса Ропонен һәм Криста Пярмякоска менән берлектә ул донъя беренселегендә «бронза» призер була[19]. Чемпионаттың һуңғы ярышында — 30<span typeof="mw:Entity" id="mwcg"> </span>км-ға классик стиль менән марафонда — спортсы 13-сө һөҙөмтәне күрһәтә[20].
Олимпия уйындары | Спринтта | Команда спринтта |
10 км айырым старт |
7,5+7,5 км скиатлон |
30 км масс-стартта |
Эстафета |
---|---|---|---|---|---|---|
Ҡалып:Флагификация/Корея 2018 Пхенчхан | 19 | — | — | 24 | 18 | — |
Донъя чемпионаты | Спринтта | Команда спринтта |
10 км айырым старт |
7,5+7,5 км скиатлон |
30 км масс-стартта |
Эстафета |
---|---|---|---|---|---|---|
2017 Лахти | — | — | — | 29 | — | — |
2019 Зефельд | — | — | 17 | 32 | — | — |
2021 Оберстдорф | 26 | — | — | 30 | 13 | 3 |
Миҙгел | Йәше | Зачет төрө | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Дөйөм зачетта | Ярыш | Спринтта | U23 | Nordic Opening |
Де Тур Ски |
Туры Ски 2020 |
Кубок Финалы Донъяла | ||
2015 | 18 | н/п | н/п | — | н/п | — | — | н/д | н/д |
2017 | 20 | 73 | 54 | — | 12 | — | — | н/д | — |
2018 | 21 | 70 | 50 | 72 | 12 | 50 | — | н/д | 30 |
2019 | 22 | 70 | 56 | 59 | 12 | 43 | — | н/д | — |
2020 | 23 | 67 | 41 | н/п | н/д | 35 | — | — | н/д |
2021 | 24 | 23 | 27 | 35 | н/д | 35 | 17 | н/д | н/д |
#. | Миҙгел | Дата | Уҙғарыу урыны | Ярыш | Урын | Партнер буйынса эстафета |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | 2018/19 | 2018 9 декабрь | Бейтостелен, Норвегия | 4 эстафета×5 км | 3 | Пярмякоска, Ропонный, Пииппо |
2 | 2019/20 | 1 мартта 2020 | Лахти, Финляндия | 4 эстафета×5 км | 2 | Нисканен, Мононен, Пярмякоска |
3 | 2020/21 | 6 февралдә 2021 | Лахти, Финляндия | 4 эстафета×5 км | 3 | Нисканен, Мононен, Пярмякоска |
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .