Йоҡо үләне | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Pulsatilla vulgaris Mill., 1768 | ||||||||||||||
Anemone pulsatilla L. (1753) | ||||||||||||||
|
Йоҡо үләне (лат. Pulsatilla vulgaris, (рус. Прострел)— Лютик һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек төрө. Япрағы күренеү менән апрель-май айында сәскә ата, июньдә емеше өлгөрә. Орлоҡтан үрсей.
Төньяҡ ярымшарҙың субтропик, уртаса һәм һалҡын поясында таралған. Ҡарағай урманында, ҡыуаҡлыҡта, һөҙәк урындарҙа үҫә. Бейеклеге 15-50 см.
Тамыры верикаль булып төшә, көрән төҫтә. Сәскәләре яңғыҙ, шәмәхә төҫөндәге ҡыңғырау һымаҡ. Сәскә уртаһында күп һанлы сәскәлек һәм емешлектәр урынлашҡан. Үҫемлек көмөштәй төксәләр менән ҡапланған.
Үҫемлек ағыулы. Халык медицинаһында ялҡынһыныуға ҡаршы һәм ҡан туҡтату, тынысландырыу сараһы булараҡ файҙаланыла.
Декоратив үҫемлек булараҡ үҫтерелә.
Һулдан уңға: сәскә бөрөһө, сәскәһе, емеше
|
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы төрҙөң статусы күрһәтелмәгән | |
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә |
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |