Йоһанн Крюгер нем. Johann Crüger, т.-луж. Jan Krygaŕ | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме |
т.-луж. Jan Krygaŕ |
Тыуған | |
Тыуған урыны | |
Үлгән |
23 февраль 1662 (63 йәш) |
Үлгән урыны | |
Һөнәрҙәре | |
Инструменттар |
орган |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Йоһанн Крюгер, серболужи варианты — Ян Кригарь (нем. Johann Crüger, т.-луж. Jan Krygaŕ; 9 апрель 1598, Гросс Брезен — 23 февраль 1662, Берлин) — немец композиторы һәм музыка теоретигы, лютеран көндәлек тормошонда ҡулланылған бик күп көйҙәр һәм уларҙың хорлы аранжировкалар авторы.
1622 йылда Берлиндағы Изге Николай сиркәүе канторы була. Өс гимн йыйынтығы сығара, уларҙың һәр береһендә «Herzliebster Jesu, was hast du verbrochen?» мелодияһы бар, уны И. С. Бах«Матфей буйынса ғазаптар» һәм «Яхъя буйынса ғазаптар». «Berliner Gesangbuch» йыйынтығы 1640 йылда, «Kirchenmelodien» йыйынтығы 1649 йылда сыға («Herzliebster Jesu» 4 тауыш һәм инструменталь оҙатыу өсөн тәҡдим ителә). Өсөнсө һәм иң популяр «Praxis pietatis melica» коллекцияһы, моғайын, 1635 йылда сыҡҡандыр. 1733 йылға был йыйынтыҡтың 43 баҫмаһы сыға. XX быуат башына Крюгерҙың 20-гә яҡын көйө, бигерәк тә «Nun danket alle Gott»популяр була.
Соловьёв Н. Ф. Крюгер, Иоганн // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)