Йылға ауышлығы

Йылға ауышлығы
Рекомендуемая единица измерения промилле[d] һәм процент

Йылға ауышлығы (рус. Уклон реки) — йылға (йәки башҡа һыу ағымы) һарҡыуының ниндәйҙер киҫемендә шул уҡ киҫемдең оҙонлоғона нисбәте.

Ауышлыҡты билдәләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға ауышлығы промилле йәки проценттарҙа, шулай участка оҙонлоғона ҡарата һарҡыу дәүмәле булараҡ ҡулланыла. Тау йылғалары һәм шарлауыҡтар өсөн ҡайһы ваҡыт мөйөш градусын үлсәү ҡулланыла.

Волга Һамар бөгөлөндә

Тигеҙлек йылғаларында йылға ауышлығы промилле йөҙөнсө өлөштәр тәшкил итә (километрына беренсе дәрәжә берәмектәр һәм тиҫтәләрсә сантиметр). Мәҫәлән, Волга йылғаһының уртаса ауышлығы 0,07 промилле (1 км-ға — 7 см), уйһыулыҡтарҙа — 3-5 промилле. Тау йылғаларында йылға ауышлығы йөҙҙәрсә тапҡырға күберәк булырға мөмкин (бер километрға бер нисә метр һәм хатта тиҫтәләрсә тапҡыр ҙурыраҡ).

Һилеғорғо. Белорет районы, Башҡортостан. Тау йылғаһының ауышлығы үлсәмәй ҙә күренеп тора

Ғәҙәттә йылға ағымының йүнәлеше буйынса буй ауышлығы иҫәпкә алына. Буй йылға һарҡыуы, ҡағиҙә булараҡ, инештән тамағына ҡарай кәмей, ләкин айырым осраҡтарҙа йырҙа үткән урындарҙың рельефы, тупраҡ һәм тау тоҡомдары төрҙәре йоғонтоһонда буйындағы һарҡыу төрлө була ала.

Участкалар буйынса ауышлыҡтар һайыҡҡан осорондағы һыу кимәле буйынса билдәләнә. Тотош йылғаның дөйөм ауышлығын уның айырым участкаларының уртаса ауышлығы күрһәткестәре менән иҫәпләп сығаралар.

Йылғаның арҡыры ауышлығы (һыу көҙгөһөнөң ауышайыуы) йырҙа рәүеше тәьҫирендә барлыҡҡа килә (мәҫәлән, бөгөлдәрҙә "дуға"ның эске яҡ ярына йүнәлә), ел, гидротехник ҡоролмалар һәм башҡа сәбәптәр булыуы ихтимал.

Һыу көҙгөһөнөң уртаса ауышлығы, ғәҙәттә, һыу ағымы төбөнөң уртаса ауышлығына яҡын.

Чеботарёв А. И. Гидрологический словарь. Л., Гидрометеоиздат, 1978 год.