Йылға туризмы | |
Йылға туризмы Викимилектә |
Йылға буйлап ағыу (рус. Сплав по реке) — спорт туризмының бер төрө, шулай уҡ һыу туризмы тип тә атала. Бының өсөн ҡулланылған йөҙөү яйланмалары:
Республикала һыу туризмы һәм йылғалар буйлап кәмәлә төшөү өсөн бик яҡшы шарттар бар. Башҡортостанда төрлө «холоҡло» йылғалар күп — тигеҙлектәрҙән тыныс ҡына аҡҡандары ла, ярһыу тауҙар йылғалары ла етерлек. Уларҙың яр буйҙары ла бик күркәм, шуға күрә республикала йылға туризмы элек-электән күптәрҙе ылыҡтыра.
Һәр яҙҙа Айғыр тау йылғаһында профессиональ ярыштар уҙғарыла, тик йәй көнө, бигерәк тә эҫел ваҡытта, йылғаларҙың һайыға, ағышы аҡрыная, шуға күрә ҡайһы бер йылғаларҙа суднолар йөрөүе лә ҡыйынлаша.
Йылға туризмы өсөн йышыраҡ ошо йылғаларҙы һайлайҙар: Ағиҙел, Еҙем, Инйәр, Ләмәҙе,Нөгөш, Эҫем, Йүрүҙән, Ҡариҙел Әй.
Йылғалар буйлап ғаилә менән сәйәхәт итеү өсөн ҡулай айҙар: июнь-август, ә Һаҡмар йылғаһы буйлап май-июнь айҙарында ағып төшөү яҡшыраҡ [2].