Йыуа | |||||||||||||||||||||||
Сәскә атҡан үҫемлектең дөйөм күренеше | |||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||
Allium ursinum L. | |||||||||||||||||||||||
|
Йыуа, Айыу һуғаны, Урман йыуаһы (рус. черемша́, лук медве́жий, ди́кий чесно́к, калба́, лат. Állium ursínum) — Һуғандар (Allium) ырыуы Һуғандар (Alliaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 60 см-ға етә. Май-июль айҙарында сәскә ата, емеше июль-августа өлгөрә.
Йыуа (Айыу һуғаны).
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация |
Йыуа Үҙәк Европала (Австрия, Бельгия, Чехия, Словакия, Германия, Венгрия, Нидерланд, Польша, Швейцария), Төньяҡ Европала (Дания, Финляндия, Ирландия, Норвегия, Швеция, Бөйөк Британия), Көньяҡ Европала (Румыния, Болгария, Югославия, Греция, Италия, Франция, Испания, Украина, Кавказда һәм Төркиәлә таралған.
Ҡырағай хәлдә тундра занаһында осратырға мөмкин. [2]. Күләгәле урманда, йылға буйҙарында үҫә, баҡса культураһы булараҡ та үҫтерелә. 12–17°С-та үҫкән йыуа тәмле була, 20°С һәм ҡоро һауа шарттарында үҫкән йыуаның һәм башҡа һуған күльтураларының сифаты түбәнерәк була [3].
Башҡортостанда һәм республикаға сиктәш өлкәләрҙә йыуаның бер нисә төрө үҫә. Иң йыш осрай торғаны - талғыр йыуаһы, ҡарға йыуаһы, селек йыуаһы, ҡыуыш йыуаһы, әтмәкәй, оҫҡон, күл йыуаһы[4]
Айыу һуғаны Брянск, Курск, Ленинград, Липецк, Мәскәү, Псков, Рязань, Смоленск өлкәләре һәм Ставрополь крайы, шулай уҡ Белоруссия, Латвия, Литва, Украина республикаларының Ҡыҙыл китабына индерелгән[5][6].
Йыуаның ҡыяғы, һабағы һәм һуғанбашынан көслө һарымһаҡ еҫе сыға, унда аллиин гликозиды һәм эфир майҙары булыуы арҡаһында шундай сифатҡа эйә. Үҫемлектә аскорбин кислотаһы күп (ҡыяғында 0,73 процентҡа тиклем, төбөндә — 0,10 процент). Бейек тауҙарҙа йыуала С витамины тәпәштәренә ҡарағанда күберәк була. Эфир майҙары составына винилсульфид, тиолдар һәм альдегид инә. Бынан тыш үҫемлектә аҡһым , фруктоза, минераль тоҙҙар, фитонцидтар, лизоцим, каротин бар.
Ит-һөт өсөн аҫралған малға йыуа ашатыу кәңәш ителмәй, иттең еҫенә йоғонто яһай, ә һөт — ҡыҙғылт-һары төҫкә инә, тәме үҙгәрә, әммә хайуандың үҙенә бер нисек тә насар тәьҫир итмәй [7].
Йыуа кеүек үҫемлектәрҙе баҡсала үҫтереп була.
Бал ҡорттары унан бал йыя, йыуа сәскәһе нектар сығара.
Һулдан уңға: йәш үҫентеһе, сәскәлеге, сәскә бөрөһө, сәскәһә
|