Йәздәнилек (курд. Yezdanîtî; рус. Язданизм) — курдтар араһында йыш осрай торған һәм уларҙың исламға тиклем ышаныуҙарына барып тоташҡан дини ағымдарҙың шартлы һүҙе[1].
Йәздәнилек курдтарҙың XVI быуаттарҙа Ислам күскәнгә тиклем төп дине булған тип фараз ителә. Был процеста ул исламдың ҙур йоғонтоһон кисерә, һәм хәҙер уның күпселек тарафдарҙары формаль рәүештә мосолман тип иҫәпләнә, ә ағымдар үҙҙәре шиғыйлыҡҡа индерелә.
Үҙ эсенә әләвилек (рус. Алевиты), әһле әл-хаҡҡ (әли-илаһи) һәм йәзидилекте ала.
Йәздәнилектә конкрет дини әҙәбиәт юҡ. Бының төп сәбәбе — кешеләр, дин тотоусылар, ритуалдарҙы һәм легендаларҙы быуындан-быуынға телдән тапшыра.
Йәзиди хаж ҡылыусылар өсөн төп изге урын, шулай уҡ хаж ҡылыу үҙәге булып Лалиш ғибәҙәтханаһы тора . Был ғибәҙәтханала Йәздәни диндең төп аҡыл эйәләренең береһе тип һаналған Шәйех Ғади бин Мусафир ҡәбере урынлашҡан.
Бөгөнгө көндә бөтә донъяла 800 000-гә яҡын йәзид йәшәй тип иҫәпләнә. 650 000 йәзид Ираҡта, 50.000[2] кеше Сүриәлә үҙ биләмәһендә йәшәй. 35 000 — Әрмәнстан территорияһында, ә Грузияла 20 000-гә яҡын курд-езидтар йәшәүе билдәле. Кавказда йәшәгән курдтарҙың күпселеге йәздәнилеккә ышана. Ә Рәсәйҙә 40 000-дән ашыу йәзид йәшәгәнлеге билдәле.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.