Йәнәсәй | |
---|---|
эвенк. Ионесси, хаҡ. Ким, тув. Улуг-Хем | |
Ҡыҙыл ҡалаһы эргәһендә Оло Йәнәсәй (һулда) һәм Кесе Йәнәсәйының ҡушылған урыны | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 3487 км |
Бассейн | 2 580 000 км² |
Һыу сығымы | 19 800 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Оло Йәнәсәй менән Кесе Йәнәсәй |
· Бейеклеге | 619,5 м |
· Координаталар | 51°43′41″ с. ш. 94°27′07″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Кара диңгеҙе |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 71°49′46″ с. ш. 82°42′57″ в. д.HGЯO |
Йылға ауышлығы | 0,15 м/км |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Кара диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Тыва, Красноярск крайы, Хакасия |
РДҺР | 17010300112116100000014 |
Йәнәсәй Викимилектә |
Йәнәсәй (рус. Енисей, боронғо төрки (𐰚𐰢) Кeм, эвенк. Ионесси «ҙур һыу»[1], хак. Ким, тыв. Улуг-Хем «бөйөк йылға», нен. Енся’ ям’) —Көнсығыш Себерҙәге ҙур йылға. Рәсәй Федерацияһының Красноярск крайы, Тыва һәм Хакасия республикалары территориялары буйлап аға. Төньяҡ Боҙло океандың Кара диңгеҙенә ҡоя. Йәнәсәй — Көнбайыш һәм Көнсығыш Себер араһында тәбиғи сик булып тора.
Ҡыҙыл ҡалаһында Оло Йәнәсәй һәм Кесе Йәнәсәй йылғалары ҡушылған урында башлана. Был урындан оҙонлоғо — 3487 км, Кесе Йәнәсәй инешенән алып — 4287[2] км, Оло Йәнәсәй инешенән алып — 4092 (4123)[3] км. Бассейн майҙаны — 2580 мең км².
Инешендә һыу сығымы — 1009 м³/с[4], Саяногорск тирәһендә — 1484 м³/с[5], Красноярск ГЭС-ында — 2723 м³/с[6], Красноярск тирәһендә — 2864 м³/с[7], Енисейск тирәһендә — 7724 м³/с[8], Подкаменная Тунгуска ҡушылдығы ҡойған урында — 10768 м³/с[9], Игарка янында — 18395 м³/с тәшкил итә[10].
Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 19 800 м³/с.
Төп ҡушылдыҡтары:
Ҡалалары: Ҡыҙыл, Шагонар, Саяногорск, Минусинск, Абакан, Дивногорск, Красноярск, Сосновоборск, Железногорск, Лесосибирск, Енисейск, Игарка, Дудинка.
Йәнәсәй — Красноярск крайының мөһим һыу юлы (Саяногорсктан тамағына тиклем, 3013 км). Төп порттары һәм пристандәре: Абакан, Красноярск, Стрелка, Маклаково, Енисейск, Туруханск, Игарка, Усть-Порт. Игаркаға тиклем диңгеҙ суднолары күтәрелә.
Гидроэлектростанциялар: Саян-Шушенск, Майна, Красноярск.
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ