Йәшелғош | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Merops apiaster Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
Йәшелғош (лат. Merops apiaster, урыҫ. Золотистая щурка) — сыбарсайҙар(Meropidae) ғаиләһендәге сағыусы бөжәктәр менән туҡланыусы ҡош.
Сыйырсыҡ ҙурлығында. Ғәҙәттә күмәкләшеп йөрөйҙәр. Осҡанда оҙон ҡанаты, уртаһынан нәҙек кенә ҡауырһындары сығып торған оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана. Суҡышы оҙон, аҫҡараҡ кәкерәйеп тора. Түбәһе һәм арҡаһы һары көрән. Тамағы ҡара һыҙат менән уратып алынған һары төҫтә. ҡанаттары һәм ҡойроғо йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы зәңгәр. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы яңғырауыҡлы: «тири-тири». Күсмә ҡош. Урыны менән киң генә таралған. Умартасыларға зыян килтерә.
Яландарҙағы балсыҡлы һәм ҡомло ҡабаҡтарҙа йәшәй. Ояһын ерҙе өңөп яһай.
Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күберәген сағыусы бөжәктәр менән.
5-6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө, 1986 йыл.