Йәшен һәм ялағай | |
![]() | |
Оҙайлылыҡ | 125 ± 100 микросекунда |
---|---|
Туранан-тура сәбәп булып тора | удар молнии[d] |
Тасуирлау биттәре |
neal.fun/earth-reviews/l… gweiadur.com/welsh-dicti… |
![]() | |
Нимәлә үлсәнә | Грозоотметчик[d] |
![]() |
Йәшен — атмосфералағы электр бушаныуы, ғәҙәттә көслө ямғыр яуғанда була, көслө яҡтылыҡ һыҙаты - ялағай ялтырауҙан, күк күкрәүҙән торған тамамланған цикл. Йәшендәр Венерала, Юпитерҙа, Сатурнда, Уранда һәм башҡа күк есемдәрендә булыуы теркәлгән. Йәшен бушаныуының ток көсө Ерҙә 10—500 мең ампер, көсөргәнеш — тиҫтә миллиондан миллиард вольтҡа тиклем тәшкил итә[1]. Иң оҙон ялағай Оклахомала 2007 йылда теркәлгән. Уның оҙонлоғо 321 км тәшкил иткән. Иң оҙайлы ялағай Альп тауҙарында булған. Ул 7,74 секунд дауам иткән[2].
Ялағай - атмосферала ҡойма ямғырҙар ваҡытында болоттарҙа электр бушаныуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән йәшендең утлы һыҙаты. Артынса күк күкрәй. Йәшен ваҡытында бик ҡеүәтле электр барлыҡҡа килә.
Көслө яҡтылыҡ атмосфераның ике нөктәһе араһында электр бушаныуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Ул ер менән болот йәки ике болот араһында барлыҡҡа килеүсән.
Ялағай ике баҫҡыс үтә - беренсе бушанғанда ергә кире (-) заряд бирелә. Был ваҡытта ялағай ныҡ яҡтырмай. Ерҙән болотҡа ыңғай заряд күтәрелә. 50 м самаһындағы бейеклектә ике заряд осраша һәм барлыҡҡа килгән электр ҡеүәтенән болотта бик яҡты һыҙат барлыҡҡа килә. Уның потенциаль ҡеүәте бер нисә миллион вольтҡа етә ала.
Йәшендең электр тәбиғәтле икәнен американ физик Франклин Бенджамин асҡан, уның идеяһы менән ямғыр болотонан электр алыу тәжрибәһе үткәрелгән.
Франклиндың йәшендең электр сығышлы икәнен өйрәнеү тәжрибәләре киң билдәле. 1750 йылда ул йәшен ваҡытында һауаға осорғос (воздушный змей) ебәреп тәжрибә үткәрә һәм был хаҡта яҙып сыға. Был тәжрибәне тураһында Джозеф Пристли ҙа яҙа.
1989 йылда йәшендең түбәнге атмосферала айырым төрҙәре асыла [3] 1995 йылда юғары атмосферала Джет тип аталған төрө асыҡлана [3].
Йыш ҡына йәшен тропиктарҙа барлыҡҡа килә.
Йәшен Конго Демократик Республикаһының көнсығышында тауҙар араһындағы Кифук ауылында иң йыш осрай[4]. Унда йылына бер квадрат километрға 158 йәшен атыу тура килә[5]. Шулай уҡ йәшен Венесуэлағы Кататумбо тигән урынында, Сингапурҙа ла,[6], Бразилияның төньяғындағы Терезина ҡалаһында[7] һәм Флоридалағы «Йәшендәр аллея»һында йыш ата[8][9].