Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаты | |
ЙХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә | |
![]() | |
Нигеҙләнгән: | |
---|---|
Илдәр: | |
Регион: | |
Башлыҡ: |
Алексей Морозов |
Ваҡыт: |
һәр йыл |
Командалар һаны: |
34 |
Халыҡ-ара турнирҙар: | |
Ғәмәлдәге еңеүсе: | |
Титулдарҙың иң ҙур һаны: |
«Локо» (Ярославль) (3 титул) |
Рәсми сайт: |
Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаты (ЙХЛ йә ЙХЛ-А, рус. Молодёжная хоккейная лига) — КХЛ клубтары, Рәсәй хоккей федерацияһы һәм КХЛ етәкселегенең 2009 йылдың 26 мартындағы йыйылыш ҡарары менән ойошторолған йәштәр хоккей клубтарының чемпионаты[1].
ЙХЛ чемпионатында 4 илдән 34 команда ҡатнаша.
ЙХЛ чемпионатының ғәмәлдәге чемпионы — «Локо» хоккей клубы. Ярославль комндаһы Харламов кубогын өс тапҡыр яулай.
2009 йылдың 26 мартында КХЛ клубтары, Рәсәй хоккей федерацияһы һәм КХЛ етәкселегенең берлектәге йыйылышында «Йәштәр хоккей лигаһы»н ойоштороу тураһында ҡара ҡабул ителә[1].
2009/2010 йылдар миҙгелендә лигала 22 команда ҡатнаша. Тәүге чемпионат 2009 йылдың 4 сентябрендә МВД һәм «Красная Армия» хоккей клубтары уйындары менән башлана[2].
Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Крылья Советов» хоккей клубынан айырым булған һәм Мәскәүҙә урынлашҡан «Крылья Советов» командаһы үткән миҙгелдә ҡатнаша. 2010 йылдың йәй ваҡытында был командалар бер-береһенә ҡушыла. Ҙурҙар командаһы Юғары хоккей лигаһында уйнай, ә йәштәр командаһы Дмитров ҡалаһына күсә һәм Йәштәр хоккей лигаһында ҡатнаша.
Үткән миҙгелдә «Динамо» (Мәскәү) һәм «Шериф» (Балашиха) йәштәр командалаы сығыш яһай. Континенталь хоккей лигаһында уйнаған «Динамо» һәм ХК МВД командалары бер-береһенә ҡушылғас, ошо команданың бер генә йәштәр командаһы була һәм ул «Шериф» исеме аҫтында Тверь ҡалаһына күсә.
ЙХЛ составына яңы командалар инә: «Минские зубры», ХК «Рига», «Юность» (Минск), «Газовик» (Төмән), «Белые Тигры» (Ырымбур), «Олимпия» (Кирово-Чепецк), «Серебряные Львы» (Санкт-Петербург). Тимәк лига халыҡ-ара статусын ала. Шулай уҡ «Феникс» командаһы «Химик» тип исемен үҙгәртә[3].
2011 йылдың 27 июнендә Йәштәр хоккей лигаһының беренселеге барлыҡҡа килә. ЙХЛ чемпионаты составына Попрад ҡалаһындағы «Лев» хоккей клубының йәштәр командаһы «Татранские Волки» командаһы инә.
27 апрель 2012 йылда лигаға Чехияның «Энергия» хоккей клубы керә [4][5]. 27 июль 2012 йылда ЙХЛ составына Венгриялағы «Патриот» командаһы керә[6][7].
Был миҙгелдә «Татранские волки» командаһы ҡатнашмай[8].
2013 йылдың 19 июнендә лига рәсми рәүештә ете команда алына в лигу: «Молодая Гвардия» (Донецк, Украина), «Динамо» (Санкт-Петербург), «Горняк» (Учалы), «Ред Булл» (Зальцбург, Австрия), «Беркуты Кубани» (Краснодар), «Эльта» (Липецк) һәм (Белгород ҡалаһынан команда) [9]. Уларҙың өсәүһе ЙХЛ чемпионатында уйнай: «Молодая Гвардия»[10][11], «Динамо»[12] һәм «Ред Булл»[13].
Перспективала Эстония һәм Польша илдәренән командаларҙың инеүе була[14][15].
28 сентябрь 2013 йылда «Патриот» командаһының финанс ҡыйынлыҡтар арҡаһында турнирҙан сығыуы билдәле була. Уларҙың уйынсыларға һәм тренерҙарға бурыстары 45000 евроға тиң була.
«Барс» хоккей клубы 2014/2015 йылдар миҙгеленән башлап Юғары хоккей лигаһына күсә һәм уның урынына «Ирбис» командаһы ЙХЛ составына инә[16][17][18].
Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге чемпионы һәм Региондар кубогы яулаусы «Беркуты Кубани» (Краснодар) командаһы ЙХЛ составына инә[19]. Украиналағы тотороҡһоҙ хәлдәр арҡаһында «Молодая Гвардия» командаһы 2014/2015 йылдар миҙгелен үткәрергә мәжбүр була[20]. Южно-Сахалинск ҡалаһындағы «Сахалинские Акулы» командаһы ЙХЛ чемпионатында ҡатнашыу өсөн рөхсәт ала[21][22].
Конкуренцияны һәм көсөргәнешле уйындарҙы күбәйтер өсөн 2015/2016 йылдар миҙгелендә командалар һаны 32 тиклем әҙәйә, ә уйындар һаны 44 тиң була[23]. Лига составынан сыҡҡан командалар эсендә «Юность» (Минск), «Энергия» (Карловы Вары), «Ред Булл» (Зальцбург), «Юниор» (Ҡурған), «Капитан» (Ступино) «Челны» (Яр Саллы), «Кристалл» (Бердск) һәм «Химик» (Воскресенск) командалары бар. «Динамо-Шинник» командаһы урынына «Динамо-Раубичи» хоккей клубы килә. «Беркуты Кубани» командаһы финанс мәсьәләләре булғанға күрә чемпионат составынан сыға[24]. Рәсәйҙең хоккей буйынса юниорҙар йыйылма командаһы был миҙгелдә ЙХЛ чемпионатында ҡатнашасаҡ[25].
2016 йылда «Крылья Советов» хоккей клубы был миҙгелдән башлап мәскәүҙең «Спартак» командаһының йәштәр клубы булараҡ лига составына керә[26]. 2016 йылдың 15 июнендә «Адмирал» хоккей клубы ЙХЛ чемпионатында Примор крайынан үҙенең «Тайфун» исемле йәштәр командаһы булыуы тураһында иғлан итә.[27]. Ул «Сахалинские Акулы» командаһын алмаштырасаҡ. Шулай уҡ лига составынан Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы, «Олимпия» һәм «Динамо-Раубичи» клубтары сыға[28]. Ҡаҙағстандандан «Алтай» һәм Әлмәттән Спутник командалары лига составын тулыландыра. Тимәк, үткән миҙгелдәге кеүек командалар һаны үҙгәрмәй ҡала.
2017/2018 миҙгелендә үткән чемпионаттың 31 командаһына тағы ике клуб өҫтәлә. Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Юниор» Ригала уйнаясаҡ, ә Ступино ҡалаһынан «Капитан» хоккей клубы лигаға яңынан ҡайта[29]. Балашиханан МВД хоккей клубы урынына Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубы килә.
Командалар һаны киләһе йылда шул 33 булып тороп ҡала. «КРС Юниор» Риганан Ҡытайҙың Харбин ҡалаһына күсә һәм «КРС Хэйлунцзян» тип аталасаҡ, ә «СКА-Серебряные Львы» урынын «СКА-Варяги» командаһы ала[30].
2019 йылдың йәйендә «Динамо» хоккей клубы Мәскәүҙән Тверь ҡалаһына күсә, Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Хэйлунцзян» клубын «ОЭРДЖИ Юниор» алмаштыра, Сахалин өлкәһенән «Сахалинские Акулы» лига составына ҡайталар, ә Мәскәү өлкәһенән «Атланты» хоккей клубы исемен «Атлант» тигәнгә үҙгәртә[31].
Бөтә 34 команда 2 конференцияға бүленешәләр: Көнсығыш һәм Көнбайыш конференциялары. 2016/17 йылдар миҙгеленә тиклем конференциялар эсендә дивизиондар бар ине. Ә шул миҙгелдән башлап дивизиондарға командалар бүленмәй башлай. Һәр команда үҙ конференцияһы командаларының һәр-береһе менән даими чемпионатта дүртешәр осрашыу уҙғара. Ә икенсе конференциялағы командалар менән осрашмайҙар. Тимәк һәр команда 64 уйын үткәрәсәк.
2018/2019 йылдар миҙгеленән алып ЙХЛ чемпионатында бар еңеү өсөн ике мәрәй бирәләр, өҫтәмә ваҡытта йә буллитар серияһында еңелгәнгә бер мәрәй менән баһалайҙар.
Плей-офф ярыштарына һәр конференциянан иң көслө һигеҙ команда сыға. 1/8 һәм сирекфиналдар уйындары конференциялар эсендә үтә, ә ярымфиналда командалар киҫешәләр: көнсығыш конференцияһының иң көслө командаһы көнбайыштаға көсһөҙөрәк команда менән уйнай, ә ҡалған командалар икенсе параны төҙөйҙәр. Финалға тиклем сериялар өс еңеүгә тиклем дауам итә. Финалда ярымфинал еңеүселәре дүрт еңеүгә тиклем осраша. Еңеүсегә Харламов кубогы бирелә.
2009 йылда Лига нигеҙләнгәндән бирле ЙХЛ чемпионаттаында 47 команда ҡатнаша. Череповецтан «Алмаз» һәм Магнитогорскиҙан «Стальные Лисы» хоккей клубтары бер тапҡыр ҙа плей-офф ярыштарында ҡатнашмай ҡалмай. Таблицала ЙХЛ чемпионаттарында һәр миҙгелендә чемпионаттың даими өлөшөндә (һан — турнир таблицаһында урыны) һәм плей-оффта (төҫ менән күрһәтелгән) командаларҙың сығыш яһауҙарының һөҙөмтәләре күрһәтелгән.
|
|
Йыл һайын Лига тамамланған чемпионаттың иң яҡшы ҡатнашыусыларын билдәләй. ЙХЛ бүләктәре беҙҙең хоккейҙың легендалары исемен йөрөтә[33].
Йыл | Үткәреү урыны |
Финал | 3-ө урын өсөн уйын | ||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Еңеүсе | Иҫәп | 2-се урын | 3-сө урын | Иҫәп | 4-се урын | ||
2011 | ![]() |
![]() Красная Армия |
7:2 | ![]() Энергия |
Үткәрелмәне | ||
2012 | ![]() |
![]() Садбери Вулвз |
2:0 | ![]() Ватерлоо Блэк Хокс |
![]() Линчёпинг |
1:0 ОТ | ![]() Динамо-Шинник |
2013 | ![]() |
![]() Омские Ястребы |
2:0 | ![]() ХПК |
![]() Дубьюк Файтинг Сейнтс |
4:1 | ![]() Динамо-Шинник |
2014 | ![]() |
![]() Спартак |
2:1 Б | ![]() Толпар |
![]() Су-Сити Маскетирc |
4:3 ОТ | ![]() Динамо-Шинник |
2015 | ![]() Түбәнге Тагил Үрге Пышма |
![]() Юргорден |
2:1 | ![]() Чайка |
![]() Чикаго Стил |
3:2 | ![]() Авто |
2016 | ![]() Яр Саллы |
![]() Локо |
5:1 | ![]() Реактор |
![]() Снежные Барсы |
2:1 | ![]() Йокерит U20 |
2017 | ![]() Үрге Пышма |
![]() Красная Армия |
4:3 | ![]() МОДО |
![]() Тршинец |
6:4 | ![]() Снежные Барсы |
2018 | ![]() |
![]() Локо |
3:2 | ![]() ХВ71 U20 |
![]() Оттава Кэпиталз |
2:1 Б | ![]() Ред Булл U20 |
2019 | ![]() |
Саҡырыу кубогында ЙХЛ чемпионатының иң көслө уйынсылары ҡатнаша. Был Континенталь хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙар уйынына оҡшаш. 2017 йылдан башлап Саҡырыу кубогының иң яҡшы дүрт уйынсыһы КХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнашырға хоҡуҡ ала.
2009/10 — 6 февраль 2010, Санкт-Петербург, Боҙло һарай, Көнбайыш — Көнсығыш 6:4
2010/11 — 12 февраль 2011, Өфө, Өфө-Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 3:2 (бул.)
2011/12 — 11 февраль 2012, Магнитогорск, Арена-Металлург, Көнбайыш — Көнсығыш 4:2
2012/13 — 23 февраль 2013, Екатеринбург, «Уралец» МКК, Көнсығыш — Көнбайыш 3:1
2013/14 — 1 февраль 2014, Төбәнге Новгород[34], «Нагорный» МКК, Көнбайыш — Көнсығыш 5:3
2014/15 — 31 ғинуар 2015, Череповец, Боҙло һарай, Көнбайыш — Көнсығыш 3:2 (ө.в.)
2015/16 — 13 февраля 2016, Түбәнге Кама, СМК «Нефтехимик», Көнсығыш — Көнбайыш 2:5
2016/17 — 15 ғинуар 2017, Өфө, Өфө-Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 1:2 (бул.)
2017/18 — 11 ғинуар 2018, Астана, Барыҫ-Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 3:7
2018/19 — 12 ғинуар 2019, Түбәнге Кама, СМК «Нефтехимик», Көнсығыш — Көнбайыш 0:2
2019/20 — 11 ғинуар 2020, Мәскәү, ВТБ Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 0:0
Был кубок өсөн уйында ЙХЛ чемпионатында һәм беренселегендә сығыш яһаған һәм 18 йәштән оло булмаған хоккейсылар осраша. Бындай уйын бер тапҡыр ғына 2012 йылда үткәрелә. Шул осрашыу Силәбе ҡалаһында үтә һәм Көнбайыш командаһы Көнсығышты 3:1 иҫәбе менән еңә[35].
Был суперкубок өсөн уйын тәүгегә 2015/2016 йылдар миҙгеле тамамланғас 2016 йылдың 30 апрелендә үтәсәк. Был уйында ЙХЛ чемпионаты һәм беренселеге чемпиондары осрашасаҡ. Уйын беренселек чемпионы майҙансығында уҙасаҡ[36].
2016 — Учалы, «Горняк» Учалы — «Локо» Ярославль 1:5.
Плей-аут (йәки йыуатыу уйындары) 2011/2012 йылдар миҙгелендә үткәрелә. Был уйындарҙа плей-офф ярыштарына эләкмәгән командалар ҡатнаша. Был турнирҙың үҙенсәлеге шула: чемпионаттың тәүге этабында командалар йыйған мәрәйҙәр плей-аут уйындары башланған мәлдә үҙгәрмәй ҡалалар. Командалар үҙ конференциялағы клубтар менән өйҙә һәм ҡунаҡта икешәр уйын үткәрә. Төрлө конференциялар командалары араһында уйындар үткәрелмәй. Иң әҙ мәрәй йыйған ике команда ЙХЛ чемпионатынан төшөп ҡалалар һәм ЙХЛ беренселегенә күсәләр. Уларҙың урындарына ЙХЛ икенсе дивизионы чемпионы һәм финалисы киләләр. «Олимпия» һәм «Ладья» хоккей клубтары плей-аут һөҙөмтәләре буйынса чемпионаттан төшөп ҡалған тәүге һәм аҙаҡҡы командалар була (уларҙың урындарына «Октан» һәм «Кристалл» командалары килә).
Әммә турнир барышында ЙХЛ офисына күп төрлө ғариза килә башлай. Клубтар көйәрмәндәр яғынан ҡыҙыҡһыныу юҡлығына һәм бер ҡаланан икенсе ҡалаға күсеп йөрөү өсөн ҙур финанс түләүҙәргә зарланалар (даими чемпионатта һәм плей-офф уйындарында бөтә күсеүҙәр сығымдарын лига үҙе түләй ине, ә плей-аутта клубтары үҙҙәре сығымдарҙы ҡапларға тейеш була). Ошо бөтә фекер-уйҙар һөҙөмтәләре буйынса Лига етәкселеге ярыш регламентына үҙгәртеүҙәр индерергә хәл итә, һәм плей-аут бөтөрөлә[37].
2011 йылдың 1 июнендә «Юғары хоккей лигаһы» коммерциялы булмаған партнёрлыҡ ағзаларының сиратлы йыл йыйылышында ошондай ҡарар ҡабул ителә: киләһе миҙгелдән һәр клубтың Йәштәр хоккей лигаһында йәштәр командаһы булыуы мотлаҡ. Шул уҡ йылдың 27 июнендә ЙХЛ клубтарының дөйөм йыйылышында «Б төркөмөн» барлыҡҡа килтереү һәм был дивизион командалары араһында турнирҙы үткәрергә хәл итәләр[38]. Тәүге миҙгел 2011 йылдың 20 сентябрендә башлана. Шул беренселектә 19 команда ҡатнаша.
Беренселектең плей-офф серияһы еңеүсеһенә Региондар кубогы тапшырыла. 2015/16 йылдар миҙгелендә беренселектә 24 команда ҡатнашасаҡ. Был миҙгел тамамланғас ЙХЛ беренселеген үткәреү хоҡуҡтары Рәсәй хоккей федерацияһына күсә һәм ЙХЛ беренселеге урынына Милли йәштәр хоккей лигаһы нигеҙләнә.
Миҙгел | Беренселектән киләләр | Беренселеккә күсәләр |
---|---|---|
2011/12 | Кристалл, Октан | Ладья, Олимпия |
2012/13 | Юниор, Ладья, Олимпия, Челны | — |
2013/14 | Беркуты Кубани | Молот |
2014/15 | Динамо-Раубичи | Челны |
2015/16 | Алтай, Спутник |
Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаты | |||
---|---|---|---|
Миҙгелдәр | Харламов кубогы өсөн плей-офф | Саҡырыу Кубогы | Суперкубок |
2019/20 миҙгел клубтары | |||
Көнбайыш конференцияһы | Көнсығыш конференцияһы | ||
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
||
Өҫтәмә мәғлүмәттәр | |||
Шәхси трофейҙар | |||
Команда трофейҙары | |||
Башҡа хоккей лигалары |