Казанлык | |
болг. Казанлък | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1300 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Казанлък[1] һәм Kazanlak[1] |
Дәүләт | Болгария |
Административ үҙәге | Казанлык[d] |
Административ-территориаль берәмек | Казанлык[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны |
48 551 кеше (15 март 2024)[2], 53 644 кеше (15 март 2024)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 407 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Искәндәриә, Верия[d], Фукуяма[d], Сен-Эрблен[d], Луксор[d], Тольятти, Les Gras[d], Надьканижа[d], Кочани[d], Тырговиште[d][3] һәм Цзинань[d] |
Сиктәш | Троян[d] |
Майҙан | 36 км² |
Почта индексы | 6100 |
Рәсми сайт | kazanlak.bg |
Яуаплы | Проект:Болгария[d][1] |
Урындағы телефон коды | 0431 |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Казанлыка[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Kazanlak[d] |
Казанлык Викимилектә |
Казанлык (болг. Казанлък) — Болгария ҡалаһы Старозагорский өлкәһенең Казанлык общинаһына инә.
Казанлык ҡалаһы Казанлык соҡоронда, Стара-Платина тау һыртының көньяҡ битләүендә урынлашҡан[4].
София ҡалаһынан 194 км көнсығышҡа табан һәм Бургастан көнбайышҡа табан 185 км , Стара Загоранан төньяҡ-көнбайышҡа табан 36 км, Пловдивтан төняҡ-көнсығышҡа табан 114 км һәм Варнанан көньяҡ-көнбайышҡа табан 320 км алыҫлыҡта тора.
Ҡаланан 7 км алыҫлыҡта боронғо фракия баш ҡалаһы Севтополдең емереклектәре урынлашҡан. (V—IV бб. б. э. тиклем)[4].
Казанлык ҡалаһы XV быуатта барлыҡҡа килә[4].
Рус-төрөк һуғышы барышында 1877—1878 йй. Казанлык оҙаҡ ваҡыт хәрби хәрәкәттәр зонаһывнда тора[4]. Рус ғәскәрҙәренең генерал Гурко етәкселегендәге отряды тарафынан ул 1877 йылдың 5 июлендә баҫып алына, әммә Еска-Загра һуғышынан һуң ҡабат черкестар һәм башыбоҙоҡтар тарафынан баҫып алына, уларҙы Ҡазан драгун полкының бер өлөшө ҡаланан ҡыуып ебәрә. 1877 йылдың декабрь аҙағына тиклем ҡала, драгундар унан киткәндән һуң, яңынан төрөк ғәскәрҙәре тарафынан биләп алына[5].
1901 йылда ҡалала сәнғәт галереяһы һәм тарихи музей асыла[4].
1918 йылда «Кремона» ҡыллы инструмент оҫтаханаһы асылған (1944 йылда уның нигеҙендә ҡыллы музыка ҡоралдары фабрикаһы төҙөлә)[6].
1924 йылда Софиянан Казанлыкҡа ҡорал заводы күсерелә.
1941 йылда ҡала ситендә аэродромдарын йыһазландырыла.
1944 йылдың 19 апрелендә ҡалала көмбәҙле кәшәнәне осраҡлы табалар[4].
1953 йылда ҡала халҡы һаны 20 мең тәшкил итә, был ваҡытта ҡалала туҡыу һәм эфир майлы культуралар эшкәртеү сәнәғәте эшләй[7].
1967—1969 йылдарҙа бында рауза музейы һәм рауза майын етештереү музейы асыла[4].
1969 йылда ҡала халҡы һаны 50 мең тәшкил итә. , иҡтисад нигеҙен машиналар эшләү (станок, ҡорамалдары гидравлик һ. б.), туҡыу, ағас эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте тәшкил итә.[8].
1977 йылда физика палатаһы асыла (1987 йылдан алып София политехник музейы филиалы булып тора).
1985 йылда халыҡ һаны 61 мең тәшкил итә. Ҡала машиналар эшләү, туҡыу һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте, шулай уҡ культивациялаған эфирмайҙары эшкәртеү предприятиелары эшләй[9][10].
2008 йылда халыҡ һаны 52,8 мең кеше тәшкил итә[4].
Казанлык ҡалаһынан алыҫ түгел Казанлык соҡоронда (Балҡан тауы итәгендә) туристар яратҡан билдәле Раузалар үҙәне бар, ул Болгарияның мөһим туристик объекты.
Казанлык ҡалаһында Болғар туристар берләшмәһенең түбәндәге иҫтәлекле урындары бар)[11]:
Кметы (мэры) община Казанлык общинаһы кметы (мэры) — Галина Стоянова.